Плекунов Владимир Иванович
Плекунов Владимир Иванович (17 июль 1923 йыл — 6 ғинуар 2001 йыл) — театр рәссамы, 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР‑ының (1953) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1964) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Почёт Билдәһе (1955) ордендары кавалеры.
Плекунов Владимир Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 июль 1923 |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 2001 (77 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Иванович Плекунов [1] 1923 йыл 17 июлендә Пенза өлкәһенең Лопатин районы Козловка ауылында тыуған. 1941 йылда Һарытауҙа сәнғәт училищеһының театр-декорация бүлеген тамамлай (уҡытыусыһы Е. К. Щаблевский).
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Яраланғандан һуң (1942), 1949 йылға тиклем Һарытау ҡалаһының опера һәм балет театрында эшләй .
1949 йылда Мәскәү ҡалаһындағы Ҙур театрҙа Ф. Ф. Федоровскийҙа стажировка үткәндән һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йүнәлтмә буйынса ебәрелә. 1949 йылдан алып Өфөлә йәшәй, Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй.
Театр рәссамы. 400-ҙән ашыу спектаклде биҙәй. 1966 йылдан алып Рәссамдар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1969. БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, 1964. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1953. 1987 йылдан — «Нефтсе» мәҙәниәт йортоноң төп рәссамы (Өфө). 1980 йылда «КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының һәм БАССР Юғары Советының тантаналы ултырышында ҡатнашыусылар өсөн концертты, Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың 60 йыллығына арналған IV республика йыр, музыка һәм бейеү байрамын художество яғынан етәкләүе һәм ойоштороуы өсөн» (1979) Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була (1980).
Владимир Плекуновтың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
2001 йылда Өфөлә вафат була. Өфөләге рәссам йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Эштәре
үҙгәртергәРәсәйҙең төрлө ҡалаларында һәм сит илдәрҙә 400-ҙән ашыу балет һәм опера спектаклдәрен биҙәй:
«Чио-Чио-Сан» (Пуччини) операһы өсөн декорация эскиздары,ҡағыҙ. акварель, гуашь, 1947. «Конь-Горбунок» (Ц. Пуня) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ. акварель, гуашь, 1949. «Лауренсия» (А. Крейн) балеты өсөн декорация эскиздары, к. акварель, гуашь, 1951. «Эсмеральда» (С. Василенко, Ц. Пуня) балеты өсөн декорация эскиздары, к. акварель, гуашь, 1952. «Шахерезада» (Н. А. Римский-Корсаков) балеты өсөн декорация эскиздары, к. акварель, гуашь, 1953, 1978 (Дүшәмбе). Царская невеста" (Н. А. Римский-Корсаков) операһы өсөн декорация эскиздары, к. акварель, гуашь, 1953, 1969. «Бахчисарайский фонтан» (Б. Асафьев) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ. акварель, гуашь, 1954, 1957. «Тымыҡ Дон» (И. И. Дзержинский) операһы өсөн декорация эскиздары, х. м., 1955, 1964, (Дүшәмбе). «Русалка» (А. С. Даргомыжский) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., гуашь, 1956, 1976. «В бурю» (Т. Хренников) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м., 1957. «Демон» (А. Г. Рубинштейн) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акварель, гуашь, 1957. «Чародейка» (П. И. Чайковский) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м., 1958. «Раймонда» (А. К. Глазунов) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акварель, гуашь, 1958. «Трубадур» (Д. Верди) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м., 1959. «Коҙаса» (З. Исмәғилев) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., 1959, 1972 (Алма-Ата), 1976. «Паяцы» (Р. Ленкавалло) операһы өсөн декорация эскиздары, м. х., 1959, 1973. «Дон Кихот» (Л. Минкус) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акварель, гуашь, 1960, 1971. «Жизель» (А. Адан) балеты өсөн декорация эскиздары, к. гуашь, 1961. «Братья Ульяновы» (Ю. Мейтус) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м., 1962. «Овод» (А. Э. Спадавеккиа) операһы өсөн декорация эскиздары, х. м., 1963. «Буратино» (Н. Сабитов) балеты өсөн декорация эскиздары, х. м., 1964. «Ромео и Джульетта» (С. Прокофьев) балеты өсөн декорация эскиздары, х. м., 1964. «Пиковая дама» (П. И. Чайковский) операһы өсөн декорация эскиздары, х. м., 1964. «Корсар» (А. Адан) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., 1964, 1965 (Саратов), 1968 (Горький). «Гөлнәзирә» (Н. Сабитов) өсөн декорация эскиздары, х. м., 1965. «Тоска» (Д. Пуччини) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., 1965. «Искатели жемчуга» (Ж. Бизе) операһы өсөн декорация эскиздары,ҡағыҙ, акв., 1965. «Князь Игорь» (А. Бородин) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., 1966. «Оптимистическая трагедия» (А. Холминов) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м., 1967. «Анна Снегина» (А. Холминов) операһы өсөн декорация эскиздары, к. гуашь, 1967. «Дон Карлос» (Д. Верди) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м, 1968. «Щелкунчик» (П. И. Чайковский) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., 1968, 1976. «Замандаштар» (X. Әхмәтов) операһы өсөн декорация эскиздары, бум. акв., гуашь, 1970, «Фауст» (Ш. Гуно) операһы өсөн декорация эскиздары, к. м., 1961, 1970. «Спящая красавица» (П. И. Чайковский) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., 1972. «Сказка о царе Салтане» (Н. А. Римский-Корсаков) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, гуашь, 1973. «Лебединое озеро» (П. И. Чайковский) балеты өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, гуашь, 1974 (Горький), 1978. «Кармен» (Ж. Бизе) операһы өсөн декорация эскиздары, к. гуашь, 1975. «Летят журавли» (А. А. Нестеров) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., гуашь, 1975. «Богема» (Д. Пуччини) операһы өсөн декорация эскиздары, к. гуашь 1976. «Октябрь» (В. Мурадели) операһы өсөн декорация эскиздары, ҡағыҙ, акв., гуашь, 1977. «Золушка» (С. Прокофьев) балеты өсөн декорация эскиздары , ҡағыҙ, гуашь, 1977.
Өфөлә В. И. Лениндың 100 йыллығына арналған байрам концертын биҙәү, 1970. Ҡарағалпаҡ АССР-нда Башҡорт сәнғәте декадаһы көндәрендә байрам концерттарын биҙәү, 1976.
Плекунов шулай уҡ Силәбе, Куйбышев, Һарытау, Дүшәмбе, Алматы ҡалаларында спектаклдәрҙе биҙәгән.
Күргәҙмәләре
үҙгәртергә- Волга буйы рәссамдары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе, Һарытау, 1946.
- «Всесоюзный смотр творческой молодёжи театров» күргәҙмәһе, Мәскәү, 1947.
- Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1949 йылдан алып барыһында ла, йәштәр күргәҙмәлеренән башҡа.
- БАССР-ҙың рәссамдары әҫәрҙәре декада күргәҙмәһе, Мәскәү. 1955.
- БАССР-ҙың рәссамдары әҫәрҙәре декада күргәҙмәһее, Мәскәү, Ленинград, 1969.
- «Урал социалистический» зональ күргәҙмәһе: Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
- Бөтә Рәсәй театраль-декорация сәнғәте күргәҙмәһе, Мәскәү, 1957.
- Театр рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1969.
- Өлкә-ара декоратор-рәссамдар әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Өфө, 1970.
- В. И. Лениндың тыуыуына 100-йыллығы айҡанлы «Советская Россия» Бөтә Рәсәй сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
- 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- Театр рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе , Мәскәү, 1973.
- «Советская Россия-5» Бөтә Рәсәй сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1975.
Наградалары
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены, 1955.
- «Фашистик Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1946.
- «Мәскәүҙе обороналау өсөн» миҙалы, 1945.
- «Фашистик Германияны Еңеүгә 20 йыл» миҙалы, 1965.
- «СССР-ҙың Ҡораллы көстәренә 50 йыл» миҙалы, 1968.
- «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл хөрмәтенә Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы, 1970.
- «Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн.
- «Фашистик Германияны Еңеүгә 25 йыл хөрмәтенә» миҙалы, 1970.
- «Фашистик Германияны Еңеүгә 30 йыл» миҙалы, 1975,
- Башҡор АССР-ының Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы, 1973,
- Башҡор АССР-ының Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы, 1976.
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1979.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
- История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
- Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд, «Советский художник», Москва, 1974.
- Газета «Ульяновская правда»" 1968, от 3 октября. В. Аполлонов: Братья Ульяновы.
- Газета «Южный Урал», 1966, от 30 июня. Б. Скворцов: До новых встреч.
- Плекунов В. И. Юбилейная выставка: Каталог. Вступ. ст. Л. Ф. Низамовой. Уфа, 1983; Юбилейная выставка В. И. Плекунова: Каталог. Уфа, 1993.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ПЛЕКУНОВ Владимир(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://artru.info/ar/34974/(недоступная ссылка)
- http://www.shrb.ru/painting/plekunov_v.htm