Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы

Кардиолог. Медицина фәндәре докторы, профессор. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы»

Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы (13 июль 1949 йыл) — кардиолог. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001)[1].

Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 13 июль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Раушания Нәсғетдин ҡыҙы Килдебәкова 1949 йылдың 13 июлендә БАССР‑ҙың Бәләбәй ҡалаһында тыуған. 1972 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң С. М. Киров исемендәге Өфө телефон аппаратураһы заводы поликлиникаһында цех терапевы булып хеҙмәт юлын башлай[2].

Практик эшмәкәрлеге материалдары буйынса 1980 йылда (икенсе мәғлүмәт буйынса 1981 йылда[3]) 1 Мәскәү медицина институтында «Результаты диспансеризации и этапного лечения больных гипертонической болезнью на промышленном предприятии» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1980 йылдан алып Өфөнөң 1‐се дауаханаһында табип-ординатор булып эшләй. 1984—1990 йылдарҙа Уренгой-Ужгород үткәргес торба эшселәренең һаулыҡ торошон өйрәнеү буйынса ғилми төркөм етәксеһе була. 1984 йылдан алып (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1982 йылдан башлап[1]) Башҡорт дәүләт медицина институтының госпиталь терапия кафедраһында уҡыта башлай. 1990 йылда Раушания Нәсғетдин ҡыҙы Килдебәковаға һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы доценты ғилми исеме бирелә. 2000 йылда ул «Липидный профиль сыворотки крови, фактор питания и артериальная гипертензия среди сельского населения республики Башкортостан: значения для прогноза сердечно-сосудистых заболеваний» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2005 йылдан алып хәрби һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр медицинаһы кафедраһының хәрби-ялан терапияһы курсы менән мөдирлек итә.[4].

Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙына 2003 йылда профессор дәрәжәһе, ә 2002 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеме бирелә. Рәсәй Медицина фәндәре академияһының «Ученые России 2006» исемлегенә индерелә[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре кардиология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр медицинаһы мәсьәләләренә арналған. Раушания Нәсғетдин ҡыҙы тарафынан гипертония ауырыуын иртә диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре өйрәнелә, сәнәғәт предприятиеларында эшләүселәр һәм ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн уны иҫкәртеү буйынсаса тәҡдимдәр эшләнә, ҡайһы бер ағыулы матдәләр менән зарарланғанда, йомшаҡ туҡымалар оҙаҡ ҡыҫылып йөрөгәндә киҫкен бөйөр етешмәүсәнлеге ваҡытында дауалау ысулдары камиллаштырыла. 250‐нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән өс монография, 3 уйлап табыу авторы[1]. Профессор Килдебәкова Раушания Нәсғетдин ҡыҙы етәкселегендә 24 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған[3]

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Медико‐психологическое сопровождение лиц экстремальных профессий. Өфө, 2011 (авторҙаш);


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә