Черных Юрий Алексеевич
Черных Юрий Алексеевич (11 февраль 1952 йыл) — 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе. «Салаватнефтемаш» йәмғиәтенең генераль директоры (1995—2005). Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Черных Юрий Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 февраль 1952 |
Тыуған урыны | Ишембай |
Вафат булған көнө | 27 апрель 2021 (69 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Биографияһы
үҙгәртергәЧерных Юрий Алексеевич 1952 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһында тыуған[1][2].
1975 йылда инженер-механик һөнәре буйынса Силәбе политехник институтын тамамлай.
1975—1976 йылдарҙа Новосибирск ҡалаһында «Сибсельмаш» заводының 17-се һанлы цехының инженер-технологы булып эшләй.
1976—1988 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» йәмғиәтендә инженер; баш конструктор бүлегенең өлкән инженеры; производство-диспетчерлыҡ бүлеге бюроһы начальнигы; етештереүгә әҙерләү бүлеге начальнигы була.
1979 йылдан Рубцово транспорт машиналар эшләү заводының Ишембай филиалында технолог булып эшләй.
1988—1989 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе заводының партия комитеты секретары, баш инженеры вазифаларын башҡара.
1995—2005 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» ААЙ-һы генераль директоры булып эшләй.
Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған.
1995 йылдан Салауат ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Ә ике саҡырылышта 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе була. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы.
Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе
- Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы
- «Сифат өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе («Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары — 2007»).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 100 КРУПНЕЙШИХ ПРЕДПРИЯТИЙ(недоступная ссылка)
- ↑ http://evropressa.ru/index/p-chernih2008.jpg(недоступная ссылка)