Обыдённов Михаил Фёдорович

Обыдённов Михаил Фёдорович (21 ноябрь 1949 йыл, Өфө30 декабрь 2019 йыл, Өфө) — совет һәм Рәсәй археологы. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993)[1](недоступная ссылка).

Обыдённов Михаил Фёдорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1949[1]
Вафат булған көнө 2019[1]
Һөнәр төрө тарихсы, археолог
Эшмәкәрлек төрө тарих[1] һәм археология[1]
Әүҙемлек урыны СССР[1]

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Фёдорович Обыдённов 1949 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Ҡаланың 19-сы урта мәктәбен тамамлай. Армияла хеҙмәт итә, шунда уҡ КПСС сафына инә. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Университетта уҡығанда М. Обыдённов йыл һайын БДУ-ның, СССР Фәндәр академияһы Археология институтының, Куйбышев һәм Мәскәү дәүләт университеттарының археология экспедицияларында ҡатнаша, экспедицияларға күренекле совет археологтары О.Н.Бадер, Г.А.Федоров-Давыдов, Г.И.Матвеева, И.Б.Васильев етәкселек итә. Йәш ғалим Көньяҡ Уралдың алға киткән бронза дәүере һәм уның ахыры менән ҡыҙыҡһына, черкаскүл/межа мәҙәниәте темаһы буйынса тикшеренүҙәр башлай. Был теманы ул докторлыҡ диссертацияһы яҙғанға тиклем күп йылдар буйы алып бара[2].

1975 йылда университетты тамамлай. М. Ф. Обыдённов шунда уҡытырға эшкә ҡалдырыла. СССР тарихы кафедраһында ассистент вазифаһында эшләй.

1981 йылда, аспирантурала уҡып тормайынса, СССР Фәндәр академияһы Археология институтында М.Ф.Обыдённов «Бронза быуаты аҙағында Көньяҡ Уралда йәшәүселәр мәҙәниәте» темаһына (тарих фәндәре докторы М.Ф. Косарев етәкселегендә) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

1982 йылда М.Ф. Обыдённов БДУ-ның археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы доценты итеп һайлана. Тәүтормош йәмғиәте тарихы, бронза быуатында Көньяҡ Урал, бронза быуаты аҙағында Көньяҡ Урал, Уралдың боронғо тарихы темалары буйынса күп йылдар үҙе төҙөгән махсус курс буйынса лекциялар уҡый[4].

2000—06 йылдарҙа төбәкте өйрәнеү һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире, 1993 йылдан алып Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы проректоры, дәүләт тарихы һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире, 1998 йылдан — Юридик колледж (Өфө) директоры, бер үк ваҡытта БДУ‑ның Ватан тарихы кафедраһы профессоры[5](недоступная ссылка).

Фәнни хеҙмәттәре бронза быуатына, межа мәҙәниәтенә, Көньяҡ Уралда фин-уғыр ҡәбиләләренең ойошоуына һәм таралып ултырыуына, Урал-Кама буйы төбәгендә йәшәгән боронғо халыҡтарҙың рухи мәҙәниәтенә һәм һынлы сәнғәтенә арналған.

Бер нисә археологик ҡомартҡыны, шул иҫәптән Иштуған ҡурғандарын, Касьянов тораһын, өйрәнгән. Иштуған һыу һаҡлағысы, Түбәнге Кама ГЭС-ы, Башҡортостан атом электр станцияһы төҙөлөштәре башланыр алдынан һыу аҫтында ҡала торған археология ҡомартҡыларын ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнаша[6].

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 250-нән ашыу фәнни монографияһы һәм мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан; археология ҡомартҡыларын ҡаҙыу буйынса 44 ғилми отчет төҙөгән, 5 фән кандидаты әҙерләгән.

  • Образ человека в древнем искусстве (по материалам Урала и Поволжья). Казань, 2003;
  • Историко-культурное наследие народов Башкортостана — объект археологии: вопросы сохранения и использования. Уфа, 2007;
  • История культуры и искусства древних и средневековых народов Среднего Поволжья и Урала. Ка‑ зань, 2014 (авторҙ.)[7](недоступная ссылка).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә