Эҫем (Ағиҙел ҡушылдығы)

Эҫем (башҡ. Эҫем  — (урыҫса — Сим). Уралдағы йылға, Рәсәй Федерацияһының ике субъекты — Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәләренән аға. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо 239 километр. Һыу өҫтө майҙаны — 11700 км². Тамағындағы йыллыҡ һыу ағымы — 145 м³/с[1].

Эҫем
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Ҡушылдыҡ Инйәр, Арғауыҙ, Арҙагүл, Әшә (йылға), Бөйөндө, Ғәмәҙи, Гучунга, Ирали, Ҡоласлы, Көрәк (Эҫем ҡушылдығы), Малуяҙ, Ман-йылға, Минйәр (йылға), Симбаш, Симғазы, Ҡоро Бөйөндө, Танкал, Теляк, Ук (Эҫем ҡушылдығы), Ләмәҙе, Ҡорт (Эҫем ҡушылдығы), Кесе Эҫем һәм Улу-Теляк
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 47,9 м³/с
Бассейн майҙаны 11 700 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 239 km
Бассейн категорияһы Категория:Эҫем бассейны
Карта
 Эҫем Викимилектә

Мыш-Арҡа (Амшар) һыртынан башлана. Уның ярҙарындағы ауыл-ҡалалар: Силәбе өлкәһендә Эҫем, Минйәр, Әшә, Башҡортостанда Оло Теләк, Ҡаҙаяҡ-Ҡотош, Петровское, Кузнецовка, Серпиевка.

Ҡушылдыҡтары: Инйәр, Минйәр, Әшә, Ләмәҙе, Уҡ. Эҫем йылғаһы ярында Игнатьев (Ямаҙыташ) мәмерйәһе бар.

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә
 
Ағиҙел бассейны
 
Эҫем йылғаһында. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1910

Эҫем йылғаһы этимологияһының иран сығышлы булыуын, ғөмүмән, Уралда һәм Урта Азияла иран сығышлы субстрат топонимдар осрауын тәүгеләрҙән булып А. К. Матвеев яҙып сыға. Эҫем йылғаһы атамаһын ул фарсы теленән ингән «сим» — көмөш һүҙе менән аңлата. Һуңынан уның фаразы Н. Д. Ғарипова, Т. М. Ғарипов һәм Ж. Кейекбаев тикшеренеүҙәрендә раҫлана[2]. Башҡорт телендә «сим» һөйләштәге «сөм» (йылғалағы тәрән, сөмгөл урын) тигәнгә яҡын. Ғәбделәхәт Вилданов «эсемлек» тигән менән яҡынайта, ваҡыт уҙыу менән ҡыҫҡарып «эҫем» рәүешендә ҡалған, тип аңлата. Рәил Кузеев фин-уғыр телдәренә яҡынлыҡ күрә. Оло Иҙел буйы башҡорттары һәм сыуаштары аралашып, уртаҡ атама барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә булған. Сыуаштарҙа ла «сим» боронғо эсемлек[3] Татарҙың «үҫәм» (һыу үләне) тигәненән килеп сыҡҡан тиеүселәр ҙә бар[4].

Һүрәтләү

үҙгәртергә

Эҫем йылғаһы бассейнын ике өлөшкә — тау һәм уйһыулыҡҡа — бүлеп була. Эҫемдең үрге ағымдары Әшәгә тиклем тауҙар, ике яҡтан баҫҡан урмандар аша килә. Һул яҡ ярынан Атьегәрҙек (урыҫ. Аджигардак) һырты һуҙыла, уң яҡ ярынан — Турғай тауҙары (Воробьиные горы). Әшә ҡалаһы янында ландшафт үҙгәрә, йырҙа тауҙарҙы ҡалдырып көньяҡ-көнсығышҡа борола. Артабан яр буйҙарында ҡуйы ҡыуаҡлы урмандар, ҙур булмаған һаҙҙар, һәм үле йылғалар китә. Ҡаҙаҡ-Хөснулла ҡасабаһы янында тәпәш тауҙар бар.

Сим ҡалаһы янында плотина ҡоролған, ул Сим быуаһы барлыҡҡа килтергән.

 
Сим Ямаҙыташ мәмерйәһе янында (Игнатьев мәмерйәһе), палеолит осоро ҡомартҡыһы

Экологик проблемалар

үҙгәртергә

Сим, Әшә һәм Минйәр ҡалалары йылғаға 25 000 000 м³ бысраҡ һыуҙар ағыҙа. Яр буйҙарындағы сүп-сар тауҙары ла ҙур проблема тыуҙыра[5]. Эҫем ярында тораҡ пункттар:

  1. Эҫем
  2. Минйәр ҡалаһы
  3. Әшә ҡалаһы
  4. Оло Теләк
  5. Түбәнге Лютик
  6. Петровское
  7. Кузнецовка

Ҡушылдыҡтар

үҙгәртергә
  • 6 км: Инйәр (оҙонлоғо — 307 км)
  • 28 км: Ҡорт
  • 46 км: Гучунга
  • 60 км: Бөйөндө
  • 72 км: Ләмәҙ (оҙонлоғо — 119 км)
  • 91 км: Тәләк
  • 103 км: Оло-Тәләк
  • 106 км: Эҫемғаҙы
  • 107 км: Әрҙегүл
  • 108 км: Арғауыҙ
  • 117 км: Уҡ
  • 120 км: Әшә (оҙонлоғо — 59 км)
  • 124 км: Мәнйылға
  • 137 км: Кеҫәл
  • 150 км: Бирҙе
  • 160 км: Минйәр
  • 162 км: Малайөҙ
  • 167 км: Көлөслө
  • 170 км: Яралҡы
  • 186 км: Көрәк
  • 194 км: Тәнкәл
  • 202 км: Ғамаҙа
  • 220 км: Эҫембаш
  • 225 км: Кесе Эҫем

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә