Куклева Галина Алексеевна
Куклева Галина Алексеевна (21 ноябрь 1972 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы, олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994), биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998).
Галина Куклева ![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Галина Алексеевна Куклева | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Гражданлығы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны |
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай ҡалаһы | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Титулдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Олимпия чемпионы |
1 (1998) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионы |
3 (2000, 2001, 2003) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы |
0 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
23 (шуларҙан 9 - шәхси) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум |
20 (9 - 6 - 5) (шәхси) 28 (13 - 8 - 7) (эстафеталар), 1 (1 - 0 - 0) (командалы ярыш, 1997) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
2002/2003 миҙгел аҙағында профессиональ спорттан китеүе тураһында иғлан итә.
Спорт карьераһы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының биатлон буйынса республика балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Тренеры — В. В. Новожилов.
1993—2003 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
- 1998 йылғы Наганолағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Галина Куклева спринт ярышында (7,5 км) олимпия чемпионы була, һәм шулай уҡ эстафета составында көмөш миҙал яулай.
- 2002 йылғы Солт-Лейк-Ситилағы Ҡышҡы Олимпия уйындары эстафета составында бронза миҙалын яулай.
- Донъя чемпионаттары
- Өс тапҡыр донъя чемпионы (2000, 2001 һәм 2003 йылдарҙа, барыһыла эстафетала).
- Донъя чемпионатының ике тапҡыр көмөш миҙалсыһы (2000 йыл, масс-старт; 1999 йыл, эстафета).
- Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы (1997 йыл, эстафета).
- Донъя кубогы
Донъя кубогының 9 этабында еңеүсе (1996—2000, 2002—2003), Донъя кубогының көмөш (1996, 2000, 2002—2003) һәм бронза (1993-94, 1996-99, 2002) миҙалсыһы.
- Европа чемпионаттары
- Европа чемпионы (1996 йыл, эстафета).
- Европа чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1996 йыл, спринт).
- Донъя һәм Европа чемпионаттары (юниорҙар)
- Донъя чемпионы (1990 йыл).
- Донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы (1992 йыл).
- Европа чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1991 йыл).
Рәсәй чемпионаттары
үҙгәртергә- Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы (1996 йыл).
- Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионы (1997 йыл).
Белеме
үҙгәртергәИшембайҙың 2-се урта мәктәбендә белем ала[1]
1998 йылда Төмән дәүләт университетын тамамлай, артабан ошо уҡыу йорто профессоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Почёт ордены (1998)
- II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены (5 май 2003) — физик
культура һәм спортты үҫтереүгә ҙур көс һалғаны, 2002 йылғы Солт-Лейк-Ситилағы Олимпия уйындарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.[2]
- Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры
- Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ишимбайская средняя школа № 2// Ишимбайская энциклопедия / гл. ред. М. Х. Гайсин. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 252. — 656 с. — ISBN 978-5-88185-2-054.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 5 мая 2003 года № 502(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Куклева Галина Алексеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2022)
- Профиль IBU (инг.)
- Профиль на официальном сайте празднования 450-летия добровольного вхождения Башкирии в состав России 2007 йыл 23 декабрь архивланған.