Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) — РСФСР-ҙың 1918—1922 йылдарҙағы хәрби формированиеһы (ҡораллы көстәр, һуңғараҡ ҡоро ер ғәскәрҙәре) һәм СССР-ҙың 1922—1946 йылдарҙағы ҡоро ер ҡораллы көстәре[3] (1946 йылдан — Совет Армияһы).
Ҡулланылған синонимдар: Ҡыҙыл Армия — Ҡораллы Көстәрҙең рәсми атамаһы: Ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм Хәрби-һауа флоты, РККА МС-ның, СССР НКВД-ның ғәскәрҙәре (сик буйы ғәскәрҙәре, республиканың эске һағы ғәскәрҙәре һәм Дәүләт конвой һағы) 1918 йылдың 10 (23) февраленән 1946 йылдың 25 февраленә тиклем РСФСР/СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре.
РККА-ның тыуған көнө 1918 йылдың 23 феврале тип һанала (ҡарағыҙ, Ватанды һаҡлаусылар көнө). Нәҡ ошо көндә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының (СНК) «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы тураһында» исемле декретына ярашлы төҙөлгән РККА-ның доброволецтар отрядтарына массауи яҙылыуы башланған[1], 1918 йылдың 15 (28) ғинуарында ҡул ҡуйылған[4].
Ҡыҙыл Армияһы тарихы
үҙгәртергә1918 йылдың 15 ғинуарында РСФСР СНК-ның «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы тураһында» декреты баҫылып сыға[1]. Унда былай тиелә:
|
1918 йылдың 10 ғинуарында Харьковта В. М. Примаков етәкселегендәге тиҙҙән Ҡыҙыл армия составына ингән Ҡыҙыл (Червон) Казаклығы формалашыуы тураһында документҡа ҡул ҡуйыла.
1918 йылдың 23 февралендә Халыҡ комиссарҙары советының 21 февралендәге «Социалистик Ватан ҡурҡыныс аҫтында!» өндәмәһе, шулай уҡ В. Крыленконың «Хәрби командующийҙың өндәмәһе» нәшер ителә"[5], шулай уҡ Н. В. Крыленконың «Хәрби баш командующийы өндәмәһе», өндәмә ошондай һүҙҙәр менән тамамлана[5]:
|
Идара итеү органдары
үҙгәртергәЭшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының юғары идаралыҡ органы РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы була (СССР булдырылғандан һуң — СССР-ҙың халыҡ комиссарҙары Советы). Армия менән етәкселек һәм идара итеү хәрби эштәр буйынса Халыҡ комисариатында туплана, уның янында ойошторолған махсус Бөтә Рәсәй коллегияһында, 1923 йылдан СССР-ҙың хеҙмәт һәм оборона Советы, 1937 йылдан — СССР СНК-һы янында оборона комитеты. 1919—1934 йылдарҙа — Революцион -хәрби советы. 1934 йылда уға алмашҡа СССР-ҙың оборона Халыҡ комиссариаты булдырыла.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу шарттарында 1941 йылдың 23 июнендә Юғары баш командованиеһы Ставкаһы (1941 йылдың 10 июленән — Юғары баш командованиеның Ставкаһы, 1941 йылдың 8 авгусынан Юғары баш командованиеһы Ставкаһы). 1946 йылдың 25 февраленән алып СССР тарҡалғанға тиклем ҡораллы көстәр менән идара итеү СССР-ҙың оборона министрлығы ҡарамағында була (үҙәк аппарат 1992 йылыдң 14 февралендә Рәсәйҙең тейешле министрлығына үҙгәртеп ҡорола). РСФСР-ҙың Революцион хәрби советы (1918 йылдың 6 сентябрендә булдырылған) РККА менән туранан-тура етәкселек итә. Совет етәкселегендә хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары һәм РВС рәйесе торорға тейеш була.
Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса наркомат составында:
• 26.10.1917 — ? — Антонов-Овсеенко Владимир Александрович
• 26.10.1917 — ? — Крыленко Николай Васильевич
• 26.10.1917 — 18.3.1918 — Дыбенко Павел Ефимович
Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссарҙары:
• ноябрь 1917—март 1918 — Подвойский Николай Ильич
• 8.4.1918—26.1.1925 — Троцкий Лев Давидович
РККА-ның Үҙәк аппараты алдағы төп органдарҙан тора:
• РККА штабы, 1921 йылдан РККА-ның генераль штабы
• РККА-ның төп идаралығы
• РККА-ның ҡоралдары начальнигына буйһонған идаралыҡтар
• Артиллерия (1921 йылдан Баш артиллерия идаралығы)
• Хәрби-инженер (1921 йылдан Баш хәрби-инженер идаралыҡ)
1925 йылдың 15 авгусында Ҡыҙыл армияның тәьмин итеү начальнигы янында Хәрби-химик идаралығы булдырыла (1941 йылдың авгусында « РККА-ның химик яҡлау идаралығы» исемен үҙгәртә — «Ҡыҙыл армияның Баш хәрби-химик идаралығы»). 1918 йылдың ғинуарында бронь частары Советы булдырыла («Центробронь»), 1918 авгусында — Үҙәк, ә аҙаҡтан — Баш бронь идаралығы. 1929 йылда РККА-ның механизация һәм моторизация Үҙәк идаралығы булдырыла, 1937 йылда Ҡыҙыл армияның Автобронь идаралығы итеп үҙгәртелә, 1942 йылдың декабрендә бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы идаралығы ойошторола:
• Хәрби-диңгеҙ көстәре идаралығы
• Хәрби-санитар идаралығы
• Хәрби-ветеринар идаралығы
РККА-ның партия-сәйәси һәм сәйәси-ағартыу эштәренә етәкселек иткән орган — РККА-ның сәйәси идаралығы. Урындағы хәрби идаралыҡ революцион хәрби советтар, командованиелар һәм хәрби округтары (армиялары) штабтары аша үткәрелә, уларға билдәләнгән округтар территорияларындағы бөтә ғәскәрҙәр, шулай уҡ район хәрби комиссариаттар буйһона. Комиссариаттар хәрби хеҙмәткә бурыслы халыҡты иҫәптә тота. РККА-ла үҙәк һәм урындағы идаралыҡ органдары партия, совет һәм профсоюз ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. РККА-ның бөтә частарында һәм подразделениеларында ВКП(б) һәм ВЛКСМ ойошмалары була.
Халыҡ комиссарҙары Советтарының 1918 йылдың 4 майындағы Декретына ярашлы Республика территорияһы 11 хәрби округтарға (ВО) бүленә. Ярославль], Мәскәү, Орел, Беломор, Урал һәм Волга буйы хәрби округтары 1918 йылдың майында, Граждандар һуғышы осоронда, ойошторола. Хәрби округтар территорияһындағы ғәскәрҙәр башында округтың Хәрби советы торған, уның рәйесе округтың ғәскәрҙәренең командующийы була. Ғәскәрҙәр, шулай уҡ хәрби округтарҙағы хәрби комиссариатары менән етәкселек итеү штабы, округтың сәйәси идаралығы һәм ғәскәрҙәр төрҙәре һәм службалары начальниктары идаралығы аша ғәмәлләшә. Ваҡыт үтеү менән хәрби округтарҙың һаны үҙгәрә.
Ойоштороу структураһы
үҙгәртергәҠыҙыл гвардияның отрядтары һәм дружиналары — матростар, һалдаттар һәм эшселәрҙең ҡораллы отрядтары һәм дружиналары, социал — демократтар, Ҡыҙыл партизандар отрядтары РККА-ның нигеҙе була.
Башта РККА-ның формалашыуының төп берәмәге ирекле шарттарҙа ойошторолған үҙ аллы хужалыҡлы хәрби часты кәүҙәләндергән айырым отряд була. Отряд башында хәрби етәксе һәм ике төп хәрби комиссар составында булған Совет тора. Совет янында ҙур булмаған штаб һәм инспекторат була. Тәжрибә йыйылғандан һәм хәрби белгестәрҙе РККА сафтарына йәлеп иткәндән һуң тулы ҡанлы подразделениелар, частар, соединениелар (бригада, дивизия, корпус), учреждениелар һәм заведениелар формалаша башлай.
РККА-ның дөйөм ғәскәрҙәр берләшмәләре ошо рәүешле төҙөлә:
• Уҡсылар корпусы ике — дүрт дивизиянан тора; • дивизия — өс уҡсылар полкынан, артиллерия полкынан (артполк) һәм техник подразделениеларҙан; • полк — өс батальондан, артиллерия дивизионынан һәм техник подразделениеларҙан; • кавалерия корпуусы — ике кавалерия дивизияһы; • кавалерия дивизиһы — дүрт—алты полктан, артиллериянан, броньлы частарҙан (бронечасти), техник подразделениеларҙан.
РККА ғәскәри берләшмәләренең ут средстволары(пулемёттар, орудиелар, пехота артиллерияһы) менән техник яҡтан йыһазланыуы, дөйөм алғанда, ул ваҡыттағы алдынғы ҡораллы көстәр кимәлендә була. Билдәләп үтер кәрәк, техниканың индереүе РККА ойоштороуына үҙгәрештәр алып килә, улар техник частарҙың күбәйеүендә, махсус моторлашҡан һәм механизациялланған частарҙың барлыҡҡа килеүендә һәм уҡсылар һәм атлы ғәскәрҙәрҙәрендә техник ячейкаларының көсәйеүендә сағылдырыла. РККА-ның үҙенсәлеге уның асыҡ синыф характеры — подразделениеларҙа, частарҙа, берләшмәләрҙә сәйәси органдар (политотделдар), сәйәси частар (политчасти) командование (командир, комиссар) менән берлектә, тығыҙ хеҙмәттәшлектә сәйәси-тәрбиәүи эш алып баралар һәм ҡыҙылармеецтарҙың сәйәси үҫешен һәм хәрби әҙерлектә уның әүҙемлеген тәьмин итәләр.
Һуғыш осоронда Ғәмәлдәге армия фронттарға бүленә. Фронттар — армияларға. Армияларға ғәскәри берләшмәләр инә: уҡсылар һәм кавалерия корпустары, уҡсылар һәм кавалерия дивизиялары, танк, авиация бригадалары һәм айырым частар (артиллерия, авиация, инженер һәм башҡалар).
ЦИК һәм СССР СНК-һы 1925 йылдың 18 сентябрендә ҡабул иткән «Мотлаҡ хәрби хеҙмәт тураһында» СССР Законына ярашлы Ҡораллы Көстәрҙең ойоштороу структураһы билдәләнә. Ҡораллы Көстәргә инәләр: уҡсылар ғәскәрҙәре, кавалерия, артиллерия, бронялы көстәр, инженер ғәскәрҙәре, элемтә ғәскәрҙәре, Һауа һәм Диңгеҙ көстәре, дәүләт сәйәси идаралығы берләшмә ғәскәрҙәре (ОГПУ) СССР-ҙың конвой һағы. 1927 йылдаң уларҙың һаны шәхси составтан 586 000 кеше тәшкил итә.
Организация вооруженных сил трудящихся есть Рабоче-крестьянская красная армия Союза ССР.
Рабоче-крестьянская красная армия разделяется на сухопутные, морские и воздушные силы.
В состав Рабоче-крестьянской красной армии входят также войска специального назначения: войска Объединённого государственного политического управления и конвойные войска.
— Статья 2., Раздел I., Закона Союза ССР «Об обязательной военной службе», Утверждён ЦИК Союза СССР, СНК Союза СССР, 13 августа 1930 г., № 42/253б
Составы (ғәскәрҙәр төрҙәре һәм махсус службалар)
үҙгәртергәПехота
үҙгәртергәПехота — РККА-ның төп өлөшөн тәшкил иткән ғәскәрҙәрҙең баш төрө.
…Пехота, являясь самым многочисленным родом войск, выполняет наиболее тяжкую и ответственную боевую работу…
1920-се йылдарҙа иң ҙур уҡсылар берәмәге уҡсылар полкы булған. Уҡсылар полкы уҡсылар батальондарынан, полк артиллерияһынан, элемтә, сапер һәм башҡа ҙур булмаған подразделениеларҙан һәм полк штабынан торған. Уҡсылар батальоны — уҡсылар һәм пулемёт роталарынан, батальон артиллерияһынан һәм батальон штабынан торған. Уҡсылар ротаһы — уҡсылар һәм пулемёт взводтарынан. Уҡсылар взводы — отделениеларҙан. Отделение — уҡсылар ғәскәрҙәренең иң бәләкәй ойоштороу берәмәге. Ул винтовкалар, ҡул пулемёттары, ҡул гранаталары һәм гранатомет менән ҡоралланған булған[9].
Артиллерия
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ: Салауат Юлаев исемендәге 1292-се Башҡорт танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы
Артиллерияның иң ҙур берәмәге артиллерия полкы булған. Ул артиллерия дивизиондарынан һәм полк штабынан торған. Артиллерия дивизионы батареяларҙан һәм дивизион идаралығынан, артиллерия батареяһы — взводтарҙан торған. Взводта — 2 орудие.
Фронт аша йырып сығыу (прорыв) артиллерия корпусы (1943—1945 йылдарҙа) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР-ҙың Ҡораллы көстәрендә РККА-ның артиллерия берләшмәһе. Фронт аша йырып сығыу артиллерия корпустары Юғары баш командующийҙың резерв артиллерияһы составына ингән.
Атлы ғәскәр
үҙгәртергә- Шулай уҡ ҡарағыҙ: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
Совет атлы ғәскәре йәки кавалерия башта аҙ һанлы була. 1918 йылдың аҙағында граждандар һуғышы хәрби ғәмәлдәр театрында барыһы яҡынса 40 000 мең ҡылыс тәшкил итә, был күһәткес бөтә Ҡыҙыл армияһының 10 % составы ғына булған. Кавалерия формированиелары үҙенең күпселегендә уҡсылар дивизияһы составына ингән. Совет кавалерияһының формалашыуы Ҡыҙыл армияһы төҙөлөүе менән бер уҡ ваҡытта, 1918 йылда, башлана. Элекке урыҫ армияһынан РККА составына өс кавалерия полкы ғына ингән. Кавалерияны булдырыуҙа Ҡыҙыл армияһы ауырлыҡтарға осрай: кавалеристарҙы һәм меңге аттарҙы армияға биргән төп райондар — Украина, Рәсәйҙең Көньяғы һәм Көньяҡ — Көнсығышы аҡ гвардиясылар һәм интервенттар аҫтында була; тәжрибәле командирҙар, ҡорал һәм йыһаз етешмәй. Шуға күрә, кавалерияла башта йөҙлөктәр, эскадрондар, отрядтар һәм полктар төп ойоштороу берәмәктәре була. Айырым кавалерия полктарынан һәм атлы отрядтарҙан тиҙҙән бригадалар формалаша башлай, аҙаҡтан дивизиялар ҙа. Шулай итеп, С. М. Буденныйҙың 1918 йылдың февралендә ойошторолған ҙур булмаған атлы партизан отрядынан шул йылдың уҡ көҙөндә, алыштар барышында, 1-се Дон кавалерия бригадаһы, ә һуңынан Көнсығыш фронтының 5-се армияһының Берләштерелгән кавалерия дивизияһы барлыҡҡа килә.
Граждандар һуғышында айырым операцияларҙа совет кавалерияһы пехота һанынан 50 % тиклем тәшкил иткән. Тачанкаларҙан пулемёттарҙың көслө уты ярҙамында атлы сафтарҙа һөжүм итеү (атлы атака) — кавалерия берләшмәләренең, частарырының һәм подразделениеларының төп ысулы. Дошмандың ныҡышмалы ҡаршылашыуы һәм урындағы шарттар арҡаһында атлы сафтарҙағы кавалерия ғәмәлдәре сикләнгән саҡта, ул алыштарҙы йәйәүле хәрби сафтарҙа алып бара. Атлы армиялар дошманға ҡаршы хәл иткес, ҡурҡыныс тыуҙырған йүнәлештәрҙә ҡулланылған.
Граждандар һуғышы йылдарында хәрби ғәмәлдәрҙең театры киңлеге булышлыҡ итә, киң фронттарҙа дошман армияларының һуҙымлылығы, ғәскәрҙәр биләмәгән йәки насар биләгән урындар булыуы. Был өҙөктәрҙе кавалерия дошмандың флангына сығыу һәм туның тылына әрән рейдтар үткәреү өсөн файҙалана. Ошо шарттарҙа кавалерия үҙенең хәрби үҙенсәлектәрен һәм мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашыра ала— хәрәкәтсәнлек, һөжүмдәрҙең көтөлмәгәнлеге, ғәмәлдәрҙең тиҙлеге һәм тәүәккәлеге. Граждандар һуғышынан һуң Ҡыҙыл армияла кавалерия байтаҡ һанлы ғәскәрҙәр төрө булыуын дауам итә. 1920-се йылдарҙа ул стратегик (кавалерия дивизиялары һәм корпустары) һәм ғәскәри (уҡсылар берләшимәләренә ингән подразделениелар һәм частар) категорияларға бүленә.
Кавалерия частары һәм подразделениелары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге осорондағы хәрби ғәмәлдәрҙә әүҙем ҡатнашалар. Мәҫәлән, Мәскәү өсөн алыштарҙа Л. М. Доватор командованиеһы аҫтындағы кавалерия корпусы үҙен батырҙарса күрһәтә. Шулай ҙа һуғыш барышында киләсәк яңы заманса ғәскәрҙәр көстәре артында икәне асыҡ күренә, шуға күрә кавалерия частарының күпселеге тарҡатыла. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, 1945 йылда, кавалерия ғәскәр төрө булараҡ ғәмәлдән сығарылды, тип әйтеп була.
Бронеавтомобиль танк ғәскәрҙәре
үҙгәртергәАвтобронемашина танк ғәскәрҙәре танк частарынан һәм берләшмәләрҙән һәм бронеавтомобиль менән ҡоралланған частарҙан торған. Төп тактик берәмәге булып айырым танк батальоны тора. Ул танк роталарынан тора. Танк ротаһы тагк взводтары, танк взводында— 5 танкка тиклем. Бронемашина роталары взводтарҙан тор, взводта 3-5 бронемашина булған.
Танк бригадалары 1935 йылда Юғары командованиеның резервындағы айырым танк бригадалары булараҡ ойошторола башлай. 1940 йылда механизаяланған корпустар составына индерелгән танк дивизиялары булараҡ төҙөлә. Ә РККА һуғыш башында бик күп танктарын юғалта һәм СССР-ҙың оборога халыҡ комиссариаты танктарҙы бик аҙ күләмдә сығара, шуға күрә бронемашиналы ғәскәрҙәре ойоштороу структураһына һиҙелерлек коррективтар индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1941 йылдың 15 июлендә механизацияланған корпустар ғәмәлдән сығарыла башлай, был эш сентябрь башына тиклем бара. Танк дивизиялары армиялар командующийҙарына биреләләр, ә моторлашҡандары уҡсылар дивизияһы итеп үҙгәртелә. Ошо сәбәптәр арҡаһында 1941 йылдың сентябрендә төрлө штат һанлы (29 танктан 36-ға тиклем бер батальонда) айырым танк батальондары булдырыла. 1941 йылдың 1 декабренә РККА-ла 68 айырым танк батальондары була, улар уҡсылар дивизияларына ярҙам итер өсөн файҙаланалар. 1941 йылдың шарттарында бындай ойоштороу мәжбүри була. 1942 йылда корпус составына ингән танк бригадалары булдырыла. Артабан уның үҙ аллығы, удар һәи ут ҡеүәтлеген көсәйтеү маҡсатында танк батальондарының штат структураһы камиллаштырыла. 1943 йылдың ноябренән бригадала 3 танк батальоны була, моторлашҡан автоматчиктар батальоны, зенит пулемёт ротаһы һәм башҡа подразделениелар (барыһы 65 Т-34 танктары). Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 68 танк бригадалары гвардия исемен алалар, 112-нә почетлы исемдәр бирелә,114 кеше ордендар менән наградлана. Танк бригадалары танк полктары тип үҙгәртелә. 1942—1954 йылдарҙа был ғәскәрҙәр бронетанклы һәм механизацияланған тип исемләнә башлай. 1954 йлдан улар бронетанк ғәскәрһәре тип исемләнә башлай; уларҙың составына танк һәм механизанизациянған частар инә.
Механизацияланған ғәскәрҙәр танк, моторлашҡан уҡсылар, артиллерия һәм башҡа частар һәм подразделениеларҙан торған. «М.в» төшөнсәһе төрлө армияларҙа 1930 йылдарҙың башында барлыҡҡа килде. 1929 йылда СССР-ҙа РККА-ның механизация һәм моторизация Үҙәк идаралығы булдырыла һәм беренсе тәжрибә механизацияланған прлк формалаша, аҙаҡтан ул бригадаға әүерелә. Бригадала 110 МС-1 танк һәм 27 орудие була һәм улар оператив-тактик файҙалыныу мәсьәләләрен тикшереү өсөн тәғәйенләнә. 1936 йылдың башына 4 механизацияланған корпус, 6 айырым бригада, шулай кавалерия поктарында 15 полк була. 1937 йылда РККА-ның механизация һәм моторизация Үҙәк идаралығы Ҡыҙыл армияның Автобронетанклы идаралығы тип исемләнә, ә 1942 йылдың декабрендә бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы Идаралығы булдырыла. [[Бөйөк Ватан һуғышы\\ осоронда бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре РККА-ның төп удар көсө була.
Хәрби — Һауа Көстәре
үҙгәртергәСовет Ҡораллы көстәрендә авиация 1918 йылда формалаша башлай. Авиация флоты округ идаралығына ингән айырым авиация отрядтарынан тора. 1918—1920 йылдарҙа улар үҙгәртеп ҡорола. Граждандар һуғышынан һуң фронттар ВВС-тары хәрби округтар составына күсерелә. 1924 йылда хәрби округтар ВВС авиация отрядтары бер төрлө авиация эскадрильяларына ҡушылалар (һәр береһендә 18 — 43 самолет), 20-се йылдарҙың авиация бригадаларына үҙгәртелә. 1938—1939 йылдарҙа хәрби округтар авмацияһы бригаданан полктарға һәм дивизия ойошторолоуына күсерелә. Төп тактик берәмәге булып авиация полкы (60 — 63 самолет) тора. РККА -ның авиацияһы техник яҡтан һәйбәт күрһәткестәргә эйә була: ҙур тиҙлек үҫештереү, дошман фронтын еңел үтеү, уның тылына тәрән инеү һәләтлеге. Ярҙам өсөн тәғәйенләнгән авиация артиллерия утына төҙәтмәләр индереү, һуғыш яланын күҙәтеү һәм элемтә булдырыу, тылға яралланғандарҙы һәм ауырыуҙарҙы алып сығыу (санитар авиацияһы), хәрби йөктәһе ашығыс рәүештә ташыу өсөн (транспорт авиация) файҙалана. Бынан тыш, авиация ғәскәрҙәрҙе, ҡоралдарҙы алыҫ араларға бер урындан икенсе урынға ташыу өсөн ҡуллана. Авиацияның төп берәмәге — авиация полкы (авиаполк). Авиация полкы — эскадрильяларға (авиаэскадрилья), авиаэскадрилья — звеноларға бүленә.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башына хәрби округтар авиацияһы айырым бомбардировка, истребитель, ҡатнаш (штурм) авиация дивизияларынан һәм айырым разведка авиация полктарынан тора. 1942 йылдың көҙөндә авиацияның бөтә төрҙәр авиаполктарҙың һәр береһендә 32 самолёт була, 1943 йылдың йәйендә штурм һәм истребитель авиацияһында самолеттарҙың һаны 40 самолетҡа тиклем арттырыла.
Инженер ғәскәрҙәре
үҙгәртергәДивизияларҙа инженер батальондары ҡаралған була, уҡсылар бригадаларында — сапёр ротаһы. 1919 йылда махсус инженер частары булдырыла. Инженер ғәскәрҙәре менән Республиканың Ялан штабы янындағы (1918—1921 йылдарҙа — А. П. Шошин) инженерҙар инспекторы, фронттар, армиялар һәм дивизиялар инженерҙарының начальниктары етәкселек иткән. 1921 йылда ғәскәрҙәр етәкселеге Баш хәрби-инженер идаралығы ҡарамағында була. 1929 йылда штат буйынса инженер частары ғәскәрҙәрҙең бөтә төрҙәрендә булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң 1941 йылдың октябрендә Инженер ғәскәрҙәренең начальник вазифаһы раҫлана. Һуғыш барышында инженер ғәскәрҙәре нығытмалар төҙөй, ҡамау һыҙыҡтарын булдыралар, миналар урынлаштыралар, ғәскәрҙәрҙең маневр үткәреүен тәьмин итәләр, дошмандың мина яландарында үткәлдәр эшләйҙәр, һыу тотҡарлыҡтарынан үткәрә, нығытмаларҙың, ҡалаларҙың штурмдарында ҡатнашалар һ. б.
Химик ғәскәрҙәр
үҙгәртергә1918 йылдың 13 ноябрендә Республика Реввоенсоветының 220 һанлы приказына ярашлы РККА-ның Химик службаһы булдырыла. была создана Химическая служба РККА.
1923 йылда уҡсылар полктарының штаттарына газға ҡаршы командалар индерелә.
1924—1925 йылдарҙа, хәрби реформа барышында, частарҙа планлы хәрби-химик әҙерләүгә нигеҙ һалына.
1920-се йылдарҙың аҙағында бөтә уҡсылар һәм кавалерия дивизияларында һәм бригадаларында химик подразделениелары була. Бөйөк Ватан һуғышында химик ғәскәрҙәре составында техник бригадалары, химияға ҡаршы роталар, батальондар, бригадалар, огнеметлы батальондар һәм роталар, базалар, складтар һ. б. була. Хәрби ғәмәлдәр ваҡытында дошман яғынан химик ҡоралды ҡулланыуға ҡаршы әҙерлек күрһәтәләр, дошманды огнеметтар ярҙамында ҡыралар һәм ғәскәрҙәргә төтөн маскировкаһы менән ярҙам итәләр, даими рәүештә разведка үткәреп торалар.
Элемтә ғәскәрҙәре
үҙгәртергәРККА-ла беренсе элемтә подразделениелары 1918 йылда булдырыла. 1919 йылдың 20 октябрендә Элемтә ғәскәрҙәре үҙаллы махсус ғәскәрҙәр булараҡ ойошторола. 1941 йылда Элемтә ғәскәрҙәренең начальнигы вазифаһы индерелә.
Автомобиль ғәскәрҙәре
үҙгәртергәСССР-ҙың Ҡораллы көстәре тылы составында. Советских Ҡораллы көстәрендә Граждандар һуғышы осоронда барлыҡҡа киләләр. Бөйөк Ватан һуғышы башына подразделениелар һәм частарҙан торалар.
Тимер юлы ғәскәрҙәре
үҙгәртергә1926 йылда РККА-ның тимер юлдары Айырым корпусы хәрбиҙәре буласаҡ БАМ трассаһына топографик разведка башлайҙар.
КБФ 1-се Гвардия диңгеҙ артиллерия тимер юлы бригадаһы (101-се диңгеҙ артиллерия тимер юлы бригадаһынан үҙгәртеп ҡорола). «Гвардия» званиеһы 1944 йылдың 22 ғинуарында бирелә.
КБФ 11-се Гвардия айырым тимер юлы артиллерия батареяһы. «Гвардия» званиеһы 1945 йылдың 15 сентябрендә бирелә. Дүрт тимерюлы корпусы була: икеһе БАМ-ды төҙөй, икеһе Тюмендә күперһәр төҙәләр, юлдар һалалар.
Юлдар ғәскәрҙәре
үҙгәртергәСССР-ҙың Ҡораллы көстәре тылы составында. Совет Ҡораллы көстәрендә Граждандар һуғышы осоронда барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышы башына подразделениелар һәм частарҙан торалар.
1943 йылдың уртаһында юлдар ғәскәрҙәрендә 294 айырым юл батальоны, 110 юл-комендант участкалары менән (ДКУ) 22 хәрби-автомобиль идаралығы (ВАД), 40 юл отрядтары (ДО) менән 7 хәрби-юл идаралығы (ВДУ), 194 егеүле транспорт роталары, ремонт базалары, күпер һәм юл ҡоралмаларын етештереү базалары, уҡыу-уҡытыу һәм башҡа учреждениелар.
Хеҙмәт армияһы
үҙгәртергәХеҙмәт армияһы (Трудармия) — 1920—1922 йылдарҙағы Совет Рәсәйенең Ҡораллы көстәрендәге хәрби формированиелар (берләшмәләр), Граждандар һуғышы осоронда халыҡ хужалығын тергеҙеү өсөн ваҡытлыса файҙаланған көстәр. Хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән һәм шул уҡ ваҡытта хәрби әҙерлеккә һәләтле булған һәр хеҙмәт армияһы ҡәҙимге уҡсылар берләшмәләренән, кавалерия, артиллерия һәм башҡа частарҙан торған. Барыһы 8 хеҙмәт армияһы булдырыла; улар хәрби-административ яҡтан Революцион — хәрби Советына буйһонған, ә хужалыҡ-хеҙмәт яҡтан — Оборона һәм хеҙмәт Советына. Хәрби-төҙөлөш частарҙың (отрядтарҙың) алдан килеүсеһе.
Шәхси составы
үҙгәртергә-
Ҡыҙылармеецтың хеҙмәт книжкаһы, 1919 йыл
-
Яугирҙарҙы һуғышҡа китеү алдынан өйрәтеү. Мәскәү, 1941 йылдың авгусы
-
СССР-ҙың почта маркаһы 10 лет РККА и ВМС РККА СССР. Ҡыҙылармеец
-
СССРҙың почта маркалары серияһы 20 лет РККА и РККФ. Ҡыҙылармеец
-
Лётчик
-
Ҡыҙылфлотсы
-
Танкист
-
Тупсы (Артиллерист)
Званиелар
үҙгәртергәБашта Ҡыҙыл Армия офицерлыҡты күренеш булараҡ кире ҡаға, сөнки уны «батшалыҡтың ҡалдығы» тип һанай. «Офицер» һүҙе «командир» һүҙе менән алыштырыла. Погондар, хәрби званиелар юҡҡа сығарыла, улар урынына вазифаның исемдәре ҡуллана, мәҫәлән, «комдив» (дивизия командиры), йәки «комкор» (корпус командиры). 1924 йылдың 30 июнендә СССР РВС-ы РККА-ның 989 һанлы приказына ярашлы бөтә командирҙар составына «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы командиры» исеме бирелә. Шулай уҡ «хеҙмәт категориялары» индерелә, К-1 (иң түбән) категориянан К-14 (юғары) категорияһына тиклем, улар командирҙарҙың тәжрибәһенә һәм квалификацияһына ҡарап бирелә. Вазифаһы билдәле булмаған командирға мөрәжәғәт иткән саҡта, вазифаға тәғәйенле категорияны әйтергә кәрәк булған, мәҫәлән, К — 9 өсөн «иптәш комполка». Айырыу билдәләре өсөн өсмөйөштәр ҡуллана (кесе комсостав өсөн К 1 һәм 2), квадраттар (урта комсоставы өсөн К — 3-6), тура дүртмөйөштәр (өлкән комсостав өсөн К 7 һәм 8) һәм ромбтар (юғары комсостав өсөн К — 10 һәм унан ашыу).Ғәскәрҙәр төрҙәре петлицалар төҫө менән айырылған.
1940 йылдың 7 майында «генерал», «адмирал» персональ званиелары индерелә (комдив, командарм урынына). 1940 йылдың 2 ноябрендә кесе командирҙар составы өсөн вазифа рангтары бөтөрөлә һәм подполковник званиеһы индерелә. 1942 йылдың башында техник һәм тыл службаларының званиелары ғәҙәттәге званиелар менән тиңләшә(«инженер-майор», «инженер-полковник» һ. б.). 1942 йылдың 9 октябрендә сәйәси комиссарҙарҙың системаһы бөтөрөлә.
1943 йылдың башында рәсми лексиконға «офицер» һүҙе погондары һәм айырыу билдәләре менән ҡайтарыла. Хәрби званиелар системаһы һәм айырыу билдәләре СССР-ҙың тарҡалыуына тиклем ғәмәлдә була. Хәҙерге Рәсәйҙә ошо уҡ система файҙалана.
Командирҙар составы
үҙгәртергәРККА командирҙарының байтаҡ өлөшө 1930-сы йылдарҙың башында офицер дәрәжәһен батша һәм аҡ армияла алған кешеләр. Совет хәрби учреждениеларында әҙерләүҙе үткән командирҙарҙы элекке армияның офицерҙарына алмаштырыу бик оҙаҡҡа һуҙыла. Я. Б, Гамарниктың докладной яҙыуына ярашлы (1931 йыл, май айы): командирҙар составында элекке офицерҙарҙың һаны 5195 кеше, шул иҫәптән ҡоро ер ғәскәрҙәрендә юғары командирҙар составында 770 кеше (67,6 %), Диңгеҙ көстәрендә- 51 кеше (53,4 %), Хәрби-һауа көстәрендә — 133 кеше (31, 1 %) тәшкил итә.
1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар
үҙгәртергә1937—1938 йылдарҙағы «ышанысһыҙ элементтарҙан» «Ҡыҙыл армияһының кадрҙарын таҙартыу» башлыса юғары чиндар араһында була. Таҙартыу Ҡыҙыл армияһын көсһөҙләндереүе — көсһөҙләндермәүе һаман да бәхәстәр тыуҙыра, сөнки таҙартыуҙың иң төп нөктәһендә РККА-ның һаны арта ғына: 1937 йылда Ҡыҙыл армияһы 1, 5 млн кеше тәшкил итә, ә Бөйөк Ватан һуғышы башында был һан өс тапҡырға ҙурыраҡ була. Репрессияға эләккән офицерҙарҙың бер өлөшө нацистик Германия һуғыш башлағандан һуң кире ҡайтарыла. Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл армияһының «таҙартыуы» Гитлерға ышаныс өҫтәй. Яңы асылған мәғлүмәттәр буйынса 1937 йылда Ҡыҙыл Армияһында 114 300 офицер була, уларҙың 11 034 репрессияға дусар була һәм 1940 йылға тиклем аҡланмай. Әммә 1938 йылда Ҡыҙыл Армияһында 179 мең офицер иҫәпләнә һәм был һан 1937 йыл менән сағыштырғанда 56 % күберәк, уларҙың 6 742 репрессияланған һәм 1940 йылға тиклем аҡланмаған.
Һаны
үҙгәртергә- 1918 йылдың апрель аҙағы — 196 000 кеше[10].
- 1918 йылдың сентябрь башы — 550 000 кеше[11].
- 1918 йылдың октябрь аҙағы — почти 800 000 кеше[10].
- 1919 йылдың аҙағына — 3 000 000 кеше[10][11].
- 1920 йылдың көҙөнә — 5 500 000 кеше[10][11].
- 1925 йылдың ғинуарына — 562 000 кеше[10].
- 1927 йылда — 586 000 кеше[11].
- 1932 йыл, март — 604 300 кеше (всей РККА (сухопутной Красной армии, красного воздушного флота и красного морского флота)).
- 1937 йылдың 1 ғинуарына — 1 518 090 кеше.
- 1938 йылдың 1 ғинуарына — 1 582 057 кеше [1 605 520 чел.].[14]
- 1939 йылдың 21 февраленә — 1 910 477 кеше.
- 1939 йылдың 20 сентябренә — 5 289 400 кеше.
- 1939 йылдың 1 декабренә — 3 273 400 кеше.
- 1940 йылдың 1 ғинуарына — 3 851 700 кеше.
- 1940 йыл 1 февраленә— 4 229 954 кеше.
- 1940 йылдың 1 апреленә — 4 416 600 кеше.
- 1940 йылдың 1 майына — 3 990 993 кеше.
- 1940 йылдың 1 июненә — 4 055 479 кеше.
- 1940 йылдың 1 сентябренә — 3 423 499 кеше.
- 1940 йылдың 1 октябренә — 3 446 309 кеше.
- 1941 йылдың ғинуарына — 4 200 000 кеше[11].
- 1941 йылдың 22 июненә — 5 080 977 кеше.
- 1941 йылдың 1 июленә — 10 380 000 кеше[10].
- 1942 йылдың яҙына — 5 500 000 кеше (Ғәмәлдәге армия һәм флот)[11].
- 1942 йылдың яҙынан — 5 600 000 кеше (Ғәмәлдәге армия һәм флот).
- 1942 йылдың йәйенә — около 11 000 000 кеше[10].
- 1945 йылдың башына — 11 365 000 кеше[11].
- 1945 йылдың майына — 11 300 000 кеше[11].
- 1946 йылдың февраленә — 5 300 000 кеше.
Ҡорал һәм хәрби техникаһы
үҙгәртергәҠыҙыл Армияһының үҫеше донъялағы хәрби техниканың дөйөм тенденцияларын сағылдыра. Уларҙың иҫәбенә танк ғәскәрҙәренең һәм хәрби — һауа көстәренең формалашыуы, пехотаның механизацияланыуы һәм уның мото уҡсылар ғәскәрҙәренә әүерелеүе, кавалерияның тарҡалыуы, ядро ҡоралының барлыҡҡа килеүе.
Кавалерия роле
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы, Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы
Беренсе донъя һуғышы алдағы һуғыштарҙан үҙенең масштабы һәм характеры менән айырылып тора. Өҙлөкһөҙ күп километрлыҡ фронт һыҙығы һәм оҙайлы «окоп һуғышы» кавалерияның киң ҡулланыуына урын ҡалдырмай. Әммә Граждандар һуғышы үҙенең характеры буйынса Беренсе донъя һуғышынан ҡырҡа айырыла. Уның үҙенсәлектәре фронттарҙың үтә ныҡ һуҙылғанлығында һәм һыҙыҡтарҙың асыҡ булмауында, шуға күрә атлы ғәскәрҙәр бик киң ҡуллана. Шулай уҡ Граждандар һуғышының спецификаһына «тачанкаларҙың» хәрби ҡулланыуын индереп була (мәҫәлән, Н. И. Махно армияһында).
Һуғыш араһы осоронда ғәскәрҙәрҙең механизацияланыуы, автомобилдәр файҙаһына аттарҙан баш тартыу, танк ғәскәрҙәренең үҫешен хәстәрләү дөйөм тенденцияға әүерелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, донълағы күпселек илдәр атлы ғәскәрҙәрҙән баш тартырға ашыҡмай. СССР-ҙа кавалерияны һаҡлау һәм артабанғы үҫеше файҙаһына Граждандар һуғышы осоронда үҫеп сыҡҡан ҡайһы бер полководецтар сығыш яһайҙар.
Шуға ҡарамаҫтан, кавалерияны бик әүҙем тарҡаталар, әгәр 1937 йылда армияла 32 дивизия булһа, 1941 йылға 13 кавалерия дивизияһы тәшкил итә. Һуғыш башында уларҙың һаны «еңел типтағы» 34 дивизияға тиклем еткерелә. Һуңғараҡ, 1943 йылда, кавалерия дивизиялары заманса атлы — механизациялы төркөмдәргә әүерелә. Кавалерияның тулыһынса тарҡатылыуы 1950-се йылдарға тура килә. АҠШ армияһы командованиеһы кавалерияның механизацияланыуы тураһында 1942 йылда бойороҡ сығара, Германияла кавалерия һуғыштың аҙағында уның тар-мар ителеүе менән ғәмәлдән сығарыла.
Бронепоездар
үҙгәртергәБронепоездар Рәсәйҙә Граждандар һуғышына тиклем уҡ башҡа күп кенә һуғыштарҙа киң ҡуллана. Шулай ҙа Граждандар һуғышында күберәк ҡулланыла, сөнки фронттарҙың һыҙыҡтары асыҡ күренмәй һәм тимер юлдары ғәскәрҙәрҙе, боепрпастарҙы, икмәкте тиҙ арала урындан — урынға күсереү өсөн кәрәк була.
Бронепоездарҙың бер өлөшө батша армияһынан мираҫҡа ҡала, шул уҡ ваҡытта яңыларын төҙөү ҙә әүҙем бара. 1919 йылға тиклем «суррогат бронепоездар» ҡәҙимге пассажир вагондарынан, чертежһыҙ — ниһеҙ йыйыла. Граждандар һуғышы аҙағына Центроброндә 122 тулы ҡанлы бронепоезд була, 1928 йылға уларҙың һаны 34 тиклем кәмей.
Бронепоезд частары Аҡ армияһында, чехословак корпусында, украин милләтселәре ғәскәрҙәрендә лә була.
Бронепоездарҙың киң хәрби ҡулланыуы уларҙың етешһеҙлеген дә күрһәтә, сөнки бронепоед үҙенең ҙурлығы арҡаһында артиллерия удары, һуңғараҡ — аиаудар өсөн дә ҡулайлы, тимер юлының төҙөклөгөнә лә ныҡ бәйле була. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тимер юлы артиллерияһы ҡоралда ҡала. Яңы бронепоездар төҙөлә, ПВО тимер юлы батареялары йәйелдерелә. Танк ғәскәрҙәренең һәм хәрби авиацияның үҫеше бронепоездарҙың әһәмиәтен кәметә. 1958 йылдың 4 февралендәге СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы тимер юлы артиллерия системаларының эшләнеүе туҡтатыла.
Хәрби ритуалдар
үҙгәртергәУларҙың тәғәйенләнеше — һуғышсан рухты яҡлау һәм йыш ҡына урта быуаттарға барып тоташҡан хәрби традицияларҙы иҫкә алыу.
Революцион Ҡыҙыл Байраҡ
үҙгәртергәСовет хөкүмәте тапшырған революцион Ҡыҙыл Байрағы Ҡыҙыл Армияһының һәр айырым строевой часта була. Революцион Ҡыҙыл Байраҡ частың эмблемаһы, Совет өкүмәтенең беренсе талабы буйынса хәҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен һәм революция ҡаҙаныштарын яҡлау өсөн әҙер булған уның яугирҙарының эске ойошҡанлығын күрһәтә.
Революцион Ҡыҙыл Байраҡ часта була һәм хәрби — походтарҙа ла, тыныс тормошта ла уның менән юлдаш була. Байраҡ часҡа уның ғәмәлдә булған осорона бирелә. Айырым частарға тапшырылған Ҡыҙыл Байраҡ ордендары революцион ҡыҙыл Байраҡҡа беркетелә.
Ватанға айырата тоғролоғын иҫбат иткән һәм социалистик Ватан дошмандары менән алыштарҙа ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән ғәскәри частар һәм берләшмәләр «Почетлы революцион Ҡыҙыл Байрағы» менән наградлана. «Почетлы революцион Ҡыҙыл Байрағы» ғәскәри частың йәки берләшмәнең ҡаҙаныштары өсөн юғары революцион наградаһы булып һанала. Оно напоминает военнослужащим о горячей любви партиЛенина-Сталина и Советского правительства к Красной армии, об исключительных достижениях всего личного состава части. Байраҡ хәрби әҙерлектең темптарын һәм сифатын күтәреүгә өндәмә булып хәҙмәт итә һәм социалистик дәүләттең мәнфәғәттәрен яҡлауға даими әҙерлелеккә булышлыҡ итә.
Ҡыҙыл Армияһының һәр часы һәм берләшмәһе өсөн уның революцион Ҡыҙыл Байрағы изге һанала. Революцион Ҡыҙыл Байраҡты юғалтҡан осраҡта часть тарҡатыллыуға, ә ғәйеплеләр — судҡа дусар ителә. Революцион Ҡыҙыл Байрағын һаҡлау өсөн махсус пост ойошторола. Һәр хәрби байраҡ янынан үткән саҡта уға хәрби сәләмләү (честь) бирергә тейеш. Айырым тантаналы осраҡтарҙа ғәскәрҙәрҙә Революцион Ҡыҙыл Байрағын тантаналы индереү ритуалы үткәрелә. Байраҡ төркөмөнә иң лайыҡлы хәрбиҙәр генә индерелә.
Хәрби ант
үҙгәртергәДонъя армияларының барыһында ла хәрби хеҙмәткә яңы саҡырылыусылар өсөн ант итеү мотлаҡ. Ҡыҙыл Армияһында ғәҙәттә был ритуал призывтан һуң бер ай үткәс үткәрелә. Присягаға тиклем һалдатҡа ҡоралды ышанып бирергә ярамай; башҡа төрлө сикләүҙәр ҙә бар. Присяга көнөндә һалдат беренсе мәртәбә ҡорал ала; ул сафтан сыға, подразделениеһы командирына бара һәм строй алдында тантаналы ант бирә. Присяға традиция буйынса оло байрам һанала һәм Хәрби Байраҡты тантаналы индереүе менән оҙатыла.
Присяга тексы ошо рәүештә булған:
Я, гражданин Союза Советских Социалистических Республик, вступая в ряды Рабоче-крестьянской Красной армии, принимаю присягу и торжественно клянусь быть честным, храбрым, дисциплинированным, бдительным бойцом, строго хранить военную и государственную тайну, беспрекословно выполнять все воинские уставы и приказы командиров, комиссаров и начальников.
Я клянусь добросовестно изучать военное дело, всемерно беречь военное имущество и до последнего дыхания быть преданным своему народу, своей советской Родине и рабоче-крестьянскому правительству.
Я всегда готов по приказу рабоче-крестьянского правительства выступить на защиту моей Родины — Союза Советских Социалистических Республик, и, как воин Рабоче-крестьянской Красной армии, я клянусь защищать её мужественно, умело, с достоинством и честью, не щадя своей крови и самой жизни для достижения полной победы над врагом.
Если же по злому умыслу я нарушу эту мою торжественную присягу, то пусть меня постигнет суровая кара советского закона, всеобщая ненависть и презрение трудящихся.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- Комментарийҙар
- Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
- 14. Доклад наркома обороны СССР и начальника Генштаба РККА в ЦК ВКП(б) — И. И. Сталину — о плане развития и реорганизации РККА в 1938—1942 гг.
- № 5 4/1/49559 (не позднее 29 ноября 1937 г.) № 9сс/ов
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Декрет СНК РСФСР от 15.01.1918 «О Рабоче-Крестьянской Красной Армии»
- ↑ Похлёбкин В. В. Международная символика и эмблематика: опыт словаря. — М.: Международные отношения, 1989. — С. 69. — ISBN 5-7133-0254-7.
- ↑ Закон СССР от 01.09.39 О всеобщей воинской обязанности.
- ↑ Кораблёв Ю. Защита Республики. Как создавалась Рабоче-Крестьянская Красная Армия. // Переписка на исторические темы: диалог ведёт читатель. — М.: Политиздат, 1989. — С. 160−161.
- ↑ 5,0 5,1 «Газета Временного Рабочего и Крестьянского Правительства» — 23 февраля 1918. — № 31 (76). — С. 1.
- ↑ Боевой устав пехоты РККА. Часть 2-я. — Издание ЦТ Наркомвоенмора и издательства «Военный Вестник», 1927.
- ↑ Боевой устав пехоты РККА 1927. Фото книги.
- ↑ Боевой устав пехоты РККА 1927 года. Часть 2.
- ↑ Руководство для бойца пехоты / Управление Боевой Подготовки ВИК РККА — Гос. воен. изд-во Наркомата обороны Союза ССР, 1940. — (Библиотечка ВИК РККА) — 535 с.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Военный энциклопедический словарь. — М.: Военное издательство, 1984.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 11,7 Большая советская энциклопедия (БСЭ), Третье издание, выпущенной издательством «Советская энциклопедия» в 1969—1978 годах в 30-ти томах.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт, посвящённый РККА
- Обращение Владимира Ильича Ленина к Красной Армии (1919 год) (текст речи, фонограмма )
- Приказ НКО СССР от 20 июня 1940 г № 0130
- Ҡалып:Книга:Уникальная и парадоксальная военная техника (2003)
- Молло Эндрю. Вооружённые Силы Второй мировой. Структура. Униформа. Знаки различия. — ISBN 5-699-04127-3.
- Великая Отечественная война Советского Союза 1941−1945: Краткая история. — М.: «Воениздат», 1984. — Ч. Сокрушение фашистской Германии — Гл. 12. Наступление Красной Армии зимой и весной 1944 года.
- Бронетанковые и механизированные войска Великой Отечественной войны
- История и реконструкция Рабоче-Крестьянской Красной Армии 2019 йыл 20 август архивланған.
- Создание РККА 2012 йыл 24 март архивланған.
- Широкорад А. Б. Большой блеф Тухачевского. Как перевооружалась Красная армия. — М.: «Вече», 2014.
Ҡалып:Командующие в Гражданской войне в России Ҡалып:Красная армия в Гражданской войне Ҡалып:Вооружённые силы СССР в ВОВ