Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы
Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы (11 февраль 1967 йыл) — йырсы. 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының вокал артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы | |
Тыуған |
11 февраль 1967 (57 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Борай районы Борай ауылы |
Ил | |
Хеҙмәттәшлек |
Башҡорт дәүләт филармонияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы |
Наградалар |
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008) |
Биографияһы
үҙгәртергәФәдис Рәхимйән улы Ғәниев 1967 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Борай районы Мулла ауылында тыуған.
Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған (профессор Миләүшә Мортазина класы). 1996—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһында[1] солист-вокалист булып эшләй, 1989—1995 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы.
Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Биктимерова менән дуэтта йырлай.
Сәхнә эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКомпозиторҙар Рөстәм Яхин, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Сәлих Сәйҙәшев («Хуш ауылым»), Руза Сәхәүетдинова, Урал Рәшитов, Ризуан Хәкимов («Әйтмә һин ауыр һүҙ»), Наил Шәймәрҙәнов һәм Рәйес Ханнановтың («Уфтанма») йырҙарын башҡара.
Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Аһ, Ырымбур ҡалаһы», «Шахта», «Сәрмән», «Хәмдиә» урын алған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
- Бөтә Союз «Татар жыры» конкурсының беренсе премияһы (1991)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Стерлитамакское государственное театрально-концертное объединение 2013 йыл 11 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=25257 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
- http://www.bashgf.ru/personalii/466/ 2013 йыл 12 декабрь архивланған.
- http://zakon-region3.ru/1/64407/ 2016 йыл 20 декабрь архивланған.