Георгиев Александр Сергеевич
Георгиев Александр Сергеевич (17 июль 1975 йыл, Пятилипы ауылы, Новгород өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй шашкасыһы, туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы (Рәсәй йыйылма командаһы составында еңеүен иҫәпләмәйенсә), өс тапҡыр Европа чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призеры (2018) һәм фриз шашкалары буйынса Европа чемпионы. Халыҡ-ара гроссмейстер. Сеанста сәғәт менән бер үк ваҡыттағы уйындың таҡталар һаны буйынса донъя рекордсмены (45).
Георгиев Александр Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 июль 1975 (49 йәш) |
Тыуған урыны | Пятилипы[d] |
Һөнәр төрө | спортсы |
Спорт командаһы ағзаһы | "Башнефть (шашка клубы)" |
Спорт төрө | урыҫ шашкаһы[d] һәм халыҡ-ара шашка[d] |
Ҡатнашыусы | Чемпионат мира по международным шашкам среди мужчин 2015[d] һәм Чемпионат мира по международным шашкам среди мужчин 2015 (матч)[d] |
Георгиев Александр Сергеевич Викимилектә |
Бөтә программаларҙа ла халыҡ-ара шашка буйынса 20-нән ашыу Рәсәй чемпионы. «Башнефть» (Өфө) (элекке «Нефтсе» (Ишембай) клубтары составында — Рәсәй, Европа чемпионы (Европа чемпиондары Кубогын яулаусы), Mo&Z Volendam составында — Нидерланд чемпионы.
64-100.com блогында сайт алып бара[1], «Шашечный мир» (Мәскәү) журналының штаттан тыш хәбәрсеһе.
Александр Леман менән бергә Леман — Георгиев тип аталған турнир үткәреү системаларын төҙөй.
Шашка-64
үҙгәртергә2011 йылда донъя чемпионатының бронза призеры 2010 йылда тиҙ программала Рәсәй Кубогын яулаусы.
Шашка −100
үҙгәртергәТуғыҙ тапҡыр донъя чемпионы 2002, 2003, 2004, 2006, 2011, 2013 (ике тапҡыр), 2015 (ике тапҡыр). Үҫмерҙәр араһында өс тапҡыр донъя чемпионы (1992—1994), шәп уйында донъя чемпионы (Нидерланд, 1999), тиҙ уйында донъя чемпионы (2014), блиц буйынса донъя чемпионатында 3-сө урын (Лондон, 1999), Бөтә донъя Олимпиадаһында интеллектуаль уйындарҙа 2-се урын (Лондон, 1999). 2017 йылда Рәсәй йыйылма составында халыҡ-ара шашка ярыштарының Европа команда чемпионтында беренсе урын яулай.
Европа һәм донъя чемпионаттарында һөҙөмтәләре
үҙгәртергәЙыл | Кимәл | Үткәреү урыны | Турнир/Матч | Иҫәп | Урын |
---|---|---|---|---|---|
1995 | ЕЧ | Люблинец | Турнир | +12 =7 −0 | 1-е |
1996 | ДЧ | Абиджан | Турнир | +3 =7 −1 | 4-е |
1999 | ЕЧ | Хогезанд | Турнир | +4 =7 −4 | 8-е |
2001 | ДМ | Мәскәү | Турнир | +4 =10 −2 | 7-е |
2002 | ЕЧ | Домбург | Турнир (плей-офф) | 2-е[2] | |
2003 | ДЧ | Якутск | Алексей Чижов менән матч | +4 сета −1 сет | 1-е |
2003 | ДЧ | Звартслёйс | Турнир | +6 =13 −0 | 1-е * |
2004 | ДЧ | Өфө / Ижевск | Матч с Алексеем Чижовым | +4 сета −1 сет | 1-е |
2005 | ДЧ | Амстердам | Турнир | +1 =9 −1 ** | 9-е |
2006 | ДЧ | Якутск | Матч с Алексеем Чижовым | не игрался | 1-е |
2006 | ЕЧ | Бовец | Турнир (швейц. система) | +4 =6 −0 | 1-е |
2007 | ДЧ | Харденберг | Турнир | +5 =14 −0 | 3-е |
2008 | ЕЧ | Таллин | Турнир (швейц. система) | +3 =6 −0 | 2-е |
2009 | ДЧ | Энсхеде, Твенте, Хенгело | Александр Шварцман менән матч | 2-е *** | |
2010 | ЕЧ | Мужасихле | Турнир (швейц. система) | +4 =5 −0 | 1-е |
2011 | ДЧ | Эммелорд / Урк | Турнир | +7 =12 −0 | 1-е |
2012 | ЕЧ | Эммен | Турнир (швейц. система) | +2 =7 −0 | 8-е |
2013 | ДЧ | Таллин | Александ Шварцман менән матч | 1-е | |
2013 | ДЧ | Өфө | Турнир | +4 =7 −0 ** | 1-е |
2014 | ЧЕ | Таллин | Турнир (швейц. система) | +2 =7 −0 | 11-е |
2015 | ДЧ | Измир | Жан Марк Нджофанг менән матч | 1-е **** | |
2015 | ДЧ | Эммен | Турнир | +6 =13 −0 | 1-е |
2017 | ДЧ | Таллин | Турнир | +1 =9 −1 ** | 7-е |
* 1-3 урындарҙы бүлешә, өҫтәмә блиц-турнирҙа еңә.
** Финалда
*** Уйындың төп өлөшө тигеҙ иҫәптә тамамлана. Еңеүсе өҫтәмә матчта билдәләнә.
**** Классик форматта тигеҙлек, рапид форматта өҫтөнлөк итә.
Биографияһы
үҙгәртергәШашка менән 7 йәшендә ленинград ҡалаһынәң йәштәр ижады һарайында шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры Анатолий Свечников була[3]. 12 йәшендә халыҡ-ара шашка менән мауыға. Сергей Маньшиндың уҡыусыһы. СССР спорт мастеры (1990), халыҡ-ара гроссмейстер (1995). 1996 йылдан — Ҡораллы Көстәр. 1990—2000 йылдар башында Ишембайҙа йәшәй һәм күнекмәләр үткәрә. Тренеры — Юрий Владимирович Черток. Хәҙер Санкт-Петербургта йәшәй һәм күнекмәләргә йөрөй, тренеры Верховых Александр Олегович[4].
Александр Георгиевтың беренсе тренеры биргән интервьюһында былай тип әйтә[5]:
— Ни өсөн бер нисә йыл элек Александр беҙҙең ҡаланан китә? — Төп сәбәбе — Петербург бағыусылар табылмай. Ә Ишембайҙа уға фатир бирәләр, финанс ярҙамы күрһәтәләр.
Башҡортостанда шашка спорты дәүләт кимәлендә хуплана.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса нәҡ Башҡортостандан Рәсәй вәкилдәре тәүге тапҡыр 2003 йылда донъя чемпионы була.
Башҡортостан президентының ҡотлау телеграммаһынан[6]:
«Ҡәҙерле Александр Сергеевич!
Һоҡланғыс еңеүегеҙ — халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы титулын яулауығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Ул туғыҙ тапҡыр донъя чемпионының көсөргәнешле көрәше менән өлгәшелде. Һеҙҙең уңыштар республикала физик культура һәм спорттың үҫешенең , беҙҙең шашка уйындарының юғары кимәлдә булыуына тағы бер тапҡыр дәлил булып тора. Был бигерәк тә мөһим, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы титулы яңынан беҙҙә.
Һезгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыуған Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңы спорт еңеүҙәре!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Георгиева Гүзәл, шулай уҡ шашкасы, Рәсәй гроссмейстеры, бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы. Балалары: Светлана һәм Сергей.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Блоги
- ↑ Результаты чемпионата Европы по международным шашкам 2002 года 2011 йыл 26 июль архивланған. (инг.)(англ.)
- ↑ Интервью перед матчем с Ж. М. Джофангом. 2019 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ Ассоциация Мультиспорта России
- ↑ Петербургский тренер воспитал чемпиона мира 2015 йыл 23 июль архивланған.
- ↑ Matches for the World Title, Ufa, 19-31.03.2003 2010 йыл 21 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Блог Александра Георгиева
- профиль на сайт FMJD
- профиль на сайте KNDB
- Проблемы на ста клетках 2015 йыл 1 август архивланған. // Невский Спорт, 13 апреля 2012 года
- Шашистов нет в отечестве своем 2015 йыл 1 август архивланған. // Невский Спорт, 23 июня 2009 года.
- Петербургский тренер воспитал чемпиона мира 2015 йыл 23 июль архивланған.