Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы

математик. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортсотан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федераци

Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (14 апрель 1955 йыл — 10 май 2016 йыл) — математик. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005)[1].

Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 апрель 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 май 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (61 йәш)
Һөнәр төрө математик
Эш урыны Математика институты
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рөстәм Рәшит улы Ғәҙелшин 1955 йылдың 14 аперелендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Иҫәпләү үҙәге булған Математика институтында эшләй (1995 йылдан алып — төп ғилми хеҙмәткәр). 1997 йылдан алып — Башҡорт дәүләт педагогия университетында — алгебра һәм геометрия кафедраһы, 2003 йылдан — математик анализ кафедраһы, 2011 йылдан башлап математика һәм статистика кафедраһы мөдире[1].

1998—2016 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта, математика кафедраһы профессоры. 1983—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының башҡорт филиалы физика һәм математика бүлеге аспиранты (ғилми етәксеһе А. М. Ильин)[2]. 1988 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1995 йылда РФА Математика институтының Санкт-Петербург бүлегендә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

2016 йылдың 10 майында Өфөлә вафат була[2].


Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге математик физиканың сик мәсьәләләрен, дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сығарыуҙың асимптотик ысулдарын тикшереүгә бәйле. Р. Р. Ғәҙелшин тарафынан Гельмгольцтың классик резонаторы һәм уның аналогтары өсөн ҡәтғи һөҙөмтәләр ала, төрлө типтағы сиргуляр боларыуҙары булған лапласиан үҙҡиммәттәренең тулы асимптотикаларын төҙөй[1].

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә