Сафин Файыҡ Ғәзизйән улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Сафин Файыҡ Ғәзизйән улы (16 ноябрь, 1929, Башҡорт АССР-ы, Борай районы, Яңы Киҙгән ауылы - 13 июнь, 2014, Мәскәү ҡалаһы)- табип-фтизиатр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1993), БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1993). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданы[1].

Биографияһы үҙгәртергә

Файыҡ Ғәзизйән улы Сафин Башҡорт АССР-ы, Борай районыны Яңы Киҙгән ауылында 1929 йылдың 16 ноябрендә тыуған.

1956 йылда Свердловск дәүләт медицина институтын тамамлай. Йүнәлтмә буйынса нефтселәр ҡалаһы Ишембайға килә.

1956—1994 йылдарҙа Ишембай ҡалаһындағы Туберкулезға ҡаршы диспансерҙа баш врач булып эшләй. Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары предприятиелары эшмәкәрлеге арҡаһында яҡын тирәләге халыҡ йонсой, айырыуса балалар йыш сирләй. Файыҡ Ғәзизйән улы Ишембайҙа туберкулез менән сирле балалар өсөн махсус балалар баҡсаһын астырыуҙы юллай (1962). 1963 йылда Файыҡ Сафин етәкселегендә Туберкулезды киҫәтеү буйынса балалар санаторийы, 1975 йылда Туберкулезға ҡаршы стационарлы диспансер төҙөлә, ҡалала флюорография хеҙмәте булдырыла.

2001 йылда Файыҡ Ғәзизйән улы Сафиндың ҡала һәм районы халҡы алдындағы хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, уға Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы исеме бирелә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Тормош юлдашы- Сажида Ғосман ҡыҙы Урал дәүләт университетының химия факультетын 1955 йылда тамамлап, Ишембайға килә. 1955—1986 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының 3-сө һанлы урта мәктәбендә (2-се һанлы интернат-мәктәп, хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты) химия уҡытыусыһы булып эшләй. Өс ҡыҙы бар: Әлфиә, Зөлфиә, Наилә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. https://ishimbaimr.bashkortostan.ru/about/honorary/193408/(недоступная ссылка)