Белов Григорий Андреевич

Белов Григорий Андреевич (12 октябрь 1901 йыл23 июнь 1994 йыл) — совет хәрби начальнигы, генерал-лейтенант, 1943 йылдың февраленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) командиры, Советтар Союзы Геройы.

Белов Григорий Андреевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 октябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Сара[d], Алатыр өйәҙе[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 23 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө полководец
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Командалыҡ иткән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 80-я гвардейская стрелковая дивизия[d] һәм 17-й стрелковый корпус (1-го формирования)[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Григорий Андреевич Белов 1901 йылдың 12 октябрендә хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Сурский районындағы Сара ауылында тыуған. рус.

  • Башланғыс мәктәпте тамамлағас, эшсе булып эшләгән.
  • . Ҡыҙыл Армияла 1920 йылдан. Граждандар һуғышында ҡатнаша.
  • 1920 йыл — Һамарҙа сәйәси курстар тамамлай;
  • 1927 йыл — Тверь ҡалаһында хәрби мәктәп тамамлай;
  • 1930 йыл — Хәрби-сәйәси академия тамамлай. Уны тамамланғандан һуң — комиссар, кавалерия полкы командиры, Юғары кавалерия курстары, Фрунзе исемендәге Хәрби академия уҡытыусыһы.
  • 1941 йылдың сентябренән 1942 йылдың июленә тиклем Мәскәү эргәһендә запастағы кавалерия полкы командиры.
  • 1942 йылдың июле — Брянск фронтына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (1943 йылдың 14 февраленән — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) командиры урынбаҫары итеп йүнәлтелә.
  • 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловоград өлкәһендә полк дошман тылы буйлап рейдтан сыҡҡан ваҡытта, дивизия командиры гвардия генерал-майоры Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы батырҙарса һәләк була, бынан һуң гвардия полковнигы Г. А. Белов дивизия командиры була һәм һуғыш тамамланғанға тиклем дивизия менән етәкселек итә.
  • 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда, тарихи Еңеү Парадында, генерал-майор Г. А. Белов кавалеристар йыйылма дивизионын етәкләй.
  • Һуғыштан һуң Белов Г. А. СССР ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә, механизацияланған дивизияның, уҡсылар корпусының командиры.
  • 1953 йыл — Г. А. Беловҡа «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә.
  • 1962 йылдан — отставкала, Мәскәү ҡалаһында йәшәй, 1994 йылдың 23 июнендә Мәскәүҙә вафат була
  • Мәскәүҙә Востряковский зыяратында ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында урынлаштырылған 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһы мемориаль таҡтаташтарына Г. А. Беловтың исеме алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған.
  • Ульяновск өлкәһенең Сара ауылы урамдарының береһе генерал Г. А. Белов исемен йөрөтә.
  • Сурский районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Советтар Союзы Геройы генерал-лейтенант Г. А. Беловҡа арналған стенд булдырылған.

Сәйәсәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Белов Григорий Андреевич. «Герои страны» сайты.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  2. Наградной лист. Подвиг народа. Дата обращения: 26 февраль 2014.