Ғәлин Илһам Илүс улы

Ғәлин Илһам Илүс улы (16 ноябрь 1969 йыл) — биналар төҙөүҙә ҡулланылған төҙөлөш материалдарын, аҙыҡ-түлек етештереү буйынса шәхси эшҡыуар, бер мандатлы 17-се һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ғәлин Илһам Илүс улы
Тыуған көнө 16 ноябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Илһам Илүс улы Ғәлин 1969 йылдың 16 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған, башҡорт.

Юғары белемле – 1997 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1991 йылда Краснокама районының Ленин исемендәге колхозында баш инженер булып хеҙмәт юлын башлай.

2000 йылдан Нефтекама ҡалаһындағы «Баш­нефтегазстрой» ЯСЙ-ендә эшләй.

2006 йылдан – «Башнефтегазстрой» ЯСЙ-енең генераль директоры.

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының фракция ағзаһы.

Өйләнгән, ҡыҙ бала тәрбиәләй.

17-се бер мандатлы һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш депутаты. Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса Комитет һәм депутат этикаһы буйынса комиссия эштәрендә ҡатнаша. Ярҙамсыһы - Журавлев Виктор Александрович.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

ОАО "Башнефтегазстрой" "Bashneftegazstroy" Учредитель и Руководитель: Галин Ильгам Илюсович · 023102468808 452920, респ Башкортостан, г Агидель, ул Первых Строителей, 3 ИНН: 0253017372 ОГРН: 1060253015767 – 12.12.2006

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә