Маслов Владимир Петрович
Маслов Владимир Петрович (14 апрель 1925 йыл — 24 сентябрь 1988 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. 1974—1979 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы. Адмирал (1975). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1976—1981), РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары кавалеры.
Маслов Владимир Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 апрель 1925 |
Тыуған урыны | Дурасов ауылы, Рассвет ауыл Советы (Бәләбәй районы), Бәләбәй районы |
Вафат булған көнө | 24 сентябрь 1988 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | адмирал[d] |
Командалыҡ иткән | Тихоокеанский флот ВМФ России[d] |
Ғәскәр төрө | военно-морской флот[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Петрович Маслов 1925 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Дурасов ширҡәте ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Дурасов ауылында тыуған.
Мәскәү хәрби-авиация механиктар мәктәбен (1942—1945), М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын (1946—1950), Хәрби диңгеҙ флотының Юғары махсус офицерҙар класын (1955—1956), СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының хәрби академияһын (1964—1966) тамамлаған.
Штурм авиацияһы полкының өлкән техник ярҙамсыһы (1945), мина-торпеда хәрби часенең командиры, командирҙың өлкән ярҙамсыһы (1951—1955), һыу аҫты кәмәһе командиры (1956—1957), штаб начальнигы (1958—1960), һыу аҫты кәмәләре бригадаһы (1961) командиры, Төньяҡ флоттың (1966—1967) 11-се дивизия һыу аҫты кәмәләренең командиры, командующийҙың 1-се урынбаҫары (сентябрь 1968 — сентябрь 1974 йыл), Тымыҡ океан флоты командующийы (11 сентябрь 1974 йыл — 31 август 1979 йыл), Хәрби диңгеҙ флотының Варшава килешеүе буйынса ҡатнашыусы илдәрҙең Берләшкән ҡораллы көстәренең баш командующийы урынбаҫары (1 сентябрь 1979 йыл — 22 апрель 1983 г.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены,
- Октябрь Революцияһы ордены,
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
- Миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергәТыуған Красная Гора ауылындағы оло кешеләрҙең хәтирәләре буйынса, адмирал бала саҡтан моряк булырға, диңгеҙ киңлектәрен үтергә хыялланған[1]/>.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. П. Маслов | Городской портал города Белебея и Белебеевского района . Дата обращения: 28 ғинуар 2013. Архивировано 3 февраль 2013 года.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/9798/36256508.33/0_7a7e7_a72f9acd_orig
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- газета «Красная Звезда»
- журнал «Морской сборник»
- Советский энцикл. словарь. — М.: Сов. энциклопедия, 1979.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Маслов Владимир Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2022)
- Надгробие на Новокунцевском кладбище (фото)
- http://belebey.ru/article/detail.php?ID=1967 2010 йыл 13 декабрь архивланған.
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=1590 2018 йыл 9 июль архивланған.