Ангела Меркель

Германия сәйәсмәне, ФРГ канцлеры (2005 йылдан)

Ангела Меркель (нем. Angela Dorothea Merkel, ҡыҙ фамилияһы Каснер (нем. Kasner); 17 июль 1954 йыл) — Германияның дәүләт эшмәкәре , ғалим-физикохимик. 2005 йылдың 22 ноябренән 2021 йылдың 8 декабренә тиклем — Германияның федераль канцлеры. «Германияның Христиан демократтары союзы» партияһы етәксеһе (2000 йылдың 10 апреле — 2018 йылдың 7 декабре).

Ангела Меркель
нем. Angela Merkel[1][2][3][…]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Германия[4][2][5]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Angela Dorothea Kasner[1][6][3][…]
Имя в браке Angela Dorothea Merkel[1][3]
Ҡушамат Mutti[7][8][9][…], Madame Non[7], das Mädchen[7], Frau Nein[8], Kohls Mädchen[9][10], Angie[9], Klimakanzlerin[9], Bildungskanzlerin[9], Madame No[11], Teflonkanzlerin[11], Flüchtlingskanzlerin[11], leader of the free world[11] һәм ewige Kanzlerin[11]
Тыуған көнө 17 июль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[4][12][13][…] (70 йәш)
Тыуған урыны Аймсбюттель[d], Гамбург, Германия Федератив Республикаһы[d][14]
Атаһы Хорст Каснер[d][1][6][5][…]
Әсәһе Герлинда Каснер[d][1][6][5][…]
Бер туғандары Маркус Каснер[d][1] һәм Ирэн Каснер[d][1]
Хәләл ефете Ульрих Меркель[d][1][5][8] һәм Иоахим Зауэр[d][1][5][8][…]
Нәҫеле семья Ангелы Меркель[d]
Туған тел Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, физик
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт, теоретическая химия[d], Аналитик химия һәм физика[2]
Эш урыны Центральный институт физической химии Академии наук ГДР[d][15][16][17]
Пресс-служба Федерального правительства Германии[d][16]
Биләгән вазифаһы федеральный канцлер Германии[d][18][19][16][…], член бундестага Германии[d][20], член бундестага Германии[d], член бундестага Германии[d], член бундестага Германии[d], член бундестага Германии[d], член бундестага Германии[d], Federal Minister for the Environment, Nature Conservation and Nuclear Safety[d][17], Federal Minister of Family Affairs, Senior Citizens, Women and Youth[d][17], член бундестага Германии[d], генеральный секретарь ХДС[d][17][21], член бундестага Германии[d][22], председатель ХДС[d][17], Chairman of the CDU/CSU Bundestag fraction[d][17], Party Chairman of the CDU Mecklenburg-Western Pomerania[d][15][17] һәм President-in-Office of the European Council[d][15]
Уҡыу йорто Темплинская средняя общеобразовательная политехническая школа[d][6]
Темплинская общеобразовательная политехническая десятилетняя средняя школа[d][6]
Лейпцигский университет[d][6][23][5][…]
ГДР фәндәр академяһы[d][6][17]
Диссертация Examination of the mechanism of decays with singular bond breaking and calculation of their coefficient of reaction rate on the basis of quantum mechanical and statistical methods[d]
Ғилми етәксе Луц Цюликке[d][24]
Кемдә уҡыған Reinhold Haberlandt[d]
Әүҙемлек урыны Берлин[1], Темплин[d][1] һәм Уккермарк[d][1]
Эш хаҡы 369 727 $[25]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Германияның христиан-демократик союзы[d][16][15][26][…]
Парламентская группа фракция ХДС/ХСС в бундестаге[d]
Участвовал в выборах Парламентские выборы в Германии[d], Парламентские выборы в Германии[d], Парламентские выборы в Германии[d], Парламентские выборы в Германии 2002 года[d], Парламентские выборы в Германии 2005 года[d][27], Парламентские выборы в Германии 2009 года[d][27], Парламентские выборы в Германии (2013)[d][27] һәм Парламентские выборы в Германии[d][27]
Күҙ төҫө голубой[d]
Сексуаль йүнәлеш гетеросексуаллек[d][5]
Ҡатнашыусы президентские выборы в Германии 2012[d][28], президентские выборы в Германии 2009[d], президентские выборы в Германии 2004[d], президентские выборы в Германии 2010[d], Q105756728?[29], президентские выборы в Германии 1999[d], президентские выборы в Германии 2017[d][30], State visit of Angela Merkel to the Kingdom of Jordan[d], 2005 Bilderberg Conference[d], commencement at the Harvard University[d][31], Visit of Angela Merkel to Azerbaijan[d], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2013 г.[d][32], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2015 г.[d][33], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2018[d][34], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2020[d][35], Ежегодная встреча Всемирного экономического форума 2004[d][36], Angela Merkel state visit to Israel[d][37], Q116930819?[38][39], Leipziger Buchmesse 2023[d][40][41] һәм Q105834611?[42]
Ойошма ағзаһы Атлантический мост[d][43], Ротари Клуб[d], Союз свободной немецкой молодёжи[d], Cabinet Kohl IV[d], Cabinet Kohl V[d], Первое правительство Меркель[d], Второе правительство Меркель[d], Третий кабинет министров Ангелы Меркель[d] һәм Четвёртое правительство Меркель[d]
Каталог коды 11001478[20]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Международная премия имени Карла Великого Большой крест ордена Солнца Перу Большой крест ордена Инфанта дона Энрике Президентская медаль Свободы

премия Эрика Варбурга[d] (25 июнь 2009)

Немецкая медиапремия[d] (2009)

медаль Лео Бека[d] (21 сентябрь 2010)

премия Хайнца Галинского[d] (28 ноябрь 2012)

кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой»

премия Лео Бека[d] (2007)

Большой крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»

Джавахарлал Неру исемендәге премия[d] (2009)

премия Индиры Ганди[d] (2013)

медаль Робера Шумана[d] (2007)

премия Авраама Гейгера[d] (2015)

Человек года по версии журнала «Time»[d] (2015)

почётный доктор Нанкинского университета[d] (июнь 2016)

орден Республики кавалер Большого креста норвежского ордена Заслуг орден «Стара планина» орден короля Абдель-Азиза орден Заида

почётный доктор Лейпцигского университета[d] (3 июнь 2008)

почётный доктор Еврейского университета в Иерусалиме[d] (2007)

почётный доктор Лёвенского католического университета[d] (12 ғинуар 2017)

почётный доктор Гентского университета[d] (12 ғинуар 2017)

почётный доктор Тель-Авивского университета[d] (1 февраль 2011)

Большой крест I степени почётного знака «За заслуги перед Австрийской Республикой»

почётный доктор Университета Бабеша — Бойяи[d] (12 октябрь 2010)

почётный доктор Бернского университета[d] (2009)

почётный доктор Гарвардского университета[d] (30 май 2019)

Lucius D. Clay Medal[d] (2009)

премия Генри Киссинджера[d] (21 ғинуар 2020)

почётный доктор Университета имени Я. А. Коменского[d] (ноябрь 2014)

почётный доктор Российского химико-технологического университета[d]

командорский крест ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»

почётный доктор Вроцлавской политехники[d] (24 сентябрь 2008)

Президентская медаль отличия

Ehrenplakette des Bundes der Vertriebenen[d] (2014)

медаль Вильгельма Лёйшнера[d] (28 ноябрь 2014)

Человек года (Financial Times)[d] (2015)

премия Четырёх свобод — Медаль свободы[d] (2016)

орден Витаутаса Великого

Eugen Bolz Prize[d] (2017)

орден Двойного белого креста 1-го класса

honorary citizen of Templin[d] (8 февраль 2019)

орден Трёх звёзд

Q114457507? (31 август 2019)

медаль Бубера-Розенцвейга[d] (2020)

орден Креста земли Марии 1-го класса

honorary doctor of Johns Hopkins University[d] (15 июль 2021)

орден Возрождения орден Свободы Большая лента ордена Леопольда I кавалер Большого креста ордена Почётного легиона кавалер Большого креста ордена Нидерландского льва

премия мира имени Феликса Уфуэ-Буаньи[d] (2022)

премия Нансена[d] (4 октябрь 2022)

Большой крест в специальном исполнении ордена «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия»

Государственная премия земли Северный Рейн-Вестфалия[d] (16 май 2023)

Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике Баварский орден «За заслуги»

European Civil Rights Prize of the Sinti and Roma[d] (28 апрель 2021)

Премия понимания и толерантности[d] (24 октябрь 2011)

Большая цепь ордена Инфанта дона Энрике орден «За исключительные заслуги» Большой крест ордена Заслуг

Vision for Europe Award[d]

Charles V European Award[d]

Почётный доктор Института политических исследований[d] (2023)

орден «За заслуги перед Федеративной Республикой Германия» орден «За заслуги перед Итальянской Республикой» почётный знак «За заслуги перед Австрийской Республикой» орден Заслуг орден Креста земли Марии орден Двойного белого креста орден Нидерландского льва орден Леопольда I орден Инфанта дона Энрике орден Солнца Перу
Бейеклеге/буйы 1,65 метр
Рәсми сайт buero-bundeskanzlerin-ad.de
Тасуирлау биттәре obalkyknih.cz/view_auth?…
bundesstiftung-aufarbeitung.de/…
hdg.de/lemo/biografie/an…
bundeskanzler.de/bk-de/k…
tass.ru/encyclopedia/per…
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Число Эрдёша 5
Биография на сайте бундестага bundestag.de/webarchiv/a…
Предпочитаемое местоимение Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности..
 Ангела Меркель Викимилектә

Германия тарихында тәүге һәм әлегә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ канцлер.

Ата-әсәһе. Уҡыу йылдары

үҙгәртергә

А́нгела Дороте́я Ме́ркель 1954 йылдың 17 июлендә Хорст Каснер (1926—2011) һәм Герлинда Каснер (1928) ғаиләһендә Германия Федератив Республикаһының Гамбург ҡалаһында тыуған.

Хорст Каснер (Kasner, үҙ фамилияһы Казмерчак) Гитлерҙың власҡа килеренән өс йыл алдараҡ фамилияһын немецса Каснергә әйләндерә, Гейдельберг һәм Гамбург университеттарында теология өйрәнә. Ангеланың олатаһы, Людвик Казмерчак (Анна Казмерчак менән Людвик Войцеховский улы), Познань ҡалаһында полицияла хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында герман армияһында һуғыша, Францияла әсиргә эләгә, бында генерал Юзеф Халлерҙың поляк армияһына яҙыла. Польша—Украина һәм Польша—Совет Рәсәйе һуғыштарында ҡатнаша. 1923 йылда Берлинға күсә, полицияла хеҙмәт итә, 1943 йылдан башлап, имелек полицияһы сержанты. Ангеланың әсәһе, Герлинда Йентцш (Jentzsch), Данцигта (Гданьск) тыуған, 1936 йылда Эльбингта йәшәгән (хәҙерге Эльблонг).[44][45][46].

Ангела тыуып, бер нисә аҙна үткәс, Кастнер ғаиләһе ГФР-ҙағы Гамбургтан Германия Демократик Республикаһына күсенә, Хорст Каснер Перлеберг ҡалаһында лютеран сиркәүенә эшкә ебәрелә (Берлин-Бранденбург). 1957 йылда, Каснерҙар Темплин ҡалаһында йәшәй башлай. Бында Ангеланың атаһы пастор булмай, лютеран сиркәүенең үҡыу үҙәген булдырыуҙа ҡатнаша, оҙаҡ йылдар пасторҙар әҙерләй торған колледж етәксеһе була һәм Берлин-Бранденбургеренең лютеран сиркәүе тормошонда ҙур роль уйнай[47]. Ҡатыны латин һәм инглиз телдәренән уҡыта. Ғаиләлә Ангеланан тыш тағы ике бала була: улдары Маркус (1957 йылғы), ҡыҙҙары — Ирена (1964 йылғы).

Каснерҙар лютеран сиркәүенең ГДР хөкүмәте сәйәсәтен һәм СЕПГ-ның сиркәүгә ҡарата сәйәсәтен аңлап, ҡабул иткән өлөшөнә ҡарай. Каснерҙарға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр бирелә, уларға көнбайышҡа сығып йөрөргә рөхсәт ителә. Герлинда Каснерға мәктәптә эшләргә рөхсәт бирелмәй, шуға күрә ул үҙен баларын тәрбиәләүгә бағышлай. Ангела Каснер балалар баҡсаһына ла, мәктәптә оҙайтылған көн төркөмөнә лә йөрөмәй.

1961 йылда Темплиндағы политехник урта мәктәптең беренсе класына уҡырға бара. Мәктәптә артыҡ күҙгә салынып бармаған, ләкин иптәштәре менән уртаҡ тел таба алған ҡыҙ була. Бик яҡшы уҡый, бигерәк тә математиканан ҙур уңыштарға өлгәшә. 1973 йылда сығарылыш имтихандарын тик «бишле» билдәләренә генә бирә[48].

Мәктәп йылдарында Ангела Эрнст Тельман исемендәге пионер ойошмаһында һәм һуңыраҡ Ирекле немец йәштәре союзында (СССР-ҙағы комсомол кеүек йәштәр ойошмаһы) ағза булып тора.

Ҡыҙ Лейпциг университетының физика факультетына уҡырға инергә була, 1973 йылдан Лейпцигта йәшәй. ГДР-ҙағы төҙөлөш менән риза булмаған оппозиция сафында булмай, ләкин үҙе әйтеүенсә, диссидент- яҙыусы Райнер Кунце менән таныша, уны яратҡан яҙыусыһы тип атай.

Йәш саҡта студенттар менән хөкүмәт магазинынан арзан хаҡҡа черника һатып алып (хөкүмәт дотация биргән), кире шул магазинға артыҡ хаҡҡа һатып аҡса эшләштергәндәре тураһында А.Меркель үҙе һөйләй[49].

1974 йылда Мәскәү һәм Ленинградтан студент физиктар менән осрашыу ваҡытында, буласаҡ ире, Фогландтан студент-физик Ульрих Меркель менән таныша. Темплин сиркәүендә улар 1977 йылдың 3 сентябрендә никахлаша.

«Влияние пространственной корреляции на скорость бимолекулярных элементарных реакций в плотной среде» тигән диплом эшен Ангела Меркель 1978 йылда бишлегә яҡлай. Университетта уҡығанда Ангела йәштәр ойошмаһында әүҙем эшләй, агитация һәм пропаганда өсөн яуап бирә.

ГДР (1978—1990)

үҙгәртергә

Университетты тамамлағас, Ангела менән Ульрих Меркель Берлинға китә. 1978—1989 йылдарҙа Ангела Меркель ГДР Фәндәр Академияһының Физик химия үҙәк институтында эшләй. 1986 йылда ул теоретик химия буйынса диссертация яҡлай һәм тәбиәғәт фәндәре докторы дәрәжәһен ала.

1989—1990 йылдарҙа ГДР-ҙа демократлаштырыу процессы башлана. Быға тиклем бик ҙур сәйәси әүҙемлек күрһәтмәгән А.Меркель «Demokratischer Aufbruch» (Демократик ынтылыш) партияһында эшләй башлай. 1990 йылда ГДР дәүләте күҙгә күренеп тарҡала бара, был осорҙа Ангела Меркелдең сәйәси карьераһын үҫтереүгә ГДР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе янындағы парламент Дәүләт секретаре Гюнтер Краузе ҙур өлөш индерә. Ангела Меркель ГДР хөкүмәте пресс-секретаренең урынбаҫары вазифаһын биләй. 1990 йылдың 3 октябрендә рәсми рәүештә ГДР дәүләте йәшәүҙән туҡтай.

ХДС-ҡа күсеү (1990)

үҙгәртергә
 
ГДР-ҙың һуңғы премьер министры Лотаром де Мезьер менән. 1990 йылдың авгусы

1990 мартында «Демократик ынтылыш» ГДР Халыҡ палатаһына һайлауҙарҙа уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1990 йылдың 4 авгусында христиан демократтары менән яҡынлашыу процессы ХДС составына инеү менән тамамлана. Был ваҡытҡа ГДР-ҙағы ХДС ФРГ-лағы ХДС менән бер партия булып ҡушылған була. Меркель "Демократик ынтылыш"тан өс делегаттың береһе булараҡ, Гамбургта 1990 йыл 1— 2 октябрендә үткән ойоштороу съезында ҡатнаша. Был съезд алдынан уның инициативаһы буйынса, ХДС рәйесе һәм ФРГ-ның федераль канцлеры Гельмут Коль менән тәүге осрашыу була.

ГДР тарҡалғас, Меркель ФРГ-ның матбуғат һәм информация федераль ведомствоһында министр кәңәшсеһе вазифаһын биләй(нем. BPA). Меркель бундестаг депутаты урыны өсөн көрәшергә ҡарар итә. Мекленбург-Померанияла (элекке ГДР территорияһы) ХДС-тың бүлексәһе етәксеһе Гюнтер Краузеның ярҙамы Ангела Меркелгә бик ваҡытлы була

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәштәр эше буйынса федераль министр (1991—1994)

үҙгәртергә

1990 йылдың 2 декабрендә үткән бөтә Германия һайлауҙарында Меркель үҙ округында бөтә тауыштың 48,5 % йыя. 1990 йылдың 20 декабрендә , Ангела Меркель бундестаг депутаты мандатын ала.

Гельмут Коль үҙенең дүртенсе кабинетында А.Меркелгә ҙур булмаған Ҡатын-ҡыҙҙар һәм йәштәр эше буйынса министрлыҡты тәҡдим итә.

 
С немецкими политиками, апрель 1991 года

Оҙаҡламай төрөлө финанс мутлыҡтарында ғәйепләнеп, ГДР-ҙан сыҡҡан ХДС етәкселәре үҙ постарын юғалта. 1991 йылдың декабрендә ХДС-тың Дрезденда үткән съезында Меркель ХДС-тың рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. 1993 йылдың июнендә ХДС-тың Мекленбург — Алғы Померания бүлексәһенең етәксеһе вазифаһына һайлана.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау федераль министры (1994—1998)

үҙгәртергә

1994 йыл 16 октябрендә бундестагҡа яңы һайлауҙар үтә, Гельмут Коля Меркелгә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ядро хәүефһеҙлеге федераль министры портфелен тәҡдим итә. Үҙ федераль һайлау округында Ангела Меркель өсөн 48,6 % тауыш бирелә .

ХДС-ты законһыҙ финанслау тураһындағы низағ (1999)

үҙгәртергә

1998 йылдың 27 сентябрендә үткән бундестагҡа һайлауҙарҙа ХДС/ХСС блогы уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1998йылдың 7 ноябрендә Шойбле партияның рәйесе итеп һайлана, бығаса Г.Коль «минең ҡыҙыҡайым» тип йөрөткән Меркель- генераль секретарь, Г.Коль- почетлы рәйес вазифаларына күрһәтелә.

Киләһе һайлауҙарҙа ХДС һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә, был Меркельдең позицияларын тағы ла нығыта.

1999 йылдың ноябрендә ХДС законһыҙ финанслау тураһында низағ тыуа. Гельмут Колде «Сәйәси партиялар тураһында»ғы федераль законды боҙоп, ҙур капиталдан миллионлаған марка аҡса алыуҙа ғәйепләнә. 1999 йылдың 22 декабрендә «Frankfurter Allgemeine Zeitung» гәзитендә ХДС-тың генераль секретаре Ангела Меркелдең Гельмут Колде тәнҡитләгән мәҡәләһе сыға, ул "ҡарт гвардия"нан һис шикһеҙ баш тартырға саҡыра:

  Партия должна сделать первые самостоятельные шаги, должна поверить в себя, что и без «старого боевого коня», как себя часто называл сам Гельмут Коль, сможет продолжить борьбу со своими политическими противниками. Как подросток в пубертатный период, она должна оторваться от родительского дома и пойти собственной дорогой.  

2000 йылдың башында ХДС рәйесе Вольфганг Шойбле лә эре эшҡыуарҙарҙан партия өсөн ҙур сумма аҡса алыуын һөйләй.

ХДС рәйесе (2000)

үҙгәртергә

2000 йылдың февралендә Вольфганг Шойбле вазифаһынан бушалытла. Бер нисә аҙна етәксеһеҙ ҡалған партияла Ангела Меркель һиҙелерлек роль уйнай башлай. Урындағы ойошмалар Ангела Меркелде партия рәйесе вазифаһында күрергә теләүҙәрен белдерә. Меркелдең карьераһының һуң башланыуы уны финанс мутлыҡтарында ғәйепләүҙән ҡотҡара.

2000 йылдың 10 апрелендә Эссендә үткән съезда Меркель ХДС рәйесе булып һайлана.

Оппозиция лидеры (2002—2005)

үҙгәртергә

2002 йыл 22 сентябрендәге һайлауҙарҙа СДПГ менән «йәшелдәр» партияһы еңә (Герхард Шрёдер һәм Йошка Фишер). ФРГ -ның ул саҡтағы хөкүмәтенән айырмалы рәүештә , Ангела Меркель Джордж Буштың Ирактағы сәйәсәтен хуплап сыға. Меркель бундестагта ХДС/ХСС фракцияһының етәксеһе урыны өсөн көрәш башлай.

2003 йылда һайлауҙар ваҡытында ХДС Гессен һәм Түбәнге Саксонияла еңеү яулай. Оппозицияла булһа ла, ХДС хөкүмәттең сәйәсәтенә йоғонтоһон көсәйтә. «Программа действий 2010», һаулыҡ һаҡлау реформаһын һәм хеҙмәт баҙарында заманса хеҙмәт күрһәтеү тураһында дүртенсе законды яҡлап сыға.

2005 йылдағы бундестагҡа ваҡытынан алдағы һайлауҙар

үҙгәртергә

Төньяҡ Рейн-Вестфалия ландтагына 2005 йылдың 22 майында үткән һайлауҙар Германия социал-демократик партияһы өсөн уңышһыҙ тамамлана. СДПГ рәйесе Франц Мюнтеферинг, унан һуң федераль канцлер Герхард Шрёдер 2005 йылдың көҙөнә ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреү тураһында белдереү яһай .

30 майҙа ХДС һәм ХСС президиумы Меркелде үҙ партияларынан федераль канцлер вазифаһына кандидат итеп күрһәтә. Партияла уға ҡаршы тора алырлыҡ кандидаттар инде булмай.

2005 йылдың 18 сентябрендә ХДС/ХСС блогы (беренсе номер- Меркель була) 35,2 % (2002 йылда — 38,5 %) тауыш йыя, ә төп конкурент СДПГ-34,2 % . Һайлау һөҙөмтәһе буйынса Германия ирекле демократик партияһы (Свободная демократическая партия Германии) менән парламент күпселеген тәшкил итеү маҡсатына ирешеп булмай. Үҙенең һайлау округында (Штральзунд, Төньяҡ Алғы Померания һәм Рюген) Меркель һайлаусыларҙың 41,3 % тауышын ала. Социал-демократтар менән «йәшелдәр» партияһы ла парламентта күпселекте юғалта.

Федеральный канцлер (с 2005)

үҙгәртергә

Коалиция төҙөү тураһындағы һөйләшеүҙәр

үҙгәртергә
 
Меркель в 2005 году

Һайлауҙар үткән көндөң кисендә теледебат ваҡытында Герхард Шредер яңы хөкүмәт төҙөргә теләүе тураһында белдерә.

20 сентябрҙә ХДС/ХСС яңы фракцияһы Меркелде үҙ рәйесе итеп күрһәтә. Бер нисә көн барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, 10 октябрҙә СДПГ, ХДС һәм ХСС фракциялары XVI саҡырылыш бундестагына Меркелде ФРГ-ның федераль канцлеры вазифаһына тәҡдим итергә, тигән фекергә килә .

2005 йылдың 22 ноябрендә Ангела Меркель ФРГ-ның федераль канцлеры итеп һайлана (611 депутаттың 397 уның өсөн тауыш бирә). ФРГ тарихында ул- тәүге ҡатын-ҡыҙ канцлер, бынан тыш, яңы федераль ерҙән һәм канцлер вазифаһындағы тәүге тәбиғәт фәндәре буйынса белгес.

ФРГ-лағы күп ҡатын-ҡыҙ быны үҙ еңеүе кеүек ҡабул итә. Белгестәр фекеренсә, Меркель немецтарҙың ғәҙәти бер һайлаусыһына оҡшап тора, тышҡы ҡиәфәте, үҙ-үҙен тотоуына ҡарап, Меркелде харизмалы етәкселәр иҫәбенә индереүе ҡыйын. Ләкин көслө амбиция, конъюнктуралыҡ (мәленә ҡарап, яраҡлаша белеү) һәм эшкә һәләт менән ул бик күптәрҙән айырылып тора.

  • Тәүге ире — Ульрих Меркель (19771982); уның менән өсөнсө курста уҡығанда таныша, ул да физик була. Бер йылдан улар өйләнешә, Ангела Каснер Меркель фамилияһын ала. 1981 йылда улар ташлаша, тағы бер йылдан айырылышалар. Һуңыраҡ Меркель үҙенең тәүге никахы тураһында: « Беҙ барыһы ла өйләнешкәнгә өйләнештек. Бөгөн был алйотлоҡ кеүек күренә, ләкин мин никахҡа бик етди ҡарамағанмын. Мин яңғылыштым». Тәүге ире менән айырылышһа ла, Ангела иренең Меркель фамилияһын ҡалдыра (немец телендә merklich- күренеп тора, заметная).
  • Икенсе ире — Иоахим Зауэр, химик. Икенсе ире менән, ул ваҡытта уның ҡатыны була, Ангела Меркель 1984 йылда осраша башлай. 30 декабрь 1998 йыл улар өйләнешә. Йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн, профессор Йоахим Зауэр ҡатынының канцлер вазифаһына инаугурацияһында булмай.

Ике никахта ла Ангела Меркелдең балаһы булмай .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 Deutsche Nationalbibliothek Record #119545373 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Merkel, Angela, 1954- // Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  4. 4,0 4,1 Angela Merkel // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Golden (ингл.) — 2019.
  7. 7,0 7,1 7,2 Spitznamen unserer Politiker (нем.) // Rheinische PostRheinisch-Bergische Druckerei- und Verlagsgesellschaft, 1946.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Galaktionow B., Reuß A. Von Kohls Mädchen zur ewigen Kanzlerin (нем.) // Süddeutsche ZeitungM: Süddeutscher Verlag, 2018. — 436997 экз.; 345520 экз.; 366999 экз. — ISSN 0174-4917
  10. Breuer M. Dieser Spitzname stört Angela Merkel besonders (нем.) // Kölner Stadt-AnzeigerDuMont Mediengruppe, 2022.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Galaktionow B., Reuß A. Die Unangreifbare wird angreifbar (нем.) // Süddeutsche ZeitungM: Süddeutscher Verlag, 2018. — 436997 экз.; 345520 экз.; 366999 экз. — ISSN 0174-4917
  12. https://d-nb.info/gnd/119545373/about/lds (ингл.) / German National Library
  13. Angela Merkel // Discogs (ингл.) — 2000.
  14. Hennig F. CDU-Parteitag: Eimsbüttelerin Angela Merkel bekommt Nachfolgerin (нем.) // Eimbütteler NachrichtenHH: 2018.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 Wer war wer in der DDR? (нем.): ein Lexikon ostdeutscher Biographien // Wer war wer in der DDR? / Hrsg.: J. Černý
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 Parlement.com (нидерл.)
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 17,6 17,7 https://www.bundeskanzler.de/bk-de/kanzleramt/bundeskanzler-seit-1949/angela-merkel (нем.) / Hrsg.: Presse- und Informationsamt der Bundesregierung
  18. https://web.archive.org/web/20211027131424/https://www.bundesregierung.de/breg-en/federal-government/cabinet (ингл.) / Government of the Federal Republic of Germany
  19. https://web.archive.org/web/20211201003023/https://www.bundesregierung.de/breg-en/federal-government/federal-cabinet (ингл.) / Government of the Federal Republic of Germany
  20. 20,0 20,1 Stammdaten aller Abgeordneten des Deutschen Bundestages
  21. https://www.kas.de/de/web/geschichte-der-cdu/generalsekretaere (нем.) / Hrsg.: Konrad-Adenauer-Stiftung
  22. https://bundeswahlleiter.de/bundestagswahlen/2017/gewaehlte/bund-99/m.html
  23. Höhn T. D. Ehrendoktorwürde für Angela Merkel (нем.) / Hrsg.: Universität Leipzig — 2008.
  24. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  25. Daniel S. https://justrichest.com/highest-paid-world-leaders/ (ингл.)
  26. https://www.hdg.de/lemo/biografie/angela-merkel.html (нем.) // Lebendiges Museum Online — 1999.
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 (unspecified title) (нем.) // abgeordnetenwatch.de
  28. Mitglieder des Deutschen Bundestages
  29. Union und SPD verhandeln in zwölf Expertengruppen (нем.) / Hrsg.: Zeit Online — 2013.
  30. http://www.bundestag.de/blob/490834/00e8cd433765c0b6e5fac81b56d4a5d5/mitglieder_bv-data.pdf (нем.) / Hrsg.: Deutscher Bundestag — S. 12.
  31. Pazzanese C. Merkel advises graduates: Break the walls that hem you in (ингл.) // Harvard GazetteHarvard University, 2019. — ISSN 0364-7692
  32. https://data.qz.com/2013/davosattendees/data/davosdata.json (ингл.)
  33. https://data.qz.com/2015/davos/data/davos2015.json (ингл.)
  34. https://data.qz.com/2018/davos-2018/data/davos-2018-clean.json (ингл.)
  35. Speech by Federal Chancellor Dr Angela Merkel at the 2020 Annual Meeting of the World Economic Forum in Davos on 23 January 2020 (ингл.) / Government of the Federal Republic of Germany — 2020.
  36. https://wikispooks.com/w/images/c/c3/Wef_2004.pdf (ингл.) — P. 33.
  37. Gorawantschy B., Burkhardt P. Abschiedsbesuch der Bundeskanzlerin in Israel (нем.) / Hrsg.: Konrad-Adenauer-Stiftung — 2021.
  38. Partnerschaften mit Westafrika intensivieren (нем.) / Hrsg.: Bundesregierung — 2018.
  39. Senegal empfängt Merkel mit deutschem Schlager (нем.) / Hrsg.: Deutsche Welle — 2018.
  40. Pollmer C. Acht Merkel sind ein Fitzek (нем.) // Süddeutsche ZeitungM: Süddeutscher Verlag, 2023. — 436997 экз.; 345520 экз.; 366999 экз. — ISSN 0174-4917
  41. Kollenberg K. Angela Merkel im Talk auf der Leipziger Buchmesse über ihre Herkunft, ihre Politik und die AfD (нем.) // Leipziger Volkszeitung — 2023. — ISSN 0232-3222
  42. Eigene Arbeitsgruppe in den Koalitionsverhandlungen (нем.) — 2018.
  43. Schulenberg H. Atlantik-Brücke: Mitglieder und Ziele des Vereins (нем.) // Focus Online — 2022.
  44. Dziadek Angeli Merkel był w armii Hallera. Walczył z Niemcami? (пол.)
  45. Merkels Opa kämpfte gegen Deutsche
  46. Merkels Opa war ein Pole
  47. SPIEGEL:http://www.spiegel.de/politik/deutschland/kanzlerin-merkel-hat-polnische-wurzeln-a-888674.html
  48. Десять неизвестных фактов об Ангеле Меркель | ИноСМИ — Все, что достойно перевода
  49. Авдеенко Сергей. Нашего бору ягода… «Новое время». The New Times (14 сентябрь 2009). Дата обращения: 15 март 2017. Архивировано 19 октябрь 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә