Ағиҙел йылға пароходствоһы

Өфө ҡалаһындағы пароходство

Ағиҙел йылға пароходствоһы— «Рәсәй» йылға компанияһы. Һуңғы тулы исеме — «Башҡортостан йылға пароходствоһы» ААЙ. Компания штаб-квартираһы Өфөлә урынлашҡан[1].

Ағиҙел йылға пароходствоһы
Тармаҡ речной транспорт[d]
Нигеҙләү датаһы 1918
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Суднолар төҙөү һәм ремонтлау заводы. Затон биҫтәһе (Өфө)

Предприятие эшмәкәрлеге төрҙәре: ҡоро йөк ташыу, руда булмаған төҙөлөш материалдарын сығарыу һәм ташыу, пассажирҙар һәм туристарҙы Волга- Кама бассейны йылғалары һәм Дон йылғалары буйлап ташыу. Өфөлә урынлашҡан предприятие составына: Ағиҙел йылғаһында линия пристандары (Вострецово, Кушнаренко, Груздевка ауылдары, Дүртөйлө ҡалаһы), Ҡариҙел (Муллаҡай, Ахлыстин, Ҡариҙел ауылдары, Павловка ҡасабаһы); бүлендек предприятиелар (барыһы ла— ААЙ): бассейн элемтә узелы, Өфө йылға порты, Октябрь революцияһы исемендәге суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы (Затон биҫтәһендә), Бөрө пристане инә. 1999 йылда бында 1762 кеше эшләгән.

Тарихы үҙгәртергә

Ағиҙел буйлап пароходтар 1858 йылдан йөрөй башлай. Өфөгә Волганан беренсе булып «Быстрый» менән «Грозный» пароходтары килә. Өфөгә иң беренсе һатырға алып килгән йөк- икмәк. Шул ваҡыттан алып, йылға буйлап Камаға һәм Волгаға төрлө йөктәр ташыла— ағас, икмәк, мал, тире, тоҙ, тимер, ҡорос, баҡыр һ.б.

1859 йылда тәүге "Ольга"менән «Лебедь» исемле пассажир пароходтары Өфөгә килә. Был рейстар һынап ҡарар өсөн генә ойошторола. Бынан һуң пароходтар пассажирҙар ғына түгел, Түбәнге Новгород йәрминкәһенән Өфөгә һәм Бөрөгә йөк һәм тауарҙар ҙа ташый башлай. 1861—1863 йылдарҙа Ағиҙел буйлап «Дружина» йәмғиәтенең ике пароходы, Кама -Волга компанияһының өс пароходы һәм Левашовтың ике пароходы бер нисә рейс яһай.

1870 йылдан башлап Ағиҙел буйлап Өфөнән Ҡазанға һәм Түбәнге Новгородҡа тиклем пароходтар пассажирҙар ташый башлай. Пассажирҙар ташыуҙы сауҙагәр Попов, Полетаев һәм Исаев булдырған «Ағиҙел пароходствоһы» үҙ өҫтөнә ала. Пароходствоның башта ике, икенсе йылына өс пароходы була.

 
«Фортуна» судноһы Ағиҙел буйлап бара

1878 йылда йылға буйлап йөрөү рәсми ҡағиҙәләре раҫлана, уның акваторияһы һәм ярҙары буйлап бакендар һәм суднолар өсөн билдәләр ҡуйыла.

1878 йылда Якимовтар пароходство булдыра. Улар өс пароход тота. 1882 йылда Булычевтың суднолар контораһы асыла, уның өс пароходы була. Уның суднолары башлыса йөк ташый.

1913 йылда йылға буйлап 40 буксир пароходы һәм 20 тауар һәм пассажирҙар ташыусы пароход йөрөй. Улар барыһы ла шәхси компаниялар милке була.

Ағиҙел һәм Ҡариҙел буйлап пароходтар йөрөй башлау төбәк менән Үҙәк Рәсәй араһында ныҡлы иҡтисади бәйләнеш булдырыуға, сауҙа үҫешенә булышлыҡ итә.

Революциянан һуң, 1918 йылда, бөтә йылға компанияларын һәм флотын дәүләттеке тип иғлан итәләр.

1919 йылда Өфө һыу транспорты район идараһы, 1922 йылдан Волга һыу транспорты округының Өфө агентлығы, 1923 йылдан Волга дәүләт йылға пароходствоһының Ағиҙел урындағы флот идаралығы (1924 йылдан Өфө тауар һәм пассажирҙар флоты агентлығы, 1926 йылда Өфө коммерциялы эксплуатация контораһы) тип атала. 1932 йылдан Кама дәүләт йылға транспорты идаралығының Өфө йылға транспортының район идаралығы.

1936 йылда Кама йылға пароходствоһынан Ағиҙел өлкә эксплуатация контораһы айырылып сыға, ул «Ағиҙел йылға пароходство»һы итеп үҙгәртелә. 1994 йылдан ААЙ (ОАО), 2005 йылдан— Башҡортостан йылға пароходствоһы[2]

Предприятие үҙйөрөшлө булмаған судноларҙы этеп йөрөтөү ысулын Рәсәйҙә тәүге булып ҡуллана (1952).

 
Ҡариҙел йылғаһында йылға транспорты

2005 йылда Ағиҙел йылға компанияһы икегә бүленә: «Башҡортостан йылға пароходствоһы» ААЙ (турист пассажирҙар ташыу) һәм «Йөк һәм пассажирҙар ташыу» ААЙ (йөк һәм пассажирҙар ташыу флоты). «Ағиҙел йылға пароходствоһы» бер нисә судноны "Йөк һәм пассажирҙар ташыу предприятиеһы"нан ҡуртымға алып тора. Был ике предприятие ниндәй маҡсаттан сығып булдырылғаны йәмәғәтселектә күп һорауҙар тыуҙыра.

2017 йылдың майында «Ағиҙел йылға пароходствоһы» банкрот тип иғлан ителә һәм шуның менән компания тарихы тамамлана тип иҫәпләнә. 2017—2018 йылдарҙа пароходствоның бөтә флоты (йөк, турист пассажирҙар ташыу, ял итеү суднолары йә һатып ебәрелгә, йәки ғәмәлдән сығарылған һәм тураҡланған).

Пароходство 2017 йылдың майында контроль пакет тотоусы акционер—Башҡортостан ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы талабы буйынса банкрот тип иғлан ителә.

2019 йылдың февралендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылға пароходствоһын тергеҙеү өсөн "Региональ фонд"тан ярҙам итергә тәҡдим итте. Күпме аҡса бүленергә тейешлеге әйтелмәне. Май айында республика башлығы Башҡортостандың был уникаль предприятиеһын тергеҙерлек «көслө етәксе» һәм инвестор эҙләгәндәрен хәбәр итте. Ер һәм милек мөнсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә АЙП предприятиеларын көрсөктән сығарыу буйынса ете йыллыҡ план төҙөлгән[3].

2020 йылдың йәйендә предприятиеның банкрот итеп иғлан итеү процедураһы туҡтатылды.

«Ағиҙел йылға пароходствоһы» директорҙары үҙгәртергә

1918—1919 — Альгрен М. Ф.
1919—1920 — Румянцев В. И.
1920—1923 — Шелонин А. А.
1923—1926 — Катков И. Н.
1926—1929 — Сафронов С. П.
1929—1934 — Лазарев П. Ф.
1934—1936 — Малкин А. Г.
1936—1939 — Ершов М. Д.
1939—1940 — Рубанов М. Н.
1940—1944 — Симашов Д. П.
1944—1945 — Патрушев В. Н.
1945—1947 — Кучкин Сергей Андреевич
1947—1950 — Мясников К. Ф.
1950—1952 — Рачков В. Д.
1952—1971 — Кибальник Федор Андреевич
1971—1984 — Чигвинцев А. Н.
1984—1997 — Худяков Владимир Александрович
1997—2010 — Мингазов Раис Рашитович

Ағиҙел йылға пароходствоһының пассажирҙар һәм туристар ташыған суднолары:

737-се проект пароходтары: «В. А. Жуковский», «Джамбул», «Иван Кадомцев», «Казань», «Н. Г. Помяловский», «Уфа», «Ярослав Галан», «Пётр Комаров», «Владимир Арсеньев», «Сергей Алымов», «М. М. Пришвин», «Демьян Бедный».

305-се проект пароходтары: «Башкортостан» («Алексей Киселёв»), «Бригантина» («Марина Раскова»), «В. М. Зайцев», «Василий Чапаев», «Габдулла Тукай», «Герой Александр Головачёв», «Герой Ю. Гагарин», «Мулланур Вахитов», «Муса Гареев», «Николай Островский», «Салават Юлаев», «Федор Кибальник» («Енисей»).

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Башкортостан

Ағиҙел

Ҡариҙел

Былар ҡыҙыҡлы үҙгәртергә

-Буласаҡ генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов 14 йәшендә Өфөлә «Урал» судноһында матрос булып хеҙмәт итә башлаған.

−1890 йылдың 27 июнендә «Ост» пароходында Өфөгә В. И. Ульянов (Ленин) килә. Был ваҡытта уның ҡатыны Н. К. Крупская Өфөлә һөргөндә була. Граждандар һуышы ваҡытында «Ост» ҡыҙылармеецтарҙы ташый, Чапаев дивизияһы Ағиҙел аша ошо пароходта сыға.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Бельское речное пароходство 2021 йыл 6 март архивланған.

Башкирское речное пароходство не будет передавать активы в АО «Порт Уфа»

Речная старина

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә