Мирсаев Рафаил Нурый улы

философ-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, партия һәм дәүләт эшмәкәре.

Мирсаев Рафаил Нурый улы (17 июль 1948 йыл22 апрель 2016 йыл) ― философ-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының I ― III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты.

Мирсаев Рафаил Нурый улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Абдулла, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 апрель 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафаил Нурый улы Мирсаев 1948 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған.

1972 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) һәм һуңыраҡ ― КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

1972—1974 йылдарҙа ― Совет Армияһында эскадрилия техника-инженеры вазифаһында хеҙмәт итә.

1974—1979 йылдарҙа ― СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Өфө авиация институты ҡарамағындағы тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһында өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләй.

1979—1985 йылдарҙа ― КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты инструкторы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы.

1985—1987 йылдар ― КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары.

1987—1990 йылдарҙа ― КПСС-тың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт фәндәре академияһы аспиранты.

1990—1995 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының ойоштороу бүлеге баш белгесе, бүлек мөдире, Секретариат еткәсеһенең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

1995—2008 йылдар — Башҡортостан Республикаһының I ― III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаты: Закондар сығарыу Палатаһының мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса Комитет рәйесе (1995—1999), Закондар сығарыу Палатаһы рәйесе урынбаҫары (1999—2003), Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса даими Комитет рәйесе (2003—2008).

2008—2016 йылдарҙа ― Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының (БАГСУ) дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе профессиональ әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты деканы булып эшләй.

2016 йылдың 22 апрелендә ҡаты ауырыуҙан вафат Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

60-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 21 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы.
  • СССР ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалдары.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә