Мифология (грек. μυθολογία от μῦθος — «риүәйәт» «хикәйәт» һәм λόγος — «һүҙ», « хикәйә», «тәғлимәт өйрәнеү») — үҙгәреүсән ысынбарлыҡ шарттарында кеше аңының айырым формаһы, традицияларын һаҡлау ысулы[1]; ырыу-община фекерләүенең төп ысулы[2]; иң боронғо тирә-яҡ ысынбарлыҡты һәм кеше асылын аңлап ҡабул итеү (конципирование) юлы[3]. Үҙ эсенә халыҡ хикәйәттәрен (миф, эпос һ. б.) ала. Мифология фәнни дисциплиналар, мәҫәлән — сағыштырыу мифологияһы[4][5] (философия, тарих, филология) сиктәрендә, өйрәнелә.

Мифология
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә этнология, этнография һәм мифография[d]
Stack Exchange сайты mythology.stackexchange.com
Викимәғлүмәт документацияһы Use 'Legend' - Q44342 - for stories of heroic humans һәм Legende (WikiData-Objekt Q44342) verwenden, wenn es um Geschichten über Menschen geht.
 Мифология Викимилектә
Донъя халыҡтары мифтары персонаждары

Мифологиянан фольклорҙан айырыла: миф — ысын һәм тормоштағыға оҡшаш тип ҡабул ителергә тейеш булмаған фольклорҙан айырмалы рәүештә мифологик аң кешеһенең икеләнмәй ысынбарлыҡ тип ҡабул иткән донъя тураһындағы күҙаллауҙар йыйылмаһы. Фольклор донъяны художество-эстетик сағылдырыу һәм, мифология килтереп сығарған продукт булғанлыҡтан, уның теге йәки был һыҙаттарын һаҡлай, тик уға тиң булмай[6].

Н. Б. Мечковская был ыңғайҙан: «Мифология — халыҡтың коллектив аңының тәүге тарихи формаһы, практик, фәнни, нәфис танып-белеү тағы ла а дин элементтары берҙәм донъя картинаһы, дин элементтарынан торған, практик, фәнни, нәфис һәм танып белем тағы ла бер-береһенән айырырлыҡ түгел. Фольклор — был халыҡтың тарихи беренсе художество (эстетик) телмәр, телмәр-музыка, хореография, драма)»[7] коллектив ижады.

Мифтың төп маҡсаты — кеше башҡарған һәр бер мөһим ғәмәл өсөн өлгө, модель булыу. Миф кешегә тормош мәғәнәһен тойоп йәшәү мөмкинлеген биреп, көндәлек тормошто ритуаллаштырыуға хеҙмәт итә[8].

Мифтарҙың барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Донъяны мифологик күҙ алдына килтереү билдәле бер үҫеш юлында бөтә халыҡтарҙа ла булған. Был тарихты өйрәнеү менән дә, хәҙерге заман тупаҫ халыҡтарын өйрәнеү менән дә дәлилләнә, уларҙың һәр береһендә мифологияның теге йәки был төрө бар[9].

Библияла көнбайыш-семит мифологияһы шаңдауы күҙәтелә. Ғәрәптәрҙең ислам ҡабул ителгәнгә тиклем үҙ мифологияһы булған. Әгәр европалылар Бөйөк географик асыштар эпохаһына тиклем антик һәм библия мифологияһы менән генә таныш булһалар, һуңғараҡ яйлап Африка, Америка, Океания, Австралия халыҡтарының мифтары тураһында ла белгән.

Шулай итеп, мифологияның кеше зиһене менән бәйләнеше бар. Мифик образдарҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләү мөмкин түгел, уларҙың барлыҡҡа килеүе тел һәм фекерләү һәләте барлыҡҡа килгән осор менән бәйле. Миф көндәлек тормошто ритуаллаштырып кешегә йәшәү мәғәнәһен аңлатыу өлгөһө булып тора.

Палеоконтакт теорияһы яҡлылар фаразы буйынса, мифтар — тарихта ысын булған ваҡиғалар. Хәҙерге заманда «Карго культы» «миф» һүҙен шундай мәғәнәлә ҡулланыу өлгөһө булып тора. Шуның өсөн улар дин һәм фәнде мифологияға яңыса ҡарарға саҡыра. Миҫал өсөн улар Библияла яҙылған ваҡиғаны күрһәтә һәм хәҙерге фәндәге белемде, терминологияны ҡулланып яңы аңлатма бирә.

Донъя моделе

үҙгәртергә
 
Күп халыҡтарҙың мифологик донъя арауығы картинаһы, йәғни донъя моделе схемаһы

Күк менән бәйле сакраль Донъя уртаһы, уртала; урта донъя (квадрат); уның сиктәрендә Донъя океанының иң боронғо һыуҙары (ҙур түңәрәк) һәм йәһәннәм; ғаләмдең бөтә сфераларын берләштереүсе донъя ағасы; урта донъя (квадрат); уның сиктәрендә Донъя океанының иң боронғо һыуҙары (ҙур түңәрәк) һәм йәһәннәм; ғаләмдең бөтә сфераларын берләштереүсе донъя ағасы[10][11][12]

Конкрет мифологик традиция эсендә донъя тураһында күҙаллауҙар йыйылмаһының ябайлаштырылған сағылышы донъяның мифологик (миф-поэтик) моделен барлыҡҡа килтерә[13]. Миф ул тәү сиратта донъяны күргәҙмә образдарҙа дөйөмләштереү ысулы. Донъяның айырым аспектары төшөнсәләрҙә түгел, ә аныҡ тойғоло күргәҙмә образдарҙа дөйөмләштерелә. Үҙ-ара бәйләнгән күргәҙмә образдар йыйылмаһы донъяның мифологик картинаһын сағылдыра[14]. Мифопоэтическая модель мира не относится к числу понятий эмпирического уровня: носители традиции могут не осознавать модель во всей её полноте[13].

Донъя моделен мифологик тасуирлау донъя башланыуы тураһында хикәйә кеүек бәйән ителә. Мифтың иң мөһим компоненты булып йыһан менән буталсыҡлыҡтың (хаос) ҡапма-ҡаршылығы тора. Космизация — тәртипкә килтереү, хаосты йыһанға үҙгәртеп төҙөү, уларҙың көрәше, булдырылған тәртипте (космос) хуплау, йыһанды хаостан тороп ҡалған буталсыҡлыҡ көстәренән ҡурсалау. Космизация донъя океанынан ҡоро ер бүленеп сығыуы, күктең ерҙән айырылыуы (улар ир һәм ҡатын енесле тәүзаттар булып күҙ алдына баҫҡан), (балсыҡтан, һөйәктән, ағастан һ. б. яһалыуы йәки ер аҫтынан сыҡҡан һәм «эшләнеп бөтөрөлөргә тейешле» һ. б.) күк есемдәренең, үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең һәм кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе, аллалар быуындарының — кесеһенең өлкәненә ҡаршы үҙ-ара көрәше, алла йә батырҙарҙың хаос көстәренә — имәнес заттарға йәки ғифриттарға ҡаршы көрәше. Мифологик космизацияға шулай уҡ космик һәм мәҙәни объекттарҙы (ут, һунар һәм хеҙмәт ҡоралдары) әҙерләү, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәү инә.

Мифтарҙың тәүге геройҙары — аллалар-биологик-магик йыһан объекттарын булдырыусы тәүаталар, һөнәрселәр сифатында ошо йыһан объекттарын етештереүсе демиургтар, мәҙәни (тәбиғәт менән мәҙәниәт айырып ҡарамағанлыҡтан) әҙер көйө мәҙәни объекттарҙы эҙләүселәр һәм йыш ҡына башҡа донъянан табыусылар. Шулай уҡ ҡай саҡ мәҙәни геройҙар йә уларға оҡшаш кешеләр (двойник), мифологик алдарҙар (трикстер), йыш ҡына игеҙәк һыңар ағай-энеләре, демоник-комик ғәмәлдәр башҡара.

Мифта йыһандың формалашыуы «иртә» мифик ваҡытта башҡарыла. Был мифологик ваҡытҡа төп мифик ваҡиғалар беркетелгән, һәм был мифтың модель функцияһына яуап бирә. Мифиҡ ваҡыт ваҡиғалары — үҙенә күрә ғаләм кирбестәре. Мифтарҙың төп категорияларына космогоник мифтар (барлыҡҡа килтереү мифтары) ҡарай. Шулай уҡ эсхатологик мифтар (киреһенсә, донъя бөтөү тураһында, йыш ҡына — артабанғы яңырыу йә яңынан тыуыу), календарь мифтар (тәбиғәттең, үлем-тыуыу кеүек, цикллы, календарь яңырыуы, йәғни эсхатология һәм яңынан булдырыуҙың ҡатнашыуы) һәм героик мифтар, һуңғыраҡ ижад ителгән мифтар — батырҙарҙың буталсыҡлыҡ (хаос) көстәре (аждаһалар, алпамышалар һ.б.) менән көрәше. Үҫешкән диндәр сиктәрендә ошо нигеҙҙә яйлап тағы ла ҡатмарлыраҡ мифологик системалар үҫешә.

Архаик аң булараҡ, мифологик аңдың тәүшарттары — кешенең тәбиғәттән айырылып сыҡмағанлығы, аңдың диффузлыҡ һыҙаттары, логик сфераның хис-тойғоло өлкәнән айырымланмауы тәбиғәтте кешегә оҡшатыу, тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттарын метафорик сағыштырыу йә тәбиғәт һәм мәҙәни объекттарҙы оҡшатыу, дөйөмлөктө аныҡ тойомлау предметы итеп ҡабул итеү, предмет һәм билдәне, символ һәм моделде, әйберҙе һәм һүҙҙәрҙе айырмау, сифат менән һанды, арауыҡты һәм ваҡытты, башланыуҙы һәм асылды, берлекте һәм күплекте байтаҡ яҡынайтыу. Мифик концепирлау логикаға бер юлы ҡаршы китмәй[3].

Мифология кимәлдәре

үҙгәртергә

Мифологик персонаждар төрлө төркөмгә бүленә, улар араһында илаһтар — юғары персонаж мифологияһы һәм йыш ҡына рәсми культ персонаждары, һәм түбән мифология персонаждары — иблистәр һәм рухтар[15][16]. Һуңғыларына үҫемлек рухтары, календарь байрамдары (Славяндар: Ярила, герман һәм итальян Бефана һ.б.), мәжүси илаһтар, рәсми булмаған халыҡ традицияһында — уңыш эйәләре һ.б. (урыҫтарҙа Велес — Власий Севастийский, Мокошь — Параскева Пятница һ.б.), төрлөһө — уҫал рухтар, күп традицияларҙа түбән фәрештәләр һ.б.[16]. Түбән мифология персонаждары йыш ҡына кешеләр тормошонда ҡатнаша, улар менән осраша, кешегә әүереләләр, шуның өсөн күп мифологияларҙа, ҡағиҙә булараҡ, был персонаждар мифик осорҙа йәғни донъя барлыҡҡа килгәндә ғәмәл башҡарған илаһтарҙан ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә. Ритуал сфераһында түбән мифологик заттар хөрәфәттәр, сихыр һәм магия тылсымы комплекстары, илаһтар — дөйөм ҡәбилә йә дәүләт культы менән бәйле[15]. Европала түбән мифология персонаждарына төрлө традицияларҙан (антик, герман, славян һ. б.) килгән вампирҙар, убырлы ҡарсыҡ (мәскәй), ер аҫты хазинаһын һаҡлап торған кәрлә (гном), диңгеҙ ҡыҙҙары (морские девы), тәүфиҡһыҙ ир заты (инкуб), аҙғын ҡатын-ҡыҙ (суккуб), тылсымсы ҡатын-ҡыҙ (фея, Ламия, иблес Мара, ундиналар, Бефана һ.б., происходящие из разных традиций (античной, германской, славянской и др.), һәм улар дөйөм донъя фольклорына ингән[17].

Миф категориялары

үҙгәртергә

Космогоник һәм антропогоник мифтар

үҙгәртергә
 
Бөйөк архитектор. Блейк Уильям картинаһы
 
Прометейҙың кеше булдырыуы тураһында антропогоник миф. Лувр
 
Әҙәмде булдырыусы Элохим, Уильям Блейк картинаһы

Космогоник мифтар — булдырыу тураһында мифтар, хаостан йыһан барлыҡҡа килеүе тураһындағы мифтар, мифологияларҙың күбеһенең төп башланғыс сюжеты. Хаосты (бушлыҡ), йыһанда тәртиптең булмауын, баштағы стихияларҙың үҙ-ара тәьҫир итешеүен тасуирлауҙан башлана. Донъяның һәм Ер йөҙөндә тормоштоң барлыҡҡа килеүен аңлатыуға хеҙмәт итә.

Космогоник мифтарҙың иң таралған сюжеттарының береһе булып Донъя йомортҡаһынан донъя тыуыуы тора. Бындай мифтар төрлө континенттарҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙа осрай. Донъя йомортҡаһы тормош барлыҡҡа килеүҙең универсаль символы булып тора[18].

Космогоник мифтарҙа йыш ҡына тыуҙырыусы ролен хайуандар башҡара. Мәҫәлән, урыҫ һәм белорус фольклорында донъя барлыҡҡа килеүе тураһындағы хикәйә бар: ҡош (өйрәк) сүрәтендәге бер демиург, йылға төбөнән бер аҙ ер алып сығыу маҡсатында һыуға сума. Һуңғараҡ шул ерҙән ҡоро ер барлыҡҡа килә. Шуға оҡшаш текстар күп кенә башҡа традицияларҙа ла бар. Нивх халҡы донъя тыуыуын бер бәләкәй ҡарабаш турғай тураһындағы хикәйәт менән аңлатҡан. Бәләкәй ҡарабаш турғай һыуға сума (ул саҡта фәҡәт һыу ғына йәйрәп ята икән) һәм суҡышы менән ергә тейә икән. Шулай итеп яйлап ҡоро ер — утрау, һуңынан унда төрлө яҡлы тормош ҡайнаған ер барлыҡҡа килгән. Австралия аборигендары, төньяҡ америка индейҙары (гурондар) кеүек, Ерҙе тап ташбаҡа булдырған һәм барыһын да үҙенең өҫтөндә тота тип иҫәпләй. Индейҙар риүәйәттәрендә шулай уҡ Ерҙе булдырыуҙа ташбаҡаға әрмәнде ярҙам иткән, ул диңгеҙ төбөнән ер алған, уны ташбаҡа панциры ситтәренә һалған һәм ерҙең дәүмәле арта барған, шулай ҡоро ер барлыҡҡа килгән.

Күп мифологияларҙа донъяны аллалар тыуҙырған тиелә.

Тыуҙырыусы Аллалар: мысыр — Атум һәм Птах, зороастрий Аһура Маздаһы, индуизмда Вишвакарман, абхаз һәм абазиндарҙа — Анцва, адыгтарҙа — Тха, Арамазд — әрмәндәрҙә, инктарҙа Виракоча, финндарҙа алиһә Ильматар, удмурттарҙа Инмар, алтайҙарҙа Кайракан.

Герман мифологияһында аллалар Имир баһадирҙы үлтереп, кәүҙәһенән донъялыҡ булдырған. Шуға оҡшаш сюжет — индуист мифологияһында Пуруш кәүҙәһенән донъя тыуҙырыу.

Донъя тыуҙырыусы парҙар: синтоизмда Идзанаги һәм Идзанами, шумерҙарҙа Абзу һәм Тиамат, мысырлыларҙа Геб һәм Нут, маориҙарҙа Ранги һәм Папа.

Ҡайһы берҙә космогоник мифтарҙың сюжеты булып ижад итеүсе көстәр һәм емереү көстәренең ҡапма-ҡаршылығы тора. Ундай мифтар дуалистик мифологияларға хас. Ундай парҙар Аһура Мазда һәм Ангра-Майнью, Ен һәм Омэль, Кугу-Юмо һәм Йын.

Боронғо грек мифологияһында Хаостан һуң тыуған донъя тыуҙырыусыһы Гея. Уран алланың һәм унан таралған башҡа аллаларҙың, киклоптар, титандар, эриний, гиганттар, тауҙар, диңгеҙҙәр, имәнес заттар, геройҙарҙың әсәһе[19].

Космогоник мифтарҙың шәхсән осрағы булып антропогоник мифтар, йәки кеше тыуҙырыу, халыҡтың мифик тәүбабалары, тәүге кешеләр пары һ. б. тураһында мифтар. Космогоник һәм антропогоник мифтар йыш ҡына үҙ-ара бәйләнгән, йыш ҡына бер үк аллалар донъя булдырыу өсөн дә, кеше тыуҙырыу өсөн дә яуаплы. %ҙ-ара бәйләнештең икенсе варианты — донъяны антропоморфизациялау, был осраҡта ғәләм тәүкеше кәүҙәһенән барлыҡҡа килә[20].

Төрлө мифтарҙа кеше төрлө материалдан булдырылған тиелә. Иң таралған материал балсыҡ һәм ер. Боронғо грек мифологияһында Прометей, шумер мифологияһында Энки һәм уның ҡатыны Нинмах, аккад мфологияһында Мардук һәм [Эйя, мысыр мифологияһында Хнум, Ульгем алтай мифологияһында, догон мифологияһында Амма, Иоскеха ирокез мифологияһында һәм төрлө халыҡтарҙың башҡа аллалары кешеләрҙе балсыҡтан яһай. Ҡайһы бер халыҡтарҙың мифтарында кеше яһау материалы булып ағас хеҙмәт итә. Шулай уҡ башҡа экзотик варианттар бар: мәҫәлән, меланезийҙар сәтләүектән һәм перу индейҙары йә хайуандар һөйәгенән, ҡайһы бер төньяҡ америка индейҙарында ҡош һәм балыҡ һөйәгенән тип әйтелә[20].
Күп кенә халыҡтарҙа антропогоник мифтарҙа ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙан алдараҡ тыуҙырылған тиелә, шулай уҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ төрлө материалдарҙан эшләнгән (көньяҡ америка индейҙарының күп мифтарында) тигән миф таралған[20].

Антропогоник мифтарҙың айырым төрө булып йыш ҡына аныҡ ҡәбилә кешеләренең теге йәки был хайуандан барлыҡҡа килеүе тураһындағы тотемик мифтар тора. Ҡайһы бер халыҡтарҙа тотемик мифтарҙа ҡоштар ҙа кешеләрҙең тәүаталары булып һанала. Тәүге кешенең йомортҡанан тыуыуы тураһындағы сюжеттар осрай[20].

Африка халыҡтарында ҡаянан, ерҙән, соҡорҙан, термит ояһынан ярылған ағастан йәки шәкәр ҡамышынан (тростник) сығыуы тураһындағы мифтар таралған.

Эсхатологик һәм календарь мифтар

үҙгәртергә
 
Ра алланың ҡояш бәләкәй йөк кәмәһе (барка)

Эсхатологик мифтар — донъя бөтөүе, ахырызаман тураһындағы мифтар. Рагнарёк тураһындағы герман мифы. Ҡайһы бер мифтарҙа донъя бөтөү ваҡиғалары элек тә булған, мифик донъя менән хәҙерге донъя арауығында һәләкәт дәүерҙәре ята тиелә. Төрлө мифтарҙа донъяның юҡҡа сығыу сәбәбе булып бөтә донъяны һыу баҫыу, донъя янғыны, элгәрге быуындарҙың юҡҡа сығыуы, аллаларҙың һәләк булыуы һәм башҡа сюжеттар бар.

Календарь мифтар миҙгел алмашыныуын — көн һәм төн, ҡыш һәм йәй, йыһан циклдарына тиклем мифлаштырыу[21]. Улар астрономик күҙәтеүҙәр, астрология, Яңы йылды, уңыш йыйыуҙы һәм башҡа календарь ваҡиғаларын байрам итеү менән бәйле.


Боронғо Римдә йылды ун айға бүлеүҙе Ромул индергән тиҙәр. Нума Помпилий тағы ике айҙы — ғинур һәм февралде индергән. Айырым ҡанбаба яңы ай тыуыуҙан сығып хәлыҡҡа һәр ай башын иғлан иткән. Латин һүҙе calare, («иғлан итергә») тигәндән «календарь» һүҙе килеп сыҡҡан.

Мысыр мифологияһында тәүлек циклы Ра алланың ҡояш кәмәһен йәһәннәмгә оҙатыу, шулай уҡ Гор һәм Сеттың (көн һәм төн) низағы тип аңлатыла. Месопотамияла тәүлек циклы Шамаштың (ҡояш) «көнсығыш тауынан» «көнбайыш тауына» сәйәхәте, Грецияла Гелиостың күк арбаһында сәйәхәте тип ҡабул ителгән. Был соляр мифтар.

 
Ацтектар мифологияһында Ҡояш ташы

Календарь мифтарында үлеп терлә торған аллалар йыл миҙгелдәре алмашыныуын символлаштыра.

Үлеп тернелеүсе аллалар: Осирис, Таммуз, Адонис, Бальдр, Дионис (Загрей, Вакх, Сабазий), Аттис, Телепину, моғайын, славян аллалары: Ярило һәм Кострома, Митра, Серапис.

Мысыр мифынса, Ра һәм Тефнут низағы ҡоролоҡ килтергән, ярашһа, Нил ташып ятҡан[21].

Славян Масленицаһы ла йыл миҙгелдәренең алмашыныуы менән бәйле.

Донъяла үҫеш циклы донъяның юҡҡа сығыуы менән алмашына тигән космик циклдар мифтары.
Мәҫәлән, ацтектарҙың мифологияһында донъя тарихы төрлө ҡояш осорона бүленә тип ҡарала. Беренсе ҡояш эраһы алпамышалар быуынын ягуарҙар юҡ иткән, икенсе ҡояш осоро ғәрәсәттәр һәм кешеләрҙең юҡҡа сығыуы менән тамамланған, өсөнсө ҡояш дәүере йыһан янғыны менәән, дүртенсе ҡояш осоро бөтә донъяны һыу баҫыу менән осланған. Уларҙың ышаныстрыына яярашлы, сираттағы ахырызаман булмаһын өсөн, алларға кеше ҡорбаны килтерергә кәрәк[22].
Индуизмда донъя бөтөү Кали-юга һәм Кали алиһәһе — емерелеү һәм юҡҡа сығыу кәүҙәләнеше менән бәйле, тип һанала.

Космик (йыһан) циклдары мифының төрө булып ҡасандыр кеше тәбиғәт менән гаронияла йәшәгән Алтын быуат тураһындағы мифтар тора. Шуға оҡшаған мифтар күп халыҡтарҙа бар. Шуларҙың береһе боронғо семит мифологияһына барып тоташыусы Ожмах баҡсаһы тураһындағы Библия тарихы тора. Икенсе миҫал — индуизмдағы Сатья-юга тураһындағы легенда.

Героик мифтар

үҙгәртергә
 
Кастор һәм Поллукс Версалдә
 
Ваагн Драконоборец — һуғыш, йәшен һәм ҡояш аллаһы. Боронғо әрмән мифологияһына ярашлы, Ваагн ерән (таңды тасуирлау) булып тыуа, ул аждаһалар (вишаптар) менән һуғышырға ынтылып тора[23][24][25][26][27]

Героик мифтар — боронғо грек мифологияһындағы кеүек, йә ябай кеше менән алланан тыуған балалар, йә эпостағы легендар фигуралар. Героик мифтарҙа геройҙың ғәҙәти булмаған бала сағы (ниндәй ҙә булһа айырым һәләте, етемлеге, үҙенә бер төрлө яҙмышы), һөргөнгә оҙатылыуы, ҡаһарманлыҡ ҡылыуы, имәнес заттарҙы еңеүе, сибәр ҡыҙҙы ҡотҡарыуы, әйләнеп ҡайтыуы һәм туйы типик сюжеты булып тора. Күп кенә героик мифтар ситләтелгән формала шәхестең формалашыуы һәм йәмғиәттә статусҡа эйә булыуы тураһында һөйләй, шуның менән нәсихәт ғәмәлен дә үтәй.

Геройҙарҙың айырым категорияһын мәҙәниәтле геройҙар тәшкил итә. Был халыҡ мәҙәниәтенә етди алдынғы өлөш индергән мифик геройҙар. Мәҙәниәтле герой йыш осраҡта ижадта аллалар менән бер тиң ҡатнашҡан йә беренсе закон сығарыусы, кешеләр өсөн мәҙәниәт предметтарын (ут, культуралы үҫемлектәр, хеҙмәт ҡоралдары) булдырған демиург, һунар алымдарына, һөнәргә, сәнғәткә өйрәтеүсе, социаль ойоштороуҙы, никах мөнәсәбәттәрен, магик күрһәтмәләр (предписание), ритуалдар һәм байрамдар индереүсе булған.

Хайуандар тураһында мифтар

үҙгәртергә

Тотемизм ҡайһы бер халыҡтарҙа хәҙерге көнгә тиклемһаҡланып ҡалған иң боронғо ышаныстарҙың береһе. Ҡайһы бер ғалимдар тап кешеләрҙең һәм хайуандарҙың ҡан туғанлығына ышаныуынан әүермән йәки албаҫтылар — кешенең бүрегә, юлбарыҫҡа, айыуға һ. б. әйләнеүе тураһында легендалар килеп сыҡҡандыр.

Хайуандар космогоник мифтар геройы ғына түгел, хайуандар образы йыш ҡына уны тасуирлауҙа — космографияла ҡулланыла. Мәҫәлән, боронғо һинд ышаныстарында ерҙе арҡаһына күтәреп ете фил баҫҡан, филдәр ташбаҡа арҡаһында, ә уныһы, үҙ сиратында, йылан өҫтөндә баҫып тора. Йыш ҡына балыҡ та шуға оҡшаш ролде уйнай. Балыҡтың киҫкен хәрәкәте ер тетрәүҙәргә килтерә, ул башын аҫҡа эйһә, ташҡын башлана. Боронғо мысырлылар күкте Раға алтын быҙау тыуҙырған Нут һыйыр һынында күрһәткән.

Астраль мифтар араһында ла хайуандар тураһында мифтар почётлы урын алып тора. Большой Пёс, Арыҫлан, Аҡҡош, Орёл, Скорпион, Балыҡ йондоҙлоҡтары менән матур легендалар бәйле. Ҡытай бөрөжө (зодиак) шулай уҡ хайуандар тураһындағы мифтар менән бәйле. Шулай уҡ бөрөждөң (зодиак) үҙенең килеп сығыуы тураһында ла легенда бар.

Хайуандар шулай уҡ яңы мәҙәни-социаль традицияһын (йәмғиәт ҡоролошо, һөнәрҙәргә өййрәтеү һ. б.) нигеҙләүселәр ролендә лә сығыш яһай. Мәҫәлән, боронғо Ҡытайҙа Бянь Цяо — табиптар, дауалаусылар ҡурсалаусыһы: ҡош суҡышлы һәм ярғанат ҡанатлы зат. Ди Ку — күк хакимы ҡош башлы һәм маймыл кәүҙәле күк хакимы. Кешеләрҙе балыҡсылыҡҡа һәм һунарға, шулай уҡ иероглиф яҙмаға өйрәтеүсе герой Фуси башта ҡош образында һынландырыла ине. Яҡынса ике мең йыллыҡ элегерәк уны йөҙө менән тәүге тыуҙырыусы тәүге әсә Нюйваға оҡшаған аждаһа кәүҙәле, ямғыр рухлы (ҡайсаҡ тәлмәрйен) — батша ҡыҙы тип уйлай башлай. Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат башланғысын, йәшәйештең икелелеген, инь һәм ян символдарын кәүҙәләндереп, улар ҡәрҙәш пар барлыҡҡа килтергән[28].

Культ мифтары

үҙгәртергә
 
Синтоизмда ритуаль тантаналы йөрөшө

Культ мифтары — ниндәй ҙә булһа ла йоланы (ритуал) йәки башҡа культ ғәмәленә аңлатма (мотивировка) биргән мифтарҙың шартлы атамаһы.

Ғалимдар араһында мифмы әллә йола беренселме тигән мәсьәләгә берҙәм ҡараш юҡ. Берәүҙәр миф йолаға таяныс булып тора ти, башҡалары миф беренсел, һәм уға нигеҙләнеп йолалар тыуа тип иҫәпләй.

Ҡырағай культ мифтары булып тотем ата-бабаларыбыҙ булып кейенеү йолаларына нигеҙләнгән тотем мифтары тора. Культ мифтары йыш ҡына эзотерик була. йәше еткән ҡәбилә егеттәре ир-атҡа бағышланыу йолаһын үтә һәм эзотерик традицияға яҡыная.

Боронғо Грецияла Деметра һәм Персефона, Дионис тураһындағы мифтар. Йолалар Урта диңгеҙ буйында үлгән һәм яңынан тыуған үҫемлек аллаһы Аттисҡа, шулай уҡ уның менән оҡшаш Адонисҡа бағышлана.

Боронғо Мысырҙа Осирис һәм Исида культы. Исида Осиристың кәүҙәһен эҙләй һәм уны терелтә, һәм был ҡатмарлы культ ритуалы ярҙамында башҡарыла.

Бөтә культ мифтарын да тасуирлап һәм тикшереп булмай, сөнки уларҙың күпселеге тәғлимәт яҡлаусылары (культ адептары) тарафынан йәшерен сер итеп һаҡлана, ситтәргә асылмай[29].

Астраль мифтар

үҙгәртергә
 
Арҡысаҡ (Орион) йондоҙлоғо — грек мифологияһында аллалар һунарсы Орионды, үлгәндән һуң, йондоҙлоҡтар араһында урынлаштыра

Астраль мифтар күк есемдәре — йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар һәм планеталар (төп астраль мифтар) менән дә, ҡояш һәм ай (соляр һәм лунар) мифтары менән дә бәйле. Астраль мифтар донъяның төрлө халыҡтарында бар һәм йыш ҡына астраль культҡа барып тоташа, әммә астраль мифтар корпусына дини характерға эйә булмаған мифтар ҙа инә[30].

Төбәк мифологияһы

үҙгәртергә
 
Анубис битлеге. Һуңғы осор, 1585 йыл. Ремер-Пелицеус музейы, Хильдесһайм
 
Марсель ҡалаһы Яҡын Көнсығыш археологияһы музейындағы Инанна статуэткаһы
 
Аллат. Барельеф Таиф ҡалаһынан барельеф, Сәғүд Ғәрәбстаны, б. э. яҡынса 100 йылы
 
Гундеструп ҡаҙанынан мөгөҙлө персонаж
 
Мальябекиано кодексынан (Codex Magliabechiano) Кетцалькоатль һүрәте, XVI быуат
 
Ника Самофракийская; б. э. т. яҡынса 190 йыл. Лувр музейы, Париж

Боронғо Яҡын Көнсығыш һәм Месопотамия мифологияһы

үҙгәртергә

Төрки мифология

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Митрохин Л. Н. Мифология 2018 йыл 11 август архивланған. // Философский словарь.
  2. Лосев А. Ф. История античной философии в конспективном изложении. М. : ЧеРо, 1998. С. 5.
  3. 3,0 3,1 Мелетинский Е. М. Миф и двадцатый век // Избранные статьи. Воспоминания. М., 1998.
  4. Myth // Encyclopædia Britannica
  5. Kirk, 1973
  6. 9. Мифологический эпос и фольклор. «История и теория религий» | Панкин С. litresp.ru. Дата обращения: 13 декабрь 2017.
  7. Мифы и фольклор 2017 йыл 14 декабрь архивланған. // Мечковская Н. Б. Язык и религия. Лекции по филологии и истории религий. М. : Издательский дом : Агентство «Фаир», 1998. 352 с. ISBN 5-88641-097-X
  8. Элиаде М. Очерки сравнительного религиоведения. М. : Ладомир, 1999. 488 с. С. 373. ISBN 5-86218-346-9
  9. Фрэзер Дж. Золотая ветвь: Исследование магии и религии / Пер. с англ. М. К. Рыклина / Пер. с англ. И. Утехина. — М.: ТЕРРА-Книжный клуб, 2001. — 528 с. — (Боги и учёные). — ISBN 5-275-00248-3
  10. Топоров В. H. Океан Мировой // Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980). С 751—752.
  11. Рабинович Е. Г. Середина мира // Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980). С. 910—911.
  12. Топоров В. H. Древо мировое // Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980). С. 330—336.
  13. 13,0 13,1 Топоров В. Н. Модель мира // Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980). С. 677—679.
  14. Найдыш В. М. Мифологическая картина мира // Концепции современного естествознания. М. : Гардарики, 1999.
  15. 15,0 15,1 Иванов В. В. Низшая мифология // Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980). С. 724—725.
  16. 16,0 16,1 Мелетинский E. M. Основные мифологические мотивы и термины. Низшая мифология // Мифологический словарь / Под. ред. E. M. Мелетинского. — М. : Советская энциклопедия, 1991.
  17. Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980).
  18. Топоров В. Н. Яйцо мировое // «Мифы народов мира». — М., 1980.
  19. Гесиод. Теогония
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 Иванов Вячеслав ВсеволодовичАнтропогонические мифы // Мифы народов мира: Энциклопедия. М., 1980. Т. 1. С. 87—89.
  21. 21,0 21,1 Мифологический словарь Календарные мифы
  22. Мифологический словарь. Эсхатологические мифы
  23. Армянская мифология / Арутюнян С. Б. // Мифы народов мира: Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1: А—К. — 671 с.
  24. Russell J. R. ARMENIA AND IRAN iii. Armenian Religion – Encyclopaedia Iranica (ингл.). Encyclopaedia Iranica. Дата обращения: 21 февраль 2021.
  25. Petrosyan A. Y. (2007) State Pantheon of Greater Armenia: Earliest Sources // Aramazd: Armenian Journal of Near Eastern Studies II: 174—201.
  26. Арутюнова-Фиданян В. А. Божество грома в Тароне // Вестник Православного Свято-Тихоновского гуманитарного университета. Серия 3: Филология. — 2008. — Вып. 14. — ISSN 1991-6485.
  27. Петросян А. Е. Армянский эпос и мифология: Истоки. Миф и история. Ереван: НАН РА (2002). Дата обращения: 14 июня 2020.
  28. Даосизм: Мифы древнего Китая 2012 йыл 17 апрель архивланған.
  29. Токарев С. А. Культовые мифы // Мифы народов мира : Энциклопедия. Электронное издание / Гл. ред. С. А. Токарев. М., 2008 (Советская Энциклопедия, 1980).
  30. Becker, Udo. Symbols (билдәһеҙ). — Continuum International Publishing Group, 2000. — С. 28. — ISBN 9780826412218.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Мифология