Мелихов Василий Михайлович

Мелихов Василий Михайлович (13 июль 1914 йыл — 7 июль 1990 йыл) — «Востокнефтезаводмонтаж» тресы 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығының слесарь-монтажсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Мелихов Василий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 13 июль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Боғорослан өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Михайлович Мелихов 1914 йылдың 13 июлендә Ново-Богородское ауылында — тыуған хәҙер Ырымбур өлкәһенең Матвеевка районы составына инә — тыуа.

Урта белемгә эйә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1932 йылда Златоуст металлургия заводында слесарь булып башлай, 1935 йылдан Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ вагондар эшләү заводында эшләй, 1940—1943 йылдарҙа — «Башнефтезавод» тресының 7-се төҙөлөш идаралығы слесарь-монтажсыһы. 1943—1946 йылдарҙа — Төркмән ССР-ы Красноводск ҡалаһында 8-се трестың слесарь-монтажсылары бригадиры. 1946 йылда Октябрьский ҡалаһына «Нефтезаводмонтаж» тресы 10-сы монтаж идаралығының слесарь-монтажсылары бригадиры булып күсә. 1950—1959 йылдарҙа Өфө ҡалаһында 7-се трестың 9-сы төҙөлөш-монтаж идаралығында эшләй, 1960 йылдан — «Востокнефтезаводмонтаж» треасының 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығында.

Башҡортостандың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы предприятиеларында нефть ҡыуҙырыу, термик крекинг, майҙарҙы, парафинды, каталитик риформингты, гидрокрекингты селектив таҙартыу буйынса ҡоролмалар төҙөүҙә ҡатнаша.

Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү заводтары төҙөүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Оҙайлы ваҡыт уның етәкселегендәге коллектив эштәрҙе юғары кимәлдә башҡара. Бер нисә йыл дауамында В. М. Мелихов слесарь-монтажсылар бригадаһына етәкселек итә, эшләү нормаһын даими үтәлә, ете йыллыҡ планды (1959—1965) ваҡытынан алда — 1965 йылдың майында үтәй, монтажлау эштәрен һәр саҡ юғары сифатлы башҡара һәм ваҡытынан алда тапшыра.

Бригадир-остах В. М. Мелихов 70-тән ашыу йәш эшсене эшкә өйрәтә.

Капиталь төҙөлөштә ете йыллыҡ планды үтәүҙә яулаған юғары уңыштары өсөн СССР Юғары Советы президиумының 1966 йылдың 26 июлендәге указы менән В. М. Мелиховҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1989 йылға тиклем «Востокнефтезаводмонтаж» тресының 1-се Өфө монтаж идаралығының ярҙамсы хужалыҡ мөдире булып эшләй.

1990 йылдың 7 июлендә вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә