Надькин Павел Николаевич

Надькин Павел Николаевич (11 февраль 1911 йыл — 5 май 1996 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. 1934 йылдан Башҡорт АССР-ының хәҙерге Баймаҡ районындағы Калинин ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте, 1939—1942 йылдарҙа һәм 1947—1957 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе; 1957—1965 йылдарҙа — Сибай совхозы директоры, 1965—1970 йылдарҙа «Рассвет» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Надькин Павел Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 февраль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ильинка (Силәбе өлкәһе), Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 май 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы ВДНХ-ның бронза миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Павел Николаевич Надькин 1911 йылдың 11 февралендә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Ильинка ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Калинин исемендәге колхозда башлай. 1934—1938 йылдарҙа — Калинин сельпоһы рәйесе, 1939—1942 йылдарҙа — Калинин исемендәге колхоз рәйесе, 1942—1945 йылдар — Йылайыр игенселек совхозы бүлексәһенең идарасыһы, Баймаҡ машина-трактор станцияһы директоры. 1946 йылда Өфөлә МТС директорҙарының йыллыҡ курстарын тамамлай. 1946—1947 йылдарҙа — Баймаҡ МТС-ы директоры. 1947 йылдын алып — Калинин исемендәге колхоз рәйесе.

Павел Надькин етәкселегендә колхоз районда алдынғылар рәтенә сыға. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 899 гектар сиҙәм ерҙәр үҙләштерелә. Агротехника һәм ауыл хужалығы эштәрен үҙ ваҡытында дөрөҫ ҡулланыу һөҙөмтәһендә колхоз Иген культураларының юғары уңышына ирешә. 1956 йылда 2997 гектар майҙанындағы һәр бер гектарҙан 22-әр центнер иген алынған. Дәүләткә план буйынса 9099 центнер икмәк урынына 555 25 центнерһатыла. Бер йыл эсендә иген һатыуҙан 1 миллион 707 мең һум алына. 1956 йылда барлығы колхоз аҡса килеме 3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Малсылыҡ продукцияһын һатыу буйынса заданиелар уңышлы үтәй. 1956 йылда һәр фураж һыйырынан уртаса һауым 1953 килограмм һөт тәшкил итә — 1955 йыл менән сағыштырмаса 538 килограмға күберәк. Һөт тапшырыу планы 174 процентҡа үтәлә. Картуфтан һәм йәшелсәнәнәң яҡшы уңыш алып, колхоз Сибай халҡын әлеге аҙыҡ-түлек менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. П. Н. Надькин етәкселеге осоронда колхозда малсылыҡ биналар һәм мәҙәни-көнкүреш объекттарҙы төҙөү буйынса ҙур эштәр башҡара .

Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, 1956 йылда уңыш йыйыу һәм иген әҙерләүҙә юғары ҡаҙаныштары өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы Указына ярашлы П. Н. Надькин «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.

1957—1965 йылдарҙа П. Н. Надькин — Сибай совхозы директоры, һуңынан, 1970 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем — Баймаҡ районы «Рассвет» колхозының рәйесе булып эшләй.

Баймаҡ район Советы депутаты (1950—1951).

Павел Николаевич Надькин 1996 йылдың 5 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Баймаҡ районы Бикеш ауылындағы «Рассвет» СПК-ының бинаһында Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Баймаҡ районының Калинин һәм Иҫке Сибай ауылдарындағы урамдарға Надькин исеме бирелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә