Вольтер
Вольте́р (франц. Voltaire; 21 ноябрь 1694 йыл, Париж, Франция — 30 май 1778 йыл, Париж, Франция; тыуғандағы исеме Франсуа-Мари Аруэ, франц. François Marie Arouet; Voltaire — анаграмма «Arouet le j(eune)» — «Аруэ кинйә» (латин яҙылышы — AROVETLI) — XVIII быуатының иң бөйөк француз философ- мәғрифәтселәренең береһе: шағир, прозаик, сатирик, публицист, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы.
Вольтер | |
Voltaire | |
Исеме: |
Франсуа Мари Аруэ |
---|---|
Псевдонимдары: |
Вольтер |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
философ |
Йүнәлеше: |
Мәғрифәтселек |
Жанр: |
философик повесть |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Биографияһы
үҙгәртергәЧиновник улы Франсуа Мари Аруэ Вольтер иезуиттар колледжында уҡыған, барыһынан бигерәк әҙәбиәт уның күңеленә яҡын булған; әҙәби ижады аристократтар һарайҙарында шағир булараҡ башлана; Регент Филипп II Ореанский менән уның ҡыҙы тураһындағы сатирик шиғыр өсөн Бастилияға эләгә (бынан тыш тағы бер ултырып сыға).
Астролог уны 33 йәш кенә йәшәр ти, ләкин Вольтер оло йәштә вафат була[1]
1726—1729- Англияла сәйәси ҡоролошто, философия, инглиз әҙәбиәтен өйрәнә.
Англиянан ҡайтҡас, үҙ фекерҙәрен «Фәлсәфәүи хаттар» тигән яҙмала нәшер итә. 1734 йылда нәшриәтсе Бастилияға эләгә, Вольтер Лотарингияға маркиза дю Шатлеб янына ҡаса. «Светский человек» поэмаһын яҙғандан һуң Вольтерҙы диндән көлөүҙә ғәйепләйҙәр, ул Нидерландтарға ҡасып ҡотола.
1746 йылда Вольтер һарай шағиры һәм тарих яҙыусыһы итеп билдәләнә, ләкин маркиза де Помпадурҙың(королдең һөйәркәһе-était la favorite du Roi). асыуынан ҡурҡып, Вольтер 1751 йылда Фридрих II саҡырыуы буйынса Пруссияға китә, бында ла үҙенә дошмандар табып өлгөрә. Бынан тыш, Пруссия короле уны ҙур финанс мутлыҡтарында ғәйепләй, ысынлап та философ бындай эштәрҙә ҡатнаша. 1753 йылда Вольтер Швейцарияға килә. Женева янында Отрадное, бынан тыш Турнэ һәм Франция сигенә яҡын ерҙә Ферне (1758) тигән алпауыт хужалыҡтары ала. Бай һәм ҡөҙрәтле кеше булып алған Вольтер үҙ фекерҙәрен инде ҡурҡмайынса асып һала алған.
Ферне йәш интеллигенттарҙың йыш йөрөй торған урынына әйләнә; Вольтер менән Екатерина II, Фридрих II (Пруссия короле), Густав III (швед короле) дуҫ булған. 1774 йылда Людовик XV-не Людовик XVI-сы алмаштыра, 1778 йылда Вольтер 83 йәшендә кире Парижға ҡайта, уны шатланып ҡаршы алалар. Парижда ул «Агафокл» трагедияһын яҙа. Вольтерҙы король Академияның етәксеһе итеп ҡуя, ул академик һүҙлекте эшкәртә башлай.
Вольтер ҡаты сирҙән вафат була. Ул Сельер соборында ерләнә (Парижадан утыҙ лье алыҫлыҡта). Йөрәге тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы маркиза де Виллет ғаиләһендә һаҡлана (« Уның рухы бөтә ерҙә, ә йөрәге бында тыныслыҡ тапты»).
1791 йылда, революция осоронда, Конвент Вольтерҙы Пантеонға күсереп ерләргә ҡарар сығара. Вольтерҙың һөйәктәрен Пантеонға күсереү ҙур демонстрацияға әйләнә. 1814 йылда Бурбондар Франция тәхетенә кире ҡайта, ләкин Вольтер Пантеонда ҡала.
Вольтерҙың китапханаһы
үҙгәртергә1778 йылда Вольтер үлгәндән һуң Рәсәй батшабикәһе Екатерина II яҙыусының китапханаһын һатып алырға теләк белдерә. Уның Париждағы агенты Вольтерҙың вариҫтарына Екатерина исеменән тәҡдим яһай. Екатеринаның Вольтерға яҙылған хаттары ла был китапхана менән бергә Рәсәйгә ебәрелергә тейеш була. Вольтерҙың вариҫы, туғанының ҡыҙы мадам Дени, 50000 экю, йәғни 30000 алтын Рәсәй һумына китапхананы һата. Петербургка китапхананы 1779 йылдың көҙөндә айырым карапта алып ҡайталар, унда 6 мең 814 китап һәм 37 том ҡулъяҙма була. Императрица үҙ хаттарын кире ала алмай, уларҙы оҙаҡламай Бомарше һатып ала һәм нәшер итә, ләкин Екатерина уның менән алдан килешеп, хаттарының ҡайһы бер ерҙәрен алып ташлай[2].
Башта Вольтер китапханаһы Эрмитажда тора. Николай I ваҡытында уны ябып тоталар; тик А. С. Пушкин, батшаның айырым рөхсәте менән "Петрҙың тарихы"н яҙғанда унда инә ала. 1861 йылда Александр II-нең ҡушыуы буйынса Вольтер китапханаһы Император асыҡ китапханаһына (әлеге Санкт-Петербургтағы Рәсәй милли китапханаһына) күсерелә[3].
Китаптарҙа Вольтерҙың билдәләре күп. Рәсәй милли китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ете томлы "Вольтерҙың китап уҡығандағы билдәләре корпусы"н әҙерләне, уларҙың тәүге 5 томы сыҡты ла инде[4].
Философия
үҙгәртергәҮҙенең "Фәлсәфәүи хаттар"ында инглиз философы Джон Локктың эмпиризмы тәғлимәттәре яҡлы сығыш яһаһа ла, Вольтер шул уҡ ваҡытта француз материалистик философияһына ҡаршы була.
Мәҫәлән, барон Гольбахҡа ҡаршы "Меммийҙың Цицеронға хаты"н яҙа;рух тураһында мәсьәләлә Вольтер йәндең үлемһеҙ булыуы -булмауы мәсьәләһендә икеләнә, ихтыяр ирке мәсьәләһендә — индетерминизмдан ҡыйыуһыҙ ғына детерминизмға күсә. Философиянан мөһим мәҡәләләрен Энциклопедия"ла баҫтыра һәм уларҙы, айырым китап итеп, башта «Кеҫә философия һүҙлеге» (франц. Dictionnaire philosophique portatif, 1764) исеме аҫтында сығарта. Был хеҙмәтендә Вольтер үҙен, шул заманындағы фәнни асыштарға таянып, идеализм һәм дингә ҡаршы көрәшсе итеп күрһәтә. Бик күп мәҡәләләрендә ул христиан сиркәүенең дини ҡараштарын, дини әхлаҡты тәнҡитләй, христиан сиркәүе яһаған енәйәттәрҙе фаш итә.
Тәбиғи хоҡуҡ мәктәбе вәкиле булараҡ, Вольтер һәр бер кешенең тартып алып булмай торған тәбиғи хоҡуҡтары булыуын таный (иреккә, мөлкәткә, хәүфһеҙлеккә, сәйәси тигеҙлеккә).
Тәбиғи закондар менән бер рәттән философ позитив закондарҙы айырып ҡарай. Позитив закондар (дәүләт ҡабул иткән) «кешеләр уҫал» булғанға кәрәк тип аңлата. Позитив закондар кешенең тәбиғи хоҡуҡтарын гарантияларға тейеш. Күп кенә позитив закондар философҡа ғәҙелһеҙ булып күренә, Вольтер фекеренсә,улар тик кешеләрҙең томаналығы, ҡырағайлығы арҡаһында ғына йәшәп килә.
Дингә ҡарата тәнҡит
үҙгәртергәВольтер- сиркәүҙең һәм руханиҙарҙың аяуһыҙ дошманы, уларҙы философ логик аргументтар һәм үткер сарказм менән эҙәрлекләй, уның лозунгыһы- «écrasez l’infâme» («әшәкене юҡ итегеҙ» тигәнде «ҡәбәхәтте һытығыҙ»- «раздавите гадину» тип тәржемә итәләр).
Вольтер иудаизмға ла, христиан диненә лә (мәҫәлән, «Булэнвильела ашта булғанда» тигән хеҙмәтендә) тәнҡит яуҙыра, шулай ҙа Иисус Христосты шәхес булараҡ хөрмәт итә (әйтеп кителгән хеҙмәтендә һәм «Алла һәм кешеләр» тигән трактатында); сиркәүгә ҡаршы пропаганда маҡсаты менән Вольтер "Жан Мелье васыяты"н баҫтырып сығарта, Мелье- клерикализмдың ысын йөҙөн асып һалыу өсөн һүҙҙәрҙе йәлләмәгән XVII быуатта йәшәгән социалист—рухани.
Һүҙе һәм эше менән ул "хөрәфәттәр хакимлығы һәм иҙеүе"нә һәм «ышаныуҙар»ға, " руханиҙарҙың яуызлығы"на ҡаршы сыға ("дини фанатизм ҡорбандары — Жан Калас менән һәм Мигель Сервет"ты яҡлай). Вольтер бер туҡтауһыҙ дини «түҙемлек», һыйышып йәшәүҙе (tolérence) пропагандалай—XVIII быуатта был термин христиан диненә һәм католицизмға ҡарата нәфрәтте аңлатҡан. Был турала ул публицистик памфлеттарында (Дини һыйышып йәшәү тураһында трактат, 1763), әҙәби әҫәрҙәрендә лә яҙа (католиктар һәм протестанттар араһындағы һуғышты туҡтатҡан Франция короле Генрих IV Наварра образы; «Гебралар» (утҡа табыныусылар) трагедияһында император образы). Вольтер христиан диненендәге мифтарҙы кеше алдау тип иҫәпләгән.
1722 йылда Вольтер «Уның яҡлы һәм ҡаршы» тигән руханиҙарға ҡаршы поэма яҙа. Был поэмала ул сиркәүҙе рәхимле алланы яратырға ҡушһа ла, уны «беҙ күрә алмаҫҡа тейеш булған» рәхимһеҙ, яуыз тиран итеп һүрәтләй" тип тәнҡитләй. Шулай итеп, Вольтер христиан дине менән араһын өҙә:
Был лайыҡ булмаған образда мин табынырға тейеш алланы танымайым… Мин христиан түгел…
Атеизмға тиҫкәре ҡарашы. Вольтерҙың деизмы
үҙгәртергәСиркәү, руханиҙар һәм «асылды төшөнөү» диндәрен тәнҡитләһә лә, Вольтер атеизмға ҡаршы булған; атеизмға ҡаршы Вольтер махсус памфлет («Homélie sur l’athéisme») бағышлай. XVIII быуат инглиз буржуаз хөр фекер йөрөтөүселәре кеүек деист Вольтер төрлө аргументтар менән илаһтың булыуын иҫбатларға тырыша, тик ул илаһ ғәләмде булдырһа ла, уның эштәренә ҡыҫылмай («космологик» («Атеизмға ҡаршы»), «телеологик» («Le philosophe ignorant») һәм «әхлаҡи» ("Энциклопедия"ла «Алла» аргументтар килтерә).
"Тик 60-70 йылдарҙа Вольтер күңеленә шик инеп оялай "[5]:
Мәңгелек геометр ҡайҙа тора? Бер ерҙәме, әллә бөтә ерҙәләме, киңлектә урын алмай ғынамы? Мин был турала бер ни белмәйем. Донъяны ул үҙ субстанцияһынан булдырғанмы? Мин был турала бер ни белмәйем. Ул һан һәм сифат менән күрһәтелмәгән билдәһеҙме? Был турала мин бер ни ҙә белмәйем[6].
«Вольтер креационизм позицияһын ташлап, „тәбиғәт мәңгелек“ ти»[5]. "Вольтерҙың замандаштары бер уның менән булған ваҡиға тураһында һөйләй. Вольтерҙан алла бармы тип һорағас, ул башта ишекте ныҡ итеп ябырға ҡушҡан, шунан былай тигән: "Алла юҡ, тик был турала минең хеҙмәтсем менән ҡатыным белергә тейеш түгел, сөнки мин үҙемде хеҙмәтсем һуйып ташлағанын, ә ҡатыным тыңлашмай башлағанын теләмәйем ""[7].
"Нәсихәт вәғәздәре"ндә, шулай уҡ фәлсәфәүи повестарында «файҙа» (прагматизм) аргументы, Алланы ижтимағи һәм әхлаҡи тәртип урынлаштырыусы принцип булараҡ аңлау осрай. Был мәғәнәлә уға ышаныу кәрәк; Вольтер фекеренсә, тик ошо ышаныу ғына бәндәләрҙе үҙен-үҙе юҡҡа сығарыуҙан һәм бер-береһен юҡ итеүҙән тыйып тора.
Кешенең самалы эгоизмға нигеҙләнгән («Discours sur l’homme») бәхеткә хоҡуғы хаҡына Вольтер урта быуаттағы сиркәү һәм монахтар пропагандалаған аскетизмды инҡар итә. Донъяны үҙенә уңайлы итеп үҙгәртеп ҡорған XVIII быуат инглиз буржуазияһының: «Whatever is, is right» («все хорошо, что есть», шағир А.Поуп)) тигән һүҙҙәрен оҙаҡ ваҡыт хуплап торһа ла, ҡаланың өстән бер өлөшөн емергән ер тетрәүҙән һуң, Лиссабон һәләкәте тураһындағы поэмаһында:«Әле барыһы ла һәйбәт түгел, тик барыһы ла һәйбәт буласаҡ»,- тип яҙа .
Ижтимағи фәлсәфәүи ҡараштары
үҙгәртергәСоциаль ҡараштары буйынса Вольтер —тигеҙһеҙлек яҡлы. Йәмғиәт «белемле һәм байҙар»ға һәм «бер нәмәһе лә булмағас», «уларға эшләргә тейешле» йәки уларҙың «күңелен күрергә» тейешлеләргә бүленә. Хеҙмәтсәндәрҙе шуға күрә уҡытып тормаҫҡа кәрәк: «халыҡ аҡыл һата башлаһа, барыһы ла юҡҡа сығыр» (Вольтерҙың хаттарынан). Мельеның "Васыят"ын баҫтырырға әҙерләгәндә, Вольтер уның бөтә шәхси милекте ныҡ тәнҡитләгән урындарын алып ташлай, уларҙы «асыу килтергес» тип атай. Вольтерҙың Жан Жак Руссоға ҡарата насар ҡарашта булыу ла ошоноң менән аңлатыла, улар араһында,әлбиттә,бер-береһен кеше булараҡ өнәмәү ҙа була.
Абсолютизмды күрә алмаһа ла, ул ғүмеренең аҙағынаса монархист булып ҡала, уҡымышлы абсолютизм, йәмғиәттең «уҡымышлы» өлөшөнә , интеллигенция, «философтар»ға таянған монархия яҡлы була. Уҡымышлы монарх — Вольтерҙың сәйәси идеалы, уларҙы философ бер нисә образда бирә: Генрих IV («Генриада» поэмаһы), «хисле» философ- батша Тевкра («Минос закондары» трагедияһы). Улар «кешеләргә ғилем бирергә, үҙ ҡулы аҫтындағы халыҡтың йолаларын йомшартырға, ҡырағай илде мәҙәниләштерергә» тырыша, король дон Педро (шул уҡ исемдәге трагедия) Тевкр әйткәнсә: «Батшалыҡ— башында атай кеше торған ғаилә. Кем монарх тураһында икенсе төрлө уйлай, шул кешелек алдында ғәйепле була» тигән принципты яҡлап, феодалдар менән көрәштә һәләк була .
Вольтер, Руссо кеүек үк,ҡайһы ваҡыт «тәүтормош хәле» идеяһын, мәҫәлән, «Скифтар» йәки « Минос закондары» пьесаларында, яҡлай яҙып ҡуя. Скифтар һәм Финикия "тәүтормош йәмғиәте"нең Руссо һүрәтләгән ваҡ милексе крәҫтиәндәр менән бер уртаҡлығы ла юҡ. Ул — сәйәси деспотизм һәм дини күрә алмау дошмандарының йәмғиәте.
«Орлеан ҡыҙы» сатирик поэмаһында ул рыцарь һәм король ярандарынан көлә, ләкин «Фонтенуа янындағы алыш» поэмаһында (1745) Вольтер элекке француз дворяндарын данлай, «Сеньор хаҡы», бигерәк тә «Нанина» тигән пьесаларында крәҫтиән ҡыҙҙарына өйләнергә әҙер булған либераль алпауыттарҙы һүрәтләй. Вольтер сәхнәгә дворян булмағандарҙың үрләүе менән бик оҙаҡ килешә алмай, «ябай кешеләр» (франц. hommes du commun) булыу «трагедияның баһаһын» (avilir le cothurne) төшөрөүгә килтерә.
XVIII быуаттағы Людовик XIV осоро сәйәси, дини һәм фәлсәфәүи, ижтимағи ҡараштары менән ныҡлы бәйләнгән Вольтер уға үҙенең иң яҡшы тарихи «Siècle de Louis XIV» тигән әҫәрен бағышлай.
Ғүмеренең аҙағында, 1778 йылдың 7 апрелендә, Вольтер Париждағы масон ложаһына инә (Францияның Бөйөк Көнсығышы— «Девять сестёр». Уны ложаға Бенджамин Франклин алып бара (ул саҡта — Американың Франциялағы илсеһе)[8][9].
Әҙәби мираҫы
үҙгәртергәДраматургияһы
үҙгәртергәШиғриәттең аристократик жанрҙарын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән (хаттар, нәзәҡәтле лирика, ода и т. д.) Вольтер драматик шиғриәттә классик трагедия яҙған һуңғы ҙур автор— ул 28 трагедия яҙған; иң мөһимдәре: «Эдип» (1718), «Брут» (1730), «Заира» (1732), «Цезарь» (1735), «Альзира» (1736), «Магомет» (1741), «Меропа» (1743), «Семирамида» (1748), «Ҡотҡарылған Рим» (1752), «Ҡытай етеме» (1755), «Танкред» (1760).
Ләкин аристократтар мәҙәниәте һүнә барған дәүерҙә классик трагедия ла үҙгәрә. Элекке айыҡ аҡыл һәм һалҡынлыҡты еңеп, ҡайнар хис-тойғолар үтеп инә башлай («Заира»), трагедияның бер ҡалыпҡа һалынған тәртибе романтик йәнлелек менән алмашына бара («Танкред»). Боронғо грек һәм Рим геройҙары араһына бөтөнләй экзотик персонаждар килеп инә— урта быуат рыцарҙары, ҡытайҙар, скифтар, гебралар (фарсы утҡа табыныусылары) һәм башҡалар.
Оҙаҡ ваҡыт былай итеп төрлө жанрҙы бергә бутауға ҡаршы булған Вольтер һуңыраҡ трагедия менән комедия элементтарын бергә ҡатнаштырып яҙа башлай («Расточитель» менән «Сократ» пьсеаларында). Сәхнәгә плебейҙарҙы сығарырға теләмәгән Вольтер буржуаз драма йоғонтоһона бирелә. Быны ул кешеләргә батырлыҡ өлгөһөн күрһәтергә кәрәк булғанда ябай кешеләрҙе һайлауы менән аңлата. Тәбиғәткә яҡын торған, ябай телдә һөйләшәкән геройҙар тамашасыларға ғишыҡ утында янған принцтар һәм принцессаларға ҡарағанда нығыраҡ тәьҫир итә, театрҙарҙа былай ҙа королдәр өсөн генә яҙылған драмалар әллә күпме ҡуйылһа ла, уларҙы башҡа тамашасылар ҡарарға теләмәй тигән фекергә килә(«Сеньор хоҡуғы», «Нанина», «Расточитель» һәм башҡа).
Шиғриәте
үҙгәртергәДраматургияла классик трагедиялар яҙыуҙан хисле, романтик драмаларға яҙыуға күскән кеүек, шиғриәттә лә Вольтер героик эпопеянан ябайыраҡ формаларға күсә (сатира, дидактик, фәлсәфәүи уйланыуҙар һәм башҡа). Вольтер классик эпопея яҙыуҙан башлай («Генриада», 1728; башта «Лига йәки бөйөк Генрих»), ләкин классик трагедияла уйлап сығарылған герой түгел, ә ысын булған король Генрих Наварра, фантастик һуғыштар урынына католиктар менән гугентоттар һуғышы, илаһтар урынына — аллегория — мөхәббәт, көнсөллөк, фанатизм («Essai sur la poésie épique») күрһәтелә.
«Фонтенуа янындағы алыш тураһында» поэмаһында ул Людовик XV-нең еңеүен данлай, "Орлеан ҡыҙы"нда (La Pucelle d’Orléans) урта быуаттағы Франциялағы феодал һәм руханиҙарҙан әсе һәм әшәке һүҙҙәр менән көлә. Героик поэманы Вольтер фарсҡа, инглиз шағиры Александр Поупҡа эйәреп, уны дидактик поэмаға, "шиғри фекер йөрөтөү"гә (discours en vers) әйләндерә, үҙ әхлаҡи һәм ижтимағи философияһын поэма формаһында аңлатып бирә башлай («Ньютон философияһы тураһында хат», "Кеше тураһында шиғри уйланыуҙар ", «Тәбиғәт законы», «Лиссабон һәләкәте тураһында поэма»).
Фәлсәфәһе һәм сәсмә әҫәрҙәре
үҙгәртергәXVIII быуаттағы бөтә мәғриәфтселәр өсөн нәфис әҙәбиәт үҙе маҡсат булмай, ә тик үҙ идеяларын пропагандалау сараһы, сикләнмәгән монархияға, руханиҙарға ҡаршы протест, дини һыйышып йәшәү, граждандар ирке и т. д. идеяһын таратыу сараһы була. Вольтер ҙа шул юлдан бара. Уның ижады төплө аҡылға нигеҙләнгән һәм шул осор өсөн көнүҙәк ижтимағи һәм сәйәси проблемаларға ҡағыла. «Иҫке тәртип» яҡлы бөтә көстәр ҙә уға, илаһтар хакимлығын инҡар иткән Прометейға ҡаршы күтәрелгән кеүек, ҡаршы күтәрелә; бигерәк тә Фрерон тырыша. Вольтер уның ысын йөҙөн бер нисә памфлетында асып һала, «Шотландка» пьесаһында ошаҡсы Фрелон образында һүрәтләй.
Вольтерҙың иң билдәле сәсмә әҫәрҙәре:
«Донъя, нисек булһа, шулай. Бабуктың үҙе яҙып ҡуйған төшө», «Бер ҡатлы», «Задиг, йәки Яҙмыш», «Микромегас», «Кандид,йәки Оптимизм», « Вавилон батшаһы ҡыҙы», «Scarmentado» фәлсәфәүи романдары һәм повестары (1740—1760). Кеше был донъяны ялтырауыҡлы һүҙҙәр менән түгел, ә изге эштәре менән үҙгәртергә тырышырға тейеш.
Кеше хоҡуҡтарын яҡлау
үҙгәртергә1762 йылда Вольтер улын үлтереүҙә ғәйепләнеп язаланған протестант Жан Калас эше буйынса хөкөм ҡарарына ҡаршы кампания башлап ебәрә. Һөҙөмтәлә Жан Калас ғәйепһеҙ тип табыла, һәм был эш буйынса хөкөм ителгән кешеләр барыһыла иреккә сыға. Француз тарихсыһы Марьон Сиго «Калас эшен» Вольтер Сиркәүгә ҡарата нәфрәтен белдерер өсөн күтәреп сыға, ә язаланған Каластың хоҡуҡтарын яҡлар өсөн түгел (эште алып барғанда ебәрелгән хаталар арҡаһында аҡлана) тип иҫәпләй[10].
Вольтер шәкерттәре. Вольтерьянлыҡ
үҙгәртергәКүп ваҡытта Вольтер әҫәрҙәрен үҙ исемен ҡуймай ғына баҫтыра. Ҡайһы саҡта Францияла улар, контрабанда рәүешендә үтеп инеп, таралһа, уларҙың авторы үҙе икәнде йәшерә. Туҙған, иҫке тәртипкә ҡаршы көрәштә Вольтер Францияла ғына түгел, башҡа илдәрҙә лә бик абруйлы кешеләргә таяна алған. Улар араһында "уҡымышлы монарх"тар ҙа, яңы буржуаз интеллигенция вәкилдәре лә була. Рәсәйгә ул «Петр тарихын» һәм "Карл XII"нең бер аҙ өлөшөн бағышлай, Екатерина II һәм яҙыусы Александр Петрович Сумароков менән хат алыша. Рәсәйҙә, хатта бик нигеҙле булмаһа ла, вольтерианлыҡ тигән йәмғиәт йүнәлеше була.
Вольтерға табыныу Бөйөк француз революцияһы ваҡытында иң юғары нөктәһенә етә. 1792 йылда уның « Цезарҙың үлеме» трагедияһы барған саҡта якобинецтар уның бюсына ҡыҙыл Фригия башлығы кейҙереп ҡуя (ирек символы). XIX быуатта уның исеме әкренләп онотола башлаған кеүек булһа ла, революциялар осоронда Вольтер исеме яңынан балҡый башлай. Мәҫәлән, революциялар осоронда Италияла уның исеме популяр була, Джордж Байрон "Чайльд-Гарольд"та уны данлай, Германияла Гейне Вольтер исемен яңынан халыҡтың иҫенә төшөрә. XX башында Вольтер традицияларын «фәлсәфәүи» романдарында Анатоль Франс үҙенсә дауам итә.
Библиография
үҙгәртергә- Собрание сочинений в 50 тт. — Р. 1877—1882.
- Переписка Вольтера, там же, тт. 33—50.
- Языков Д. Вольтер в русской литературе. 1879.
- Романы и повести, перевод Н. Дмитриева. — СПб., 1870.
- Вольтер М.-Ф. Кандид. — Пантеон, 1908 (сокращённо переиздан — «Огонёк», 1926).
- Вольтер М.-Ф. Принцесса Вавилонская. Издательство «Всемирная литература», 1919.
- Вольтер М.-Ф. Орлеанская дева, в 2 тт., с примечаниями и статьями, 1927.
- Вольтер. Эстетика. Статьи. Письма. Предисл. и рассуждения, 1974.
- Иванов И. И. Политическая роль французского театра в XVIII веке. — М., 1895. на сайте Руниверс
- Вольтер. Философия. М., 1988
- Вольтер. Бог и люди. 2 тома, М., 1961
- Хал Хеллман. Великие противостояния в науке. Десять самых захватывающих диспутов - Глава 4. Вольтер против Нидхема: Спор о зарождении = Great Feuds in Science: Ten of the Liveliest Disputes Ever. — М.: «Диалектика», 2007. — С. 320. — ISBN 0-471-35066-4.
- Desnoiresterres G. Voltaire et la société du XVIII siècle, 8 vv. — P., 1867—1877.
- Morley J. Voltaire. — London, 1878 (русский перевод. — M., 1889).
- Bengesco G. Voltaire. Bibliographie de ses œuvres. 4 vv. — P., 1889—1891.
- Champion G. Voltaire. — P., 1892.
- Strauss D. F. Voltaire. — Lpz., 1895 (русский перевод. — M., 1900).
- Crousle L. La vie et les œuvres de Voltaire. 2 vv. — P., 1899.
- Lanson G. Voltaire. — P., 1906.
- Brandes. Voltaire. 2 vv. — P., 1923.
- Maugras G. Querelles des philosophes Voltaire et Rousseau. — P., 1886.
- Brunetière F. Les époques du théâtre français. — P., 1892.
- Lion H. Les tragédies et les théories dramatiques de Voltaire. — P., 1896.
- Griswald. Voltaire als Historiker. — 1898.
- Ducros L. Les encyclopédistes. — P., 1900 (есть русский перевод).
- Robert L. Voltaire et l’intolérance réligieuse. — P., 1904.
- Pellissier G. Voltaire philosophe. — P., 1908.
Фәлсәфәүи әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Задиг» (Zadig ou la Destinée, 1747)
- «Микромегас» (Micromégas, 1752)
- «Кандид» (Candide, ou l’Optimisme, 1759)
- «Трактат о толерантности» (Traité sur la tolérance, 1763)
- «Что нравится дамам» (Ce qui plaît aux dames, 1764)
- «Философский словарь» (Dictionnaire philosophiques, 1764)
- «Простодушный» (L’Ingénu, 1767)
- «Вавилонская принцесса» (La Princesse de Babylon, 1768)
Әҫәрҙәре буйынса фильмдар
үҙгәртергәВольтер әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеүселәр
үҙгәртергә- Адамович Георгий Викторович
- Гумилёв Николай Степанович
- Иванов Георгий Владимирович
- Лозинский Михаил Леонидович
- Шейнман Сесиль Яковлевна
- Фонвизин Денис Иванович
Факттар
үҙгәртергә- Вольтер хөрмәтенә (5676) Voltaire астероиды уның исеме менән аталған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Тархановский В. КАК ВОЛЬТЕР ОТ СМЕРТИ УШЕЛ . Parsadoxes. Парадокс (1 сентябрь 2002). 2016 йыл 4 август архивланған.
- ↑ Дмитриев В. Г. По стране Литературии. М.: Московский рабочий, 1987, стр. 33-34.
- ↑ История библиотеки Вольтера на сайте Российской национальной библиотеки . Архивировано 24 июнь 2013 года. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ Корпус читательских помет Вольтера . Архивировано 24 июнь 2013 года. 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 Ильин В. В., 2005, с. 219
- ↑ цит. по: Кузнецов В. В., 1978, с. 89
- ↑ Ильин В. В., 2005, с. 220
- ↑ Морамарко М. Масонство в прошлом и настоящем
- ↑ Daniel Ligou, ed. Dictionnaire de la franc-maçonnerie. — Paris: Presses Universitaires de France, 1987.
- ↑ Marion Sigaut, Voltaire — Une imposture au service des puissants, Paris, Kontre-Kulture, 2014
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кузнецов В. Н. Франсуа Мари Вольтер. — М.: Мысль, 1978. — 223 с. — (Мыслители прошлого).
- Ильин В. В. История философии. — СПб.: Питер, 2005. — 732 с. — ISBN 5-318-00150-5.
Һылтанмалар
үҙгәртергәВольтер Викиөҙөмтәлә | |
Вольтер Викикитапханала | |
Вольтер Викимилектә | |
Вольтер Викияңылыҡтарҙа |
- Вольтер — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- Вольтер — Ҙур энциклопедик һүҙлектән
- Жизнь Вольтера 2011 йыл 3 май архивланған.
- Передача радиостанции «Эхо Москвы» «Всё так» о Вольтере
- Луков Вл. А. Вольтер // Электронная энциклопедия «Мир Шекспира», 2010.
- Профиль Вольтера (Франсуа-Мари Аруэ) РФА рәсми сайтында
- Произведения Вольтера в библиотеке Мошкова