Суздальцев Александр Иванович

Александр Иванович Суздальцев (12 октябрь 1937 йыл) — нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор, рационализатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).

Суздальцев Александр Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Красноусол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены медаль «За освоение недр и развитие нефтегазового комплекса Западной Сибири»

Биографияһы үҙгәртергә

Александр Иванович Суздальцев 1937 йылдың 12 октябрендә БАССР-ҙың Красноусол районы (хәҙерге Ғафури районы) Красноусол ҡасабаһында тыуа. 1958—1961 йылдарҙа Алыҫ көнсығыш хәрби округында әрме хеҙмәтен үтә.

1956—1958 йылдарҙа «Октябрьскнефть» нефть промыслаһы идаралығының 3-сө промыслаһының ер аҫты ремонттары операторы, 1964 йылдан Төмән өлкәһенең Сургут ҡалаһында «Нижневартовскнефть» НПУ-һы операторы.

1980 йылда уның рационализаторлыҡ тәҡдиме йылына 28 мең экономия килтерә.

Самотлор нефть ятҡылығын иң тәүге үҙләштереүселәрҙең, 12 самотлорсының һәм 22 Башҡортостан нефтселәре — Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының береһе[1][2].

1976 йылда 50 скважиналарын хеҙмәтләндереүгә күсә (норманан ике тапҡырға артығыраҡ)[3].

1964 йылда Мегионда танкерға беренсе сәнәғәт нефтен ҡоя.

Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең V съезы, СССР профсоюздарының XVIII съезы делегаты.

Хаҡлы ялға сыҡҡас Александр Суздальцев Туймазы районында йәшәй, район ветерандар советы активисы.


Наградалары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Суздальцев Александр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.