Баро́кко (итал. barocco — «сәйер», «ҡупшы», порт. perola barroca) — XVI быуат аҙағында — XVIII быуат уртаһында Көнбайыш Европа, 18 быуаттың 1-се яртыһында Рәсәй архитектураһындағы һәм сәнғәтендәге стиль. Бароккога Көнбайыш Европа архитектураһында фасадтарҙың ҡупшы пластикаһы, биҙәктәр байлығы, ҡоролошоноң ҡатмарлылығы; шулай уҡ тантана залдары интерьерҙарының төрлө төҫтәге уйма һындар, күпертеп һәм уйып яһалған биҙәктәр, рәсемдәр һәм көҙгөләр менән зиннәтләнгән булыуы хас. 17 быуат аҙағында Көнбайыш Европа бароккоһы йоғонтоһонда Мәскәү архитектураһында ла күп һанлы ордер детальдәре күренә башлай. Архитектура ғилемендә был йүнәлеш «Нарышкин стиле» («Нарышкин бароккоһы») йәки «Мәскәү бароккоһы» тип атала.

Классик архитектура формалары барокко стиленең урыҫ архитектураһында, нигеҙҙә, декоратив роль уйнаған, ул биналарҙың композицион принциптарына тәъҫир итмәгән тиәрлек. Был стильдәге фасад биҙәлешенә ике төҫлөлөк − ҡыҙыл кирбес диуар һәм аҡ таштан уйып яһалған детальдәр хас. XVII быуат урыҫ архитектураһына шулай уҡ төрлө төҫтәрҙәге рәсемдәр менән биҙәлгән фасадтар, шашка һамаҡ түбәләр, тимерҙән киҫеп яһалған биҙәктәре һ.б. менән айырылып торған «Украина» бароккоһы ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Был стильдәге ҡоролмаларҙың күләм композицияһы һәм фасадтары − симметрия, интерьерҙары анфилада принциптарына нигеҙләнә. 18 быуаттың 1-се яртыһындағы «Пётр» йәки «Петербург бароккоһы» ябайлығы, формалар теүәллеге, фасадтарҙың пилястралар йә иһә ярым бағаналар, уйымдар һәм филёнкалар менән бүлгеләнеүе, биналарҙа маҡсатҡа ярашлы декоратив скульптуралар менән айырылып тора. 18 быуаттың 1-се яртыһында архитектор П. Зарудный, Ж.-Б. Леблон, Д. Трезини, М. Г. Земцов, И. К. Коробов, П. М. Еропкин эшсәнлеге ошо йүнәлештә бара.

18 быуат уртаһында архитектура һынлы сәнғәттең барлыҡ төрҙәренә һәм жанрҙарына мөрәжәғәт итә, скульптура, монументаль һәм декоратив рәсем, ғәмәли биҙәлеш сәнғәте мөмкинлектәренән файҙалана. Был осорҙа әлеге стильдә император резиденциялары, һарайҙар, утарҙар, соборҙар, сикәүҙәр, монастырьҙар төҙөлә. Ул ваҡыттағы барокко «Растрелли бароккоһы» тип тә атала. Ул бер үҙәккә тупланған өс өлөшлө биналар, һыныҡ йә иһә һығылма ҡыйыҡлы бейек түбәләр, фонарлы һәм тәҙерәле көмбәҙҙәр менән үҙенсәлекле. Ордер (өс сирекле колонналар һәм ныҡ беркетелгән антаблементтар), парлы йә иһә һыңар пилястралар, колонналар теҙмәһе, бина мөйөшөн китекләндереү һәм китек янына 2 колонна урынлаштырыу һ. б. − әлеге стиль пластикаһының төп үҙенсәлектәре. Тәҙерә уйымдары тура мөйөшлө, оҙонса түңәрәк, түңәрәк, арка рәүешендә. Уларҙың йөҙлөктәре, архивольт өҫтөнә сандрик урынаштырып көсәйтелә, араларындағы диуарға ҡабартылған биҙәк һалына. Диуарҙарҙың өҫкө өлөшө терәктәр, фигуралы аттиктар, парапеттар, вазалар, төрлө һындар менән зиннәтләнә. Гирлянда, валюта, купидон һындары, битлектәр, бюсттар, гербтар кеүек уйма биҙәктәр фронтондарҙы ҡаплап ала, колонналар һәм пилястраларға үрелеп менә. Фирүзә, әфлисун, йәшел төҫтәрҙәге диуарҙар аҡ төҫтәге ордер детальләре, колонналарҙың алтынһыу остары, уйма һындар, рәшәткәләр һ. б. өсөн фон булып хеҙмәт итә. 18 быуат урыҫ бароккоһы вәкилдәре: Ф.-Б. Растрелли, С. И. Чевакинский, А. В. Квасов (Санкт-Петербург); Д. В. Ухтомский, И. Ф. Мичурин, А. П. Евлашев һ.б. (Мәскәү). Төбәктәрҙәге барокко дәүере архитектураһы «Растрелли бароккоһы» менән сағыштырғанда күпкә тыйнағыраҡ. Бында Көнбайыш Европа архитектураһының айырым элементтары ғына файҙаланыла. Мәскәүҙә һәм төбәктәрҙә барокко мотивтары ерле традициялар менән ҡушыла.

Трир. Курфюрст һарайы барында сфинкс
Рим Папаһы Иннокентий XII. Изге Петр соборы, Рим
Бар гномдары,Хофгартен

Сығанаҡтар

үҙгәртергә