11 февраль
көнө
(11 февраля битенән йүнәлтелде)
11 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 42-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 323 көн ҡала (кәбисә йылында 324).
11 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 февраль Викимилектә |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Фәндә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Бөтә донъя сырхауҙар көнө.
- Пароходтың тыуған көнө.
- «Эшкә — велосипедта» көнө.
- Европа: Ашығыс саҡырыу телефоны — 112 көнө.
- Иран: Революция еңгән көн.
- Камерун: Йәштәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: «Хочу всё знать» киножурналының тыуған көнө.
- Япония: Дәүләткә нигеҙ һалынған көн.
- АҠШ: Уйлап табыусы көнө.
- Әзербайжан: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Б. э. т. 660 йыл: Император Дзимму Япония тәхетенә ултыра. Япон дәүләтенең барлыҡҡа килеүе.
- 435 йыл: Гейзерихтың вандалдарының Африкалағы баҫып алынған ерҙәре солох килешеүе буйынса Валентиниан III тарафынан таныла. Вандалдар Нумидияның бер өлөшө менән көнсығыш Мавританияны үҙ хакимлығы аҫтына ала, әммә бының өсөн империяға йыл да яһаҡ түләргә һәм федераттар сифатында сиктәрҙе берберҙарҙан һаҡларға тейеш була. Гейзерих үҙенең улы Гунерихты Римға аманат рәүешендә ебәрә, ул оҙаҡламай кире ҡайта.
тулы исемлек
- 1234 йыл: Герман тәре йөрөтөүселәренең Балтик буйы ҡәбиләләрен көсләп суҡындырыу маҡсатында баҫып алыуҙары һөҙөмтәһендә Курляндия епископлығы бойондороҡһоҙ дини кенәзлеге булдырыла.
- 1697: Император Пётр I Рәсәй империяһында тәмәке һатыуҙы рөхсәт итә.
- 1736: Башҡортостанда царизм сәйәсәте тураһында Сенат указдары сыға.
- 1809: Роберт Фултон пароходҡа патент ала.
- 1826: Лондондың университет колледжына нигеҙ һалына. Ул Лондондың тәүге университеты була.
- 1829: Тәһрандағы рус илселегенә һөжүм: биналағы барлыҡ кешеләр, шул иҫәптән дипмиссияның башлығы А. Грибоедов та, һәләк була, сәркәтип Мальцов ҡына йәшенеп ҡотолоп ҡала.
- 1838 — Санкт-Петербургтан Царское Селоға тиклем тимер юл буйлап ат егелгән поезд йөрөй башлай.
- 1873 — Испан короле Амадей I тәхеттән баш тартҡас, Кортестар тарафынан Беренсе Испан Республикаһы иғлан ителә.
- 1889 — Японияла Мэйдзи Конституцияһы ҡабул ителә, ул илдә Пруссия өлгөһөндәге конституцион монархия урынлаштыра. Конституция проекты өҫтөндә эште Ито Хиробуми етәкләй. Конситуция ҡабул ителгәс, Японияла Азиялағы тәүге парламент барлыҡҡа килә.
- 1918 — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл флотын (РККФ) ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә.
- 1922 — Фредерик Бантинг инсулин уйлап таба.
- 1928 — Санкт-Морицта II Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1929 — Франц I Лихтенштейн кенәзе була.
- 1937 — Японияла мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелеүсе «Мәҙәниәт ордены» булдырыла.
- BBC Television экрандарға Карел Чапек яҙған «R.U.R.» фәнни-фантастик пьесаһы нигеҙендә тәүге фәнни-фантастик тапшырыу сығара.
- 1940 — Ҡыҙыл Армия Фин һуғышында Маннергейм линияһын өҙөү операцияһын башлай, ул Финляндияның капитуляцияһы менән тамамлана.
- 1943 — Сталин Дәүләт оборона комитетының "СССР-ҙа атом бомбаһын эшләү тураһындағы ҡарар"ын раҫлай.
- 1944 — 1944 йылдың 27 ғинуарында башланған Ровно-Луцк операцияһы тамамлана. 1-се Украин фронтының 60-сы армияһының уң фланг ғәскәрҙәре ҡаты алыштарҙан һуң ҡала һәм эре тимер юл үҙәге Шепетовканы азат итә.
- 1953 — АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэр, физик Альберт Эйнштейн, яҙыусы Томас Манн, Рим папаһы Пий XII ҡатнашҡан көслө халыҡ-ара кампанияға ҡарамаҫтан, ирле-ҡатынлы Розенбергтарҙың ярлыҡау тураһындағы аҙаҡҡы үтенесен кире ҡаға. 19 июндә улар язалап үлтерелә.
- 1956 — Ан-8 хәрби-транспорт самолетының тәүге осошо.
- 1959 — Ғәрәп ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә бер нисә британ колонияһынан Көньяҡтың Ғәрәп Әмирлектәре Федерацияһы ойошторола.
- 1970 — Орбитаға Ерҙең тәүге япон яһалма юлдашы «Осуми» сығарыла.
- 1971 — Мәскәүҙә, Лондонда һәм Вашингтонда «Диңгеҙ һәм океандарҙың төбөндә һәм һәм уның аҫтында ядро ҡоралын урынлаштырыуҙы тыйыу хаҡындағы килешеү» ҡул ҡуйыу өсөн тәҡдим ителә.
- 1972 — Рәс-әл-Хәймә әмирлеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ҡушыла.
- 1975 — Бөйөк Британия Консерватив фирҡәһенең рәйесен һайлауҙың икенсе турында Маргарет Тэтчер еңеү яулай һәм Британияла оппозицияның тәүге ҡатын-ҡыҙ етәксеһе була.
- 1978 — Ҡытайҙа Аристотель, Шекспир һәм Диккенстың китаптарын уҡыуҙы тыйыу ғәмәлдән сыға.
- 1979 — Иранда ислам инҡилабы: ваҡытлы хөкүмәт яҡлы гвардеецтар менән Тәһранда өс тәүлек урам һуғыштарынан һуң аятолла Хөмәйни яҡлылар ҡаланы үҙ ҡулына ала, Генштаб нейтралитет иғлан итә, инҡилаптың еңеүе.
- 1980 — Владимир Меньшовтың «Москва слезам не верит» фильмының премьераһы. 1981 йылда фильм сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар»ға лайыҡ була.
- 1981 — Армия генералы Войцех Витольд Ярузельский Польшаның Министрҙар советы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
- 1990 — Көньяҡ Африка Республикаһының аҙаҡҡы аҡ тәнле президенты Фредерик де Клерк Африка милли конгресын һәм апартеидҡа ҡаршы башҡа хәрәкәттәрҙе легалләштереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғас, Нельсон Мандела 27 йыллыҡ тотҡондан иреккә сыға.
- 1991 — Гаагала Вәкиллектәре булмаған милләттәр һәм халыҡтар ойошмаһы булдырыла.
- 1992 — Фианна Файл фирҡәһе вәкиле Альберт Рейнольдс Ирландияның таойсехы (премьер-министры) була.
- 2007 — Горбангулы Мәликгулы улы Бәрдемөхәммәдов Төркмәнстан президенты һайлауҙарында 89,23 процент тауыш йыйып еңеп сыға.
- 2009 — Морган Ричард Цвангираи Зимбабвеның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2011 — Мысырҙа инҡилап: Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк, хакимлыҡты Ҡораллы Көстәрҙең Юғары советына тапшырып, отставкаға сыға.
- 2016 — Гравитация тулҡындарын эксперименталь асыу тураһында иғлан ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), мәҙәниәт эшмәкәре. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Юнай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Надькин Павел Николаевич (1911—5.05.1996), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1934 йылдан Башҡорт АССР-ының хәҙерге Баймаҡ районындағы Калинин ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте, 1939—1942 һәм 1947—1957 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе; 1957—1965 йылдарҙа — Сибай совхозы директоры, 1965—1970 йылдарҙа «Рассвет» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Александр Семак (1966), спортсы, шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡәрипова Рәҡиә Миңлеғәли ҡыҙы (1932—1996), китапханасы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының элекке бүлек мөдире. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Черных Юрий Алексеевич (1952), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер һәм йәмәғәтсе. 1976 йылдан «Салауатнефтемаш» заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989 йылдан — баш инженер, 1995 йылдан — генераль директор, бер үк ваҡытта 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе. 2009 йылдан Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе генераль директорының кәңәшсеһе. Техник фәндәр кандидаты (1999). Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, 1995—2008 йылдарҙа — Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000).
- Велигодский Олег Валерьевич (1967), спорт ветераны, тренер. Бокс буйынса олимпия резервының Николай Валуев исемендәге махсус мәктәбе тренеры. Ҡул һуғышы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәдис Ғәниев (1967), йырсы. 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокал артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Шаһиев Элвир Ҡәҙим улы (1967), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. Ҡариҙел районында 2012 йылдан эшләп килгән «Уфалеспром» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы урман сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Аслаев Наил Төхвәт улы (1953—20.11.2023), инженер, спортсы. 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004), иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2000), физик культура һәм спорт отличнигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылынан.
- Йәнекәева Венера Әҙһәм ҡыҙы (1958), хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975 йылдан Башҡорт АССР-ының Социаль хеҙмәтләндереү министрлығы инспекторы, өлкән инспекторы, 1978 йылдан Өфө ҡалаһы райондары социаль хеҙмәтләндереү бүлектәренең яуаплы хеҙмәткәре, 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Секретариатының һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008), РСФСР-ҙың социаль хеҙмәтләндереү отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Әлмәт ауылынан.
- Ҡәйепов Рәйес Абдулхәй улы (1958), педагог. 1980 йылдан Хәйбулла районы Бүребай, 1983—2021 йылдарҙа — Аҡъяр ауылындағы хәҙерге 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007) һәм мәғариф отличнигы (2000). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
- Фазылов Илдус Зәнфил улы (1963), аппаратсы. Татарстандың «Нижнекамскнефтехим» йәмғиәте эшсеһе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районының Штәнде ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимов Сәбих Ғәзиз улы (1929—1992), инженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бишбүләк районында полимер цехы асыусы һәм уның 1979—1992 йылдарҙағы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Дүҫән ауылынан.
- Сухов Владимир Павлович (1934—26.02.2016), геолог-ғалим һәм педагог‑методист. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2000 йылдарҙа иҡтисади география кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2005), геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе.
тулы исемлек
- Николаев Василий Васильевич (1939—28.06.2007), инженер‑механик-ғалим, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» берекмәһенең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1650: Рене Декарт, Франция философы, математик һәм физик.
- 1847: Томас Эдисон, АҠШ уйлап табыусыһы, эшҡыуары.
- 1847: Василий Качалов, Рәсәй империяһы һәм СССР актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
- 1824: Дмитрий Горчаков, Рәсәй империяһы шағиры, драматург.
- 1829: Александр Грибоедов, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, дипломат.
- 1948: Сергей Эйзенштейн, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, рәссам, сценарист, сәнғәт теоретигы, педагог.
- 1969: Әхмәров Ҡасим Закир улы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор.