Аҙнай (Ишембай районы)
Аҙнай (рус. Азнаево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 278 кеше[1]. Этҡол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80231830003.
Ауыл | |
Аҙнай Аҙнай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Атамаһы
үҙгәртергәАуылдың исеме Аҙнай тигән кеше исеменән алынған[2], Аҙнай Абдуллин — XVIII быуатта ауыл хужаһы.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге исеме Буранғол ауылы булған. Уға Буранғол нигеҙ һалған. Улдарының исемдәре билдәле: Ҡотлоғужа (улдары Итбай, Селәүсен, Аҡтейен, Кинйәбай), Яҡшыгилде (уның балалары Килдебай, Рәсүл), Яҡшығулла, Тимербай.
Хәҙерге исеме хужаһы Аҙнай Абдуллин исеменән килеп сыҡҡан. Ул 1780 йылда Левашовҡа аҫаба ерҙәрен һатыуҙа ҡатнаша.
1865 йылда Буранғол‑Аҙнай исеме менән теркәлгән була, 75 йортта 390 кеше иҫәпкә алынған. Халыҡ малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана, тәгәрмәс, тәгәрмәс туғындары яһау менән шөғөлләнгән. Ауылда мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халыҡ башлыса урман кәсептәре менән шөғөлләнгән[3].
1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны Аҡкөсөк Назарғолов 1814 йылдың 19 мартында «Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылдағы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән бүләкләнә.
Азнай улусы составына ингән.
Ауылдың бөгөнгөһө
үҙгәртергәАуыл Этҡол ауыл Советына ҡарай. Башланғыс мәктәп (Үрге Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 278 | 141 | 137 | 50,7 | 49,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[4].
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
Тарихи урындары
үҙгәртергә- Аҙнай ҡәберлеге— Башҡортостандың Ишембай районындағы археологик ҡомартҡы (XIII быуат). Ишембай районы Аҙнай ауылынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Шиҙе йылғаһының уң ярында урынлашҡан[6] .
- АҘНАЙ ТОРАМАҺЫ, тарих ҡомартҡыһы. 17—19 быуаттарға ҡарай. Ишембай районы Аҙнай һәм Хажы ауылдары араһында Хажи Шиҙеһе йылғаһының (Һәләүек йылғаһы ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан[7].
Ауыл эргәһендәге ер-һыу
үҙгәртергә- Ыласынтау — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ыласынтауҙан көнсығыштараҡ Буҙалашбаш (538 м) тауы , төньяҡ-көнбайыштараҡ Аҙнай ауылы урынлашҡан.
Видеофильмдарҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Хисамитдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа, 2001. — С. 169/
- ↑ Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Аҙнай ауылы
- ↑ Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әсфәндиәров Ә. З., Яҡупов Г. И. Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аҙнай (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Аҙнай ауылы