Юлдашев Марс Тимербулат улы
Юлдашев Марс Тимербулат улы (14 апрель 1937 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы һәм ҡоролтайҙың комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡортостандың (1992) атҡаҙанған табибы.
Юлдашев Марс Тимербулат улы | |
![]() | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
хирургия |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1990) |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
БиографияһыҮҙгәртергә
Марс Тимербулат улы Юлдашев 1937 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы[2] Аҙнай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
Урта белем алғас, Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, йәш хирургты Саха АССР-ына (хәҙер Яҡут-Саха республикаһы) эшкә ебәрәләр. Башҡортостанға ҡайтып аспирантураға уҡырға инә.
1972 йылдан алып Марс Юлдашев Башҡортостан медицина институтында балалар хирургияһы кафедраһында ассистент, доцент, профессор вазифаһын башҡара. 1 уйлап табыуға таныҡлыҡ, 10 патент, 270 фәнни эш авторы.
Ғалим төп хеҙмәтенән тыш күп йылдар йәмәғәт эшмәкәрлеге менән мәшғүл. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнаша, республика матбуғатында көнүҙәк мәҡәләләр менән сығыш яһай. Марс Юлдашев шулай уҡ оҫта һәүәҫкәр йырсы булараҡ та киң танылыу алған, күп бәйге һәм конкурстар лауреаты. Ул бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостандың атҡаҙанған врачы (1992)
- Рәсәйҙең атҡаҙанған врачы (2003).
Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Марс Тимербулат улы Юлдашев йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: I, II һәм III Ҡоролтайҙарға делегат итеп һайлана. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты советы ағзаһы, Әлеге ваҡытта Ҡоролтайҙың экология, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ комиссияһы рәйесе[3] .
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы
- ↑ Юлдашев Марс Тимербулатович [1] 2017 йылдың 21 декабрь көнөндә архивланған.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Башҡорт энциклопедияһы — Юлдашев Марс Тимербулат улы 2020 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 25 июнь 2020)
- Учёные России
- Сайт БГМУ
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- ЮЛДАШЕВ МАРС ТИМЕРБУЛАТОВИЧ Бишбүләк районы сайты 2021 йылдың 24 ноябрь көнөндә архивланған.
- На страже здоровья людей (К 75-летию врача и ученого Марса Юлдашева)[2]
— Подробнее на RB7.ru: https://rb7.ru/news/ufa-and-rb/society/61336