Аристотель
Аристотель (грек. Ἀριστοτέλης) (б. э. тиклемге 384—322 йылдар) — бөйөк боронғо грек фәйләсүфе. Ул — Платондың уҡыусыһы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең уҡытыусыһы, боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләүселек йәмғиәтенең мәшһүр идеологы. Сығышы менән Стагир ҡалаһынан. Бөтә ғүмерен үҙ дәүере ғалимдарының фекерҙәрен йыйыу һәм төшөнөүгә арнай. Уны бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра — хайуандарҙың төҙөлөшө һәм ҡылығы, йыһан төҙөлөшө, шиғриәт, сәйәсәт, күк есемдәренең хәрәкәт законы.
Аристотель | |
Ἀριστοτέλης | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Стагир, Халкидики ярымутрауы |
Вафат көнө | |
Вафат булған урыны |
Халкида, Эвбея утрауы |
Мәктәп/традиция | |
Йүнәлеше | |
Осор | |
Основные интересы |
этика, сәйәсәт, метафизика, тормош тураһында фәндәр, логика, иҡтисад |
Значительные идеи | |
Оказавшие влияние | |
Ф. Энгельс һүҙҙәре менән әйткәндә, арҙаҡлы грек философтары араһында ул — «бөтәһен дә үҙ эсенә алған иң ҙур баш». Аристотель ҡолдар менән ҡол биләүселәр араһында синфи көрәш көсәйгән һәм ҡаты һуғыштар барған заманда йәшәгән. Афинала Платон акдемияһында уҡып белем алған.
Аристотель кеше үҫешенең барлыҡ өлкәләрен: социология, философия, сәйәсәт, логика, физиканы үҙ эсенә алған һәр яҡлы фәлсәфә системаһын төҙөгән беренсе аҡыл эйәһе. Уның онтологияға ҡараштары кешелек фекеренең алға табан үҫешенә етди йоғонто яһай. Аристотелдең методик тәғлимәте Фома Аквинский тарафынан ҡабул ителгән һәм артабан схоластика ысулы менән үҫешкән. Карл Маркс Аристотельды боронғо аҡыл эйәһе тип атай[1].
Биографияһы
үҙгәртергәАристотель Стагир ҡалаһында Македония батшаһының һарайында хеҙмәт иткән табип ғаиләһендә тыуа. 17 йәшендә Афинаға китә, унда Платон ойошторған Академияға керә, уның дәрестәренә йөрөй башлай. Шулай 20 йыл дауамында (Платон үлгәнсе) ошо Академия диуарҙарында йәшәй, белемен үҫтерә һәм шәкерттәргә дәрестәр бирә. 343 йылда Македония батшаһы Филипп үҙенең улы Александрҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн батшалығына Аристотелде саҡыртып ала. Александр батша булғас, Аристотель Стагирға ҡайтып китә, унан яңынан Афинаға күсә. Платон үлгәндән һуң, Аристотелдең ижади эшендә яңы дәүер башлана. Ул Платон тәғлимәте менән килешә алмағанлыҡтан, уны тәнҡит утына һалып, үҙенең мөстәҡил фәлсәфәүи системаһын ижад итә башлай. Ул ваҡытҡа Аристотель материалистик йүнәлештәге фәлсәфәүи тәғлимәттәр менән дә танышырға өлгөрә. Улар менән йәнәшә ҡуйып ҡарағанда, Платон системаһы үҙенең буталсыҡ, ҡаршылыҡлы, уйҙырмалы, төҙөклөктән мәхрүм икәнлеген күрһәтә. Ләкин Аристотель материалист-философтар ҡалдырған тәғлимәттәр менән дә тулыһынса килешә алмай. Шунлыҡтан Аристотелдең фәлсәфәи системаһы үҙе лә бик үк эҙенсәлекле килеп сыҡмай, уға ла билдәле бер ҡаршылыҡтар, икеләнеүҙәр хас.
Аристотель йәшәгән осорҙа Афиналағы ҡол биләүселеккә нигеҙләнгән демократия тарҡала, ә философия өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш араһындағы көрәш киҫкенләшә башлаған була. Аристотель был шарттарҙа урталыҡтағы (материализм менән идеализм араһындағы) позицияны һайлай.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒалимдың әҫәрҙәрендә ғилем һәм белемдең бөтә өлкәләре — логика, психология, метафизика, физика, ботаника, тарих, сәйәсәт, иҡтисад, этика, эстетика мәсьәләләре яҡтыртыла. Уларҙың бөтәһендә лә ҡол биләүселәр йәмғиәтен һаҡлау һәм нығытыу идеологияһы күтәрелә, дәүләттең иҡтисад теорияһы эшләнә.
«Метафизика» һәм башҡа хеҙмәттәрендә Аристотель бөтә бар булғандың сәбәптәре һәм тәүсәбәптәре тураһындағы тәғлимәтен үҫтерә. Ул сәбәптәр түбәндәгеләр: 1 Материя (грек. ΰλη, греч. ὑποκείμενον) — «нимәнәндер шул». Объектив барлыҡтағы күп төрлө нәмәләр; материя мәңгелек, уны бар итеп тә, юҡ итеп тә булмай; ул юҡтан бар була алмай, күбәйә йә кәмей алмай; ул инерт һәм пассив. Рәүешһеҙ материя бушлыҡ булып тойола. Беренсе бар ителгән материя биш тәүэлемент (стихия) рәүешендә була: һауа, һыу, тупраҡ, ут һәм эфир (күктәге субстанция).
2 Рәүеш (грек. μορφή, греч. тò τί ἧν εἶναι) — «нимәлер шул». Асыл, стимул, маҡсат, шулай уҡ төрлө нәмәләрҙең бер төрлө материянан барлыҡҡа килеүенең сәбәбе. Төрлө нәмәләрҙең рәүешен материянан Алла (йәки хәрәкәтте башлаған аҡыл) яһаған. Аристотель нәмәнең, күренештең йәшәйешен материя һәм рәүеш берлеге тип аңлата.
3 Ғәмәлдәге, йәки бар ҡылыусы сәбәп (грек. τὸ διὰ τί) — «ҡайҙандыр шул». Нәмәнең йәшәй башлау мәлен һүрәтләй. Алла бөтә нигеҙҙәрҙең нигеҙе булып тора. Бар булғандың сәбәптән бойондороҡлолоғо бар.
4 Маҡсат, йәғни ахырғы сәбәп (грек. τὸ οὖ ἕνεκα) — «шуның өсөн». Һәр нәмәнең үҙенең хосуси маҡсаты бар. Юғарғы маҡсат булып Изге эш тора.
Аристотель атаҡлы полководец Александр Македонскийҙың остазы була. Хәрби походтарҙа йөрөгәндә лә Македонский Аристотелгә гректарға билдәһеҙ булған хайуан һәм үҫемлектәр өлгөһөн ебәреп тора.
Аристотель үҙенән һуң бик күп ғилми хеҙмәттәр ҡалдыра. Физика буйынса 8 китабы, «Хайуандар өлөштәре тураһында» 10 китабы күп быуаттар буйы фәндә абруйлы сифатта йөрөй.
Ижади мираҫы
үҙгәртергәАристотель ҙур ижади мираҫ ҡалдыра. Дөрөҫ, уның күп кенә хеҙмәттәре беҙҙең заманға ҡәҙәр һаҡланмаған, ә уның ижадын өйрәнеүсе белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, «уныҡы», йәғни Аристотелдеке, тип иҫәпләнгән ҡайһы бер хеҙмәттәр һис тә дөрөҫлөккә тура килмәй. Шуға ҡарамаҫтан Аристотелдең ижади мираҫында түбәндәге бүлектәр бәхәсһеҙ таныла һәм фәҡәт уныҡы тип һанала: 1 Мантиҡ (логика) буйынса трактаттар. Уларҙың дөйөм исеме — «Органон». Уға «Категориялар» тигән трактат кергән.
2 Физика буйынса трактаттар. Уларға тәбиғәткә бағышланған лекциялар, «Физика», «Барлыҡҡа килеү һәм юҡка сығыу тураһында» һ. б. трактаттар.
3 Биология буйынса хеҙмәттәр. Был өлөштә «йән тураһында», хайуандар, уларҙың килеп сығыуы һ. б. темаларға яҙылған әҫәрҙәр.
4 Философия буйынса трактаттар. Аристотелдең шәкерттәренең берһе (Андроник Родосский) ғалимдың хеҙмәттәрен баҫтырып сығарғанда был бүлекте «Физика» бүлегенән һуң урынлаштыра. Шунан башлап «Беренсе философия» тип аталған был бүлек яңы исем менән — «Метафизика» тип йөртөлә башлай.
5 Этика буйынса хеҙмәттәр.
6 Тарихи һәм социаль-сәйәси проблемалар буйынса трактаттар.
7 Сәнғәт, шул иҫәптән поэзия һәм риторика буйынса хеҙмәттәр.
Аристотель үҙенең «Метафизика»һында Платон тәғлимәтен киҫкен тәнҡитләй. «Платон минем дуҫым, ләкин минең өсөн хәҡиҡәт ҡәҙерлерәк» тигән һүҙ тап шуға бәйләнгән була. Аристотель империяны әүәл сәбәп рәүешендә, ләкин шул ук ваҡытта үны дәртһеҙ (инерт), хәрәкәткә эйә булмаған рәүештә генә таный.
Материя, рәүеш, хәрәкәт тураһында тәғлимәт
үҙгәртергәМатерия, уныңса, мөмкинлек кенә. Ошо мөмкинлектән нимә килеп сыға, быныһы инде материяның үҙенән тормай. Дәртлелекте (активлыҡты) ул рәүештә генә күрә. Уныңса, «рәүеш» материяны төрлөсә итә, тимәк, рәүеш материяны мөмкинлектән ысынбарлыҡҡа әүерелдереүсе була. Аристотель мифология менән килешеп етмәһә лә, әүәл сәбәпте, һәр нәмәнең башланышын Алланан күрә. Аристотель хәрәкәтте материянан айырып ҡарай. Ул хәрәкәттең өс төрөн таный: 1) үҙгәреш (сифат үҙгәреше), 2) кәмеү (һан үҙгәреше), 3) күсеү (аралаш хәрәкәт).
Логика һәм космология
үҙгәртергәМантиҡ (логика) трактатында Аристотель, беренсе булараҡ, дедукция алымын, шулай ук силлогизм теорияһын башлап ебәрә. Аристотель танып белеү теорияһына диалектика индерергә ынтыла. Дөрөҫ, диалектика уның өсөн формалашып бөткән тәғлимәт түгел әле. Шулай ҙа ул танып белеүҙең ҡаршылыҡлы процесс икәнлеген күрә. Аристотель, мантиҡи (логик) яҡтан көслө белгес булараҡ, софистарҙың хәйләгә ҡоролған иҫбатлау принциптарын тәнҡитләй. Аристотель ҡайһы бер хеҙмәттәрен космологияға бағышлай. Ул үҙ заманындағы башҡа ғалимдәр менән бергә Ер шарын үҙәктә тип (геоцентризмса) аңлатырға тырыша. Биология өлкәһендә Аристотелдең йән эйәләре тураһында тәғлимәте иғтибарға лайыҡ. Ул йәндең өс төрөн атай: 1) үҫемлектәр йәне, 2) хайуандар йәне, 3) аҡылға ҡоролған йән. Материя менән йән араһындағы мөнәсәбәт ғалимдың төп принциптарына бәйле. Йән эйәһенең тәне — материя, уның йәне — рәүеш. Аристотелдең хайуандарҙың килеп сығыуы тураһындағы трактаты күп йылдар дауамында зоология фәнендә теоретик сығанаҡ ролен үтәп килә. Ғалим этика проблемаларына ла ҙур иғтибар бирә. Ул этика менән философияға «идеал» тигән төшөнсә кертә. Дөрөҫ, бөйөк ғалимдың идеалды аңлауы бик примитив була әле. Уныңса, ысын идеал ысынбарлыҡтағы ҡиммәттәрҙә түгел, бәлки күктәрҙә генә. Аристотель өсөн әхлаҡи идеал — Алла. Ул — иң камил философ йәки «үҙен фекерләүсе фекер»…
Сәнғәт һәм эстетика
үҙгәртергәАристотелдең ижади мираҫында сәнғәт теорияһы һәм эстетика мөһим урын алып тора. Йәш быуынды эстетик тәрбиәләү өлкәһендә ул ике мәсьәләне күҙҙә тота. Шуларҙың беренсеһе — йәштәрҙе матурлыҡты, гүзәллекте күрергә, тойорға күнектереү. Икенсеһе — уларҙы ошо сәнғәти һөнәрҙәргә өйрәтеү. Аристотель сәнғәт тураһында, ул — ысынбарлыҡҡа эйәреү (мимесис) ысулы менән ысынбарлыҡты танып белеү, тип фекер йөрөтә. Был Аристотелдең материалистик йүнәлештә формалашыу мөмкинлегенә ишаралай. Быны тағы бер миҫал менән дәлилләп була. Аристотель сәнғәттең объектив вазифаһын булғанды тасуирлау менән генә сикләмәй, уның "нисек булырға тейеш"леген күрһәтеүҙә лә күрә. Аристотель үҙенең «Поэтика» тигән трактатында сәнғәти ижад эшен, эпос жанрҙары, драма жанры һәм бигерәк тә сәнғәт әҫәрҙәрен ҡабул иткәндә уҡыусының, тыңлаусының әҫәрләнеү, хисләнеү, ләззәт алыу кеүек реакциялары (катарсис) тураһында ла яҙа. Аристотелдең был теоретик фекерҙәре хәҙерге көндә лә иғтибарға лайыҡ.
Сәйәсәт һәм дәүләт
үҙгәртергәАристотель үҙенең «Сәйәсәт» тигән трактатында йәмғиәт һәм дәүләт менән идара итеү хаҡындағы ҡараштарын яҙа. Аристотель, үҙ осоро вәкиле булараҡ, ҡол биләүселек ҡоролошон һәм уның ике ҡапма-ҡаршы яғын мәңге шулай булырға тейеш тип һанаған.
Аристотель Платонға ҡаршы идеаль дәүләттә дөйөм милек булырға тейеш түгеллеге тураһында яҙа.
Шунан сығып, ул дәүләт менән идара итеүҙә түбәндәге формаларҙы айырған: монархия, аристократия һәм «полития» (олигархия менән демократияның ҡушылған формаһы). Был формалар, уныңса, йәмғиәт өсөн ҡулай. Ләкин ул тиранлыҡ, саф олигархия һәм сикһеҙ демократия формаларын да айыра. Быларын иһә гректар өсөн ҡулай түгел тип һанай. Аристотель кеше проблемаһы буйынса ла яңы фекерҙәр әйтә. Ул кешене ижтимағи шарттар планында күрергә тырыша. Дөрөҫ, уның был йүнәлештәге фекерҙәре етлегеп бөтмәгән була әле.
Ғөмүмән алғанда, Аристотель фәлсәфәүи фекерләү өлкәһендә кешелек йәмғиәтенең айырым бер этабын тәшкил итә. Уның тәғлимәте, күренеүенсә, ике яҡлы булып формалаша. Һәм был үҙенсәлек унан һуңғы замандарҙа йәшәгән философтарға шулай уҡ ике төрлө йоғонто яһай. Идеалистик йүнәлештәге философтар Аристотелдең тап үҙҙәренә кәрәк булған ҡараштарын алға ҡуйып эш итергә тырыша, материалистар бөйөк ғалимдың ошо йүнәлештәге фекерҙәрен үстерә. К. Маркс, Аристотель тәғлимәтен һәр яҡтан үлсәп, уны боронғо грек философияһының иң юғары дәрәжәһе тип баһалай.[2]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карл Маркс. Глава XIII. Машины и крупная промышленность // Капитал. Критика политической экономии = Das Kapital. Kritik der politischen Ökonomie / пер. с нем. И. И. Скворцова-Степанова, проверенный и исправленный. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1949. — Т. I. — С. 414. — 794 с. — 250 000 экз.
- ↑ Маркс K. и Энгельс Ф. Из ранних произведений.— M., 1956.— C. 27.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гыйззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 нче китап: Кыскача философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Югары уку йорты өчен дәреслек. — Казан. Мәфариф. 2002. — ISBN 5-7761-1122-6
Һылтанмалар
үҙгәртергәАристотель Викиөҙөмтәлә | |
Аристотель Викикитапханала | |
Аристотель Викимилектә | |
Аристотель Викияңылыҡтарҙа |
- Аристотель // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Аристотелева философия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Аристотелево колесо // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Аристотель — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә