Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһындағы дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында, балет артистарын әҙерләй.

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы
Нигеҙләү датаһы 1910
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Рәсми сайт nureevacademy.ru
Карта
 Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы Викимилектә

РСФСР Мәҙәниәт министрлығының 1983 йылдың 24 февралендә ҡабул ителгән «Өфө ҡалаһында хореографик училище ойоштороу тураһында» 102-се бойороғона һәм СССР Юғары һәм махсус урта белем биреү министрлығының 1983 йылдың 28 ғинуар (5-се протокол) ҡарарына ярашлы, Өфө ҡалаһында хореографик училищеға нигеҙ һалына. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1994 йылдың 4 февралендәге 33-сө ҡарарына ярашлы, Өфө хореографик училищеһы менән Башҡорт опера һәм балет театры "Музыкаль-сәхнә сәнғәте ижади берләшмәһе"нә ойоша. 1996 йылда берләшмәне үҙгәртеп ҡайтанан ҡорғандар. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1996 йылдың 22 авгусындағы 250-се «Музыкаль-сәхнә сәнғәте һәм уның бүлексәләренең Ижади берләшмәһен үҙгәртеп ҡайтанан ҡороу тураһында» ҡарары менән училище "Башҡорт хореографик училищеһы"атамаһын алған. 1998 йылдың февралендә училищеға Рудольф Нуриев исеме бирелгән. 2009 йылдың июлендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт урта һөнәри белем биреү учреждениеһы «Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореографик училище»һы Башҡортостан Республикаһы «Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореографик колледжы» Дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт урта һөнәри белем биреү учреждениеһы тип үҙгәртелгән 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореографик колледжы тип атала.

Ленинград хореография училищеһын тамамлаған Алик Сәлих улы Биксурин уҡыу йортона нигеҙ һала һәм уның тәүге директоры була. Аҙаҡтан Башҡорт опера һәм балет театры солисы, һуңғараҡ (1988—1990 йылдар) уның — директоры. Училищеның тәүге педагогтары — Леонора Ҡыуатова һәм Венера Ғәлимова шулай уҡ Ленинград балет мәктәбе вәкилдәре булған. Пермь хореографик училищеһын тамамлаған Шамил Тереғолов ир-егеттәр класын етәкләй. 1990 йылда Марат Кәримов әҙерләгән халыҡ бүлеге, ә 1993 йылда — классик бүлегенең беренсе сығарылышы була.

Колледж бинаһы

үҙгәртергә

Башҡорт хореографик колледжы уҡыу корпусы урынлашҡан бина Өфө ҡалаһы архитектура һәйкәлдәренә ҡарай. Уны төҙөү 1913 йылда башланған һәм уның хужаһы бер сауҙагәр булған. Алик Биксурин: «Башҡорт хореографик училищеһы урынлашҡан бина өфөлөләргә изге. Ҡасандыр унда мәҙрәсә — буласаҡ композитор, „Шүрәле“ балетының авторы Фәрит Яруллин ике йыл уҡыған мосолман дини училищеһы булған. Совет власы урынлашҡас, бында илдә билдәлелек яулаған фән эшмәкәрҙәре ҡурсалаған дөйөм белем биреү мәктәбе урынлашҡан. Күп йылдар дауамында күренекле фольклорист һәм тел ғалимы (республиканың буласаҡ етәксеһенең атаһы) З. М. Шакиров был мәктәпте етәкләгән. Ленинград хореографик училищеһына уҡырға барыр алдынан был мәктәпте Рудольф Нуриев тамамлаған.

1986 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировтың, мәғрифәтсенең улы хәстәрлеге арҡаһында бинаны, төплө үҙгәртеп, яңынан ҡорғандан һуң, боронғо йорт, 210 уҡыусыһы менән, хореографик училищены ҡабул иткән»[1].

Иҫке бинаға ҙур булмаған мәктәп театры һәм яңы төҙөлгән, ике ҡатында интернат, ә үрге ҡаттарында туғыҙ балет залы булған, биш ҡатлы бинаға үткәүел төкәтеп һалынған.

Художество етәкселәре

үҙгәртергә
  • 19851994 — Алик Биксурин
  • 19942005 — Леонора Ҡыуатова
  • 2007 йылдан — Леонора Ҡыуатова

Директорҙары

үҙгәртергә
  • 19852009 — Алик Биксурин
  • 20092010 — Әхәт Фәсхетдинов
  • 2010 — 2012 — Әмир Тойғонов
  • 2012 — Олия Ғәли ҡыҙы Вилданова

Билдәле педагогтар

үҙгәртергә
  • Биксурин Алик Сәлихович — БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы
  • Ғәлимова Венера Хәкимовна — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы
  • Кәримов Марат Әғләмович
  • ҠыуатоваЛеонора Сафыевна — Рәсәй халыҡ артисы
  • Мостаева Фәриҙә Хашимовна
  • Нафиҡова Фирҙәүес Мөхәмәтвәлиевна — РСФСР халыҡ артисы
  • Сабирова Галина Георгиевна — Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артисы
  • Тереғолов Шамил Әхмәтович — РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
  • Шапкина Людмила Васильевна —Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Билдәле тамамлаусылар

үҙгәртергә
  • Зинов Аркадий Владимирович — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
  • Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлимовна —Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы
  • Маняпов Илдар Илдусович — Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артисы
  • Меркурьев Андрей Николаевич
  • Рыкин Роман Владимирович
  • Сологуб Наталья Александровна
  • Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы
  • Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйетович — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
  • Шафиғуллина Алһыу Тәлғәтовна — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000).

Училище спектаклдары

үҙгәртергә
  • 1997 — Фредерик Шопен музыкаһына — «Шопениана», Михаил Фокин хореографияһы
  • 1997 — Людвиг Минкустың «Баядерка»һы, Мариус Петип хореографияһы
  • 1997 — Рикардо Дригоның «Тылсымлы флейта»һы, балетмейстеры Андрей Меланьин
  • 2001 — Карэн Хачатуряндың «Белоснежка и семь гномов», балетмейстеры Борис Мягков
  • 2005 — Людвиг Минкус музыкаһына «Пахита» балетынан классик дивертисмент, Мариус Петип хореографияһы
  • 2005 — «Испан миниатюралары»
  • 2008 — «Аҡҡош күле», Константин Сергеев редакцияһындағы М. Петип һәм Л. Иванов хореографияһы, ҡуйыусы Леонора Ҡыуатова

Библиография

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Балетная школа Башкортостана // Балет : журнал. — М., 1998. — № 2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә