Әхмәров Ҡасим Закир улы
Әхмәров Ҡасим Закир улы (7 ноябрь 1900 йыл — 11 февраль 1969 йыл) — башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).
Әхмәров Ҡасим Закир улы | |
![]() | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Борай ауылы |
Вафат көнө |
11 февраль 1969 (68 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
БиографияһыҮҙгәртергә
Ҡасим Закир улы Әхмәров 1900 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Борай ауылында тыуған.
1919 йылда «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай.
1928 йылда Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләй башлай.
1938—1969 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, тел бүлеге мөдире булып эшләй.
Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Ҡасим Әхмәровтың башҡорт тел ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлеге Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләгән сағында башлана. Уның ғилми хеҙмәттәре башҡорт яҙмаһын һәм орфографияһын, хәҙерге башҡорт теленең синтаксисын өйрәнеүгә арналған.
Ҡ. З. Әхмәров — русса-башҡортса (1948), башҡортса-русса (1958) һүҙлектәрҙе, башҡорт теленең орфографик һүҙлеген (1942) төҙөүселәрҙең береһе. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, уҡытыу-методика эштәре, шулай уҡ башҡорт теленән урта мәктәптәр, педагогия училищелары өсөн дәреслектәр авторы.
ХеҙмәттәреҮҙгәртергә
- Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1957.
- Башҡорт телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисы. — Өфө, 1960.
- Башҡорт яҙыуы тарихынан: Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы тарихы. — Өфө, 1972.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы.
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- З. Г Ураксин. Касим Закирович Ахмеров. // Вопросы башкирского языкознания. — Уфа, 1973.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 34-35 с. ISBN 5-295-02294-3.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Әхмәров Ҡасим Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)