Николаев Василий Васильевич

ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре.

Николаев Василий Васильевич (11 февраль 1939 йыл28 июнь 2007 йыл) — ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» производство берекмәһененең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000).

Николаев Василий Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 11 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1]
Тыуған урыны Сыуаш-Ҡарамалы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[2]
Вафат булған көнө 28 июнь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (68 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Газпром етештереү Ырымбур[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Николаев Василий Васильевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Васильевич Николаев 1939 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Сыуаш-Ҡарамалы ауылында тыуған.

1953 йылда ете йыллыҡ мәктәпте, 1956 йылда — Биш ҡайын урта мәктәбен тамамлай. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1962—1967 йылдарҙа Өфө нефть институтының киске факультетында уҡый. 1962 йылдан алып 1976 йылға тиклем Салауат нефть химияһы комбинатында слесарь, инженер, лаборатория начальнигы, цех начальнигы булып эшләй.

1976—1978 йылдарҙа Бөтә союз «Оренбурггазпром» сәнәғәт берекмәһендә төҙөлөп ятҡан гелий заводында директор. 1978—1985 йылдарҙа гелий заводында баш инженер, директор, Бөтә союз «Оренбурггазпром» сәнәғәт берекмәһендә начальник урынбаҫары булып эшләй.

1986 йылда «Газпром» концернының «Оренбурггазпром» ВПО-һына баш инженер итеп тәғәйенләнә. 1991 йылда Ленин орденлы «Оренбургазпром» етештереү берекмәһенең генераль директоры вазифаһына раҫлана.

1985 йылда кандидатлыҡ, 1998 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, профессор (1996). Фәнни эштәре тәбиғи газдан гелий сығарыу проблемаларына, газ ҡатышмаларын мембраналы бүлеү, тәбиғи газ һәм конденсатын әҙерләү һәм эшкәртеү технологияһын камиллаштырыу, уны интенсификациялау, күп көкөртлө газ ятҡылыҡтарын һәм яңы ҡорамалдың үҙенсәлектәрен файҙаланыу һәм эшкәртеү проблемаларына арналған.

86 ғилми хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. Уның етәкселегендә 2010 йылға тиклем осорҙа Ырымбур нефть-газ комплексын үҫтереүҙең генераль схемаһы эшләнә.

Уның ҡатнашлығында Ырымбур гелий заводы төҙөлә һәм сафҡа индерелә, шулай уҡ газ эшкәртеү заводының өсөнсө сираты, ҡыҫыусы компрессор станцияһы, Ырымбур өлкәһенең ойошмалары һәм халҡы өсөн Ҡаҙағстандың Ҡара сығанаҡ газ конденсаты ятҡылығынан 2000 км-ға яҡын газ торбаһы файҙаланыуға индерелә. Бындағы ятҡылыҡтан сыҡҡан газ конденсаты Ырымбурҙың газ эшкәртеү заводына ебәрелә. Һөҙөмтәлә, В. В. Николаев тырышлығы арҡаһында Ырымбур газ-химия комплексы продукцияһы Башҡортостан һәм Татарстан предприятиеларында эшәртелә башлай.

Ул эшләгән осорҙа Ырымбур янындағы Девятое января, Ростошь, Павловка ҡасабалары уңышлы төҙөлә. Бында йәшәгән газовиктар өсөн заманса инфраструктура булдырыла, урамдар һәм юлдар төҙөкләндерелә, спорт-һауыҡтырыу үҙәктәре, поликлиника, балалар баҡсаһы, мәктәп һәм башҡа учреждениелар барлыҡҡа килә.

Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Сыуаш-Ҡарамалы ауылында православие ғибәҙәтханаһы, баҙар төҙөтә, мәҙәниәт йортон һәм урта мәктәпте киңәйтә, ауылға газ керетә, ауыл урамдарын төҙөкләндереп, асфальт һалдыра.

Николаев В. В. боронғо замандан алып бөгөнгөгә тиклемге сыуаш халҡы тарихы һәм мәҙәниәте тураһындағы әҙәбиәтте булдыра һәм баҫтырып сығара. Уның инициативаһы менән 2000 йылдарҙа К. В. Ивановтың тарихи-мәҙәни тикшеренеү фондын ойоштора һәм ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа финанс ярҙамы күрһәтелә.

2002 йылдан хаҡлы ялда. 2007 йылдың 28 июнендә Санкт-Петербургта вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Почёт ордены (Рәсәй) (1996)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)
  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1986)
  • Ырымбурҙың почётлы гражданы
  • ике тапҡыр Сыуаш Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре.
  • Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000)[3].

Йәмәғәт танылыуы

үҙгәртергә
  • РАО «Газпром» премияһы лауреаты (1996, 1997),
  • Рәсәй Федерацияһы технологик фәндәр академияһының академигы,
  • Бөйөк Петр Беренсе исемендәге Милли йәмәғәт премияһы лауреаты (1999),
  • РАЕН академигы,
  • Рәсәй хыуыҡлыҡ академияһы академигы,
  • Халыҡ-ара хыуыҡлыҡ академияһы академигы,
  • Рәсәй инженер академияһының академик кәңәшсеһе,
  • Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы,
  • Халыҡ-ара информатизация академияһы академигы,
  • Сыуаш Республикаһы Милли фән һәм сәнғәт академияһының Почётлы ағзаһы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Основные процессы химической переработки газа. М.: Недра, 1996 (в соавт.);
  • Основные процессы физической и физико-химической переработки газа. М.: Недра, 1998 (в соавт.);
  • История возникновения и развития деревни Чувашские Карамалы. Генеалогическое древо первопоселенца Никиты Авдокима (трехтомник в соавт.). Оренбург, 1999—2001;
  • Чуваши: этническая история и традиционная культура. М.: ДИК, 2000 (в соавт.);
  • Чувашский костюм от древности до современности. Москва — Чебоксары — Оренбург. 2002 (в соавт.);
  • Генеалогия чувашского народа. Чебоксары, 2004.;
  • История предков чувашей. ХХХ в. до н. э. — XV в.н. э. Чебоксары, 2005;
  • Иллюстрированная история чувашей. Кн. 1. древняя эпоха до 500 г. до н. э. Чебоксары, 2006.;
  • Иллюстрированная история чувашей. Кн. 2. Античность-1 с 499 г. до н. э. до 1 г. до н. э. Чебоксары, 2006;
  • Иллюстрированная история чувашей. Кн. 3. Античность — 2 с 1 г. н. э. до 500 г.н. э. Чебоксары, 2007.
  • Атлас «История культуры чувашей. Античная и древняя эпохи». Чебоксары, 2007.
  • В. В. Николаевҡа 2010 йылда Чебоксарҙа һәйкәл ҡуйылған(бюст авторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Альберт Чаркин)[1].
  • Ырымбурҙа Николаев хөрмәтенә стела асыла һәм бер урам уның фамилияһын йөрөтә..
  • Сыуаш-Ҡарамалы ауылында В. В. Николаев урамы бар.
  • 2009, 2014 йылдарҙа В. В. Николаевтың тыуған ауылында «Николаевские чтения» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә.
  • 2009 йылда К. В. Иванов исемендәге тарихи-мәҙәни тикшеренеү фонды тарафынан академик В. В. Николаев премияһы булдырыла, Был премияның лауреаттары — сәнғәтте өйрәнеү докторы Алексей Трофимов, тыуған яҡты өйрәнеүселәр Эдуард Бахмисов, Мударист Сафин, журналистар Марина Карягина, Иван Тарасов, рәссам-полиграфистар Йәлил һәм Хәлил Ғәйнетдиновтар һәм башҡалар.
  • 2009—2015 йылдарҙа Чебоксарҙың Ярославль урамы, 17-се йортонда В. В. Николаев кабинет-музейы эшләп килә, һуңынан ул ғалимдың тыуған ауылы Сыуаш-Ҡарамалыға күсерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Краткая чувашская энциклопедия. Николаев Василий Васильевич. Чувашское книжное изд-во, 2001. — 525 с.
  • Национальная Академия Наук и Искусств Чувашской Республики. Чебоксары: НАНИ ЧР, 2002.- 368 с.
  • Краткая чувашская энциклопедия Башкортостана. Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014.- 372 с.: ил.

Һылтанмалар

үҙгәртергә