Русских Николай Андреевич
Русских Николай Андреевич (1920—1979) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977).
Русских Николай Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1920 |
Вафат булған көнө | 1979 |
Һөнәр төрө | рәссам |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биография
үҙгәртергәНиколай Андреевич Русских[1] 1920 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. 1937 йылда Өфө театр-художество училищеһының художество бүлеген тамамлай. Рәссам. Станокта башҡарылған һынлы сәнғәт һәм рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй.
1939 йылда ул Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла һәм унда 1945 йылға тиклем хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, контузия ала.
1958 йылдан алып рәссамдар союзы ағзаһы. КПСС ағзаһы. Ҙур йәмәғәт эше алып бара: Башҡортостан рәссамдар Союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана, рәссамдар Союзы партия бюроһы секретары һәм ағзаһы. Башҡортостан рәссамдары Союзы идараһы ревизия комиссияһы рәйесе (1970 й.)
БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, 1977.
Николай Андреевич Русских — портрет оҫтаһы — «Хирург Н. Ғатауллин портреты», төркөм портреты — «Йыр», «Ниңә һин ҡыҙҙарға йоҡларға бирмәйһең», «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы», «Дүртәү» картиналары. Рәссам А. В. Пантелеев менән бергә Урта Азия ҡалалары буйлап сәйәхәт ойоштора. Сәфәр һөҙөмтәһенә Өфө күргәҙмәләрендә Пантелеевтың һәм Русских Николай Андреевичтың Урта Азия пейзажы һәм натюрморттар серияһы барлыҡҡа килә («Бохара көршәктәре»).
Русских Николай Андреевичтың картиналары Өфө ҡалаһында М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Күргәҙмәләр
үҙгәртергә- Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1949 йылдан алып йәштәрҙекенән башҡа бөтә күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәре ун көнлөк күргәҙмәһе, Мәскәү, 1955.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәре ун көнлөк күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969 йыл.
- В. И. Ленин тыуыуының 100-йыллығына арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
- Өс зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1951.
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1954.
- Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1958.
Төп эштәре
үҙгәртергә«Урал», м. х., 1951. «Ағиҙелдә боҙ китә», м. х., 1955. «Еҙем йылғаһы», м. х., 1959. «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы», х. м., 1961. «Яҙ» м. х., 1964. «Рәссам Мария Краснорепова портреты», 1967, м. х. «Йыр», м. х., 1967. Профессор «Хирург Н. Г. Ғатауллин портреты», м. х., 1967. «Дүртәү», двп. Темп., 1968. «Ҡыҙыл һәм зәңгәр», м. х., 1969. «Юлбашсы менән хушлашыу», двп. м., 1970. «Йөрәк иҫтәлеге», х. м., 1972. «В. Блюхер», х. м., 1974. «Асыҡ ишектәр көнө», м. х., 1972—1974. «Тамара Круглова», х. м., 1974. «Валентина Георгиевна», х. м., 1974. «Технолог Н. Соболева», х. м., 1974. «Вера Фалелюхина», х. м., 1974. Монументаль эштәре: «Синтезкаучук» заводы мәҙәниәт һарайының фриз мозаикаһы (А. В. Пантелеев, Б. Я. Палеха, В. А. Юдин менән берлектә), Стәрлетамаҡ, 1967—1969. Ҡарман ГЭС-ын биҙәкләү (Ю. Р. Халитов менән берлектә), 1974—1975. Мәсәғүт ауылы мәҙәниәт йорто интерьерында «Йыр» панноһы (Ю. Р. Халитов менән берлектә), Мәсәғүт, 1974—1976. БАССР-ҙың Раевка ауылы мәҙәниәт йорто интерьерында «Спорт», «Ял», «Музыка» рәсемдәре (Ю. Р. Халитов менән берлектә), 1977. БАССР-ҙың Раевка ауылы мәҙәниәт йорто экстерьерында «Сәнғәт» мозаикаһы (Ю. Р. Халитов менән берлектә), 1977.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1945,
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы, 1953,
- «Фашистик Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1945,
- «Венаны алған өсөн» миҙалы, 1945,
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеүгә 20 йыл» миҙалы, 1965,
- «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 25 йыл» тамғаһы, 1970,
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеүгә 30 йыл» миҙалы, 1975.
- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы, 1955.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәСправочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979 БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
Э. П. Фенина: Башкирский Государственный художественный музей им. М. В. Нестерова, путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
Фенин Э.: Буклет". Рус". Башҡортостан китап изд., Өфө, 1974. Зона һәм республика күргәҙмә каталогы.
Каталог персональной выставки, Уфа, 1970.
Каталог персональной выставки, Уфа, 1975.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ АртРу.инфо — Персоны — Русских Николай Андреевич — АртРу.инфо 2011 йыл 19 декабрь архивланған.