Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы

совет һәм дәүләт эшмәкәре

Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13 июль 1925 йыл2017 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире, 1972 йылдан Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. 1982—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1-се (1945) һәм ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 июль 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Хәйбулла районы
Вафат булған көнө 2017
Нәҫеле сәйәсмән
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәлғәт Шаһимәрҙән улы Дәүләтбаев 1925 йылдың 13 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Хәйбулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы) тыуа[1].

1937 йылдан 1941 йылға тиклем Өфө гелогия-эҙләнеү техникумында уҡый. Диплом алғас, 1941—1942 йылдарҙа Хәйбулла районының финанс бүлегендә һалым буйынса бухгалтер, инспектор булып эшләй. Артабан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла: 1942—1947 йылдарҙа Көньяҡ Урал пулемёт училищеһы курсанты, отделение командиры, кесе лейтенанттар әҙерләү буйынса армия курсы курсанты, уҡсылар батальоны, мотоциклетлы механикалаштырылған батальон комсоргы. 1945 йылдан партия ағзаһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1952 йылда Өфө нефть институтын тамамлай;

1952—1957 йылдарҙа — СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалының кесе ғилми хеҙмәткәре, тау-геология институты аспиранты. Артабан СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Президиумының эҙләнеүҙәр бүлегенең кесе һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм ғилми секретары;

1957 йылдан башлап (өҙөклөк менән) 1966 йылға тиклем Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, быраулау бүлегенең етәксеһе вазифаһын башҡарыусы;

1961—1963 йылдарҙа — Сүриәлә эшләй.

1966 йылдан 1972 йылға тиклем — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1972—1982 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе.

1982—1986 йылдарҙа — БАССР-ҙың Кинофикация буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

БАССР-ҙың 7—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ғилми эштәре

үҙгәртергә
  • Опыт бурения электробуром в Башкирии. Уфа, 1958;
  • Влияние перфорации на цементное кольцо и колонну в нефтяных скважинах. Уфа, 1960 (авторҙаш);
  • Крепление и освоение скважин уменьшенного и малого диаметра. Уфа : Башкнигоиздат, 1961. — 84 с. (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945);
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(1985);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976);
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (1981);
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбаев Тәлғәт Шаһимәрҙән улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2020)

Һылтанмалар

үҙгәртергә