Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы
Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы (21 ноябрь 1934 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы. 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986), Бөрйән районы Почётлы гражданы.
Сөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы | |
Тыуған ваҡыты: |
21.11.1934 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы,Байназар ауылы |
Һөнәре: |
артист |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1959 йылдан |
Амплуа: |
комик герой |
Театр: | |
Наградалары: |
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986) |
Биографияһы
үҙгәртергәМуллайән (Мулаян) Зыяитдин улы Һөйәрғолов 1934 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. 1959 йылда Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтын (педагогтары Борис Бибиков, Ольга Ивановна Пыжова) тамамлай. IШул уҡ йылдың 17 сентябрынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Амплуаһы — комик герой.
Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре
үҙгәртергәПроня ролендә тәү башлап сығыш яһай (Н. Ф. Погодиндың «Третья патетическая» пьесаһы буйынса «Ильич ғүмере» — «Жизнь Ильича» спектакле; 1959). Ролдәре: Муҡай («Еҙнәкәй» — «Зятёк», Хәбибулла Ибраһимов), Сәлим («Башмағым»), Шәрифйән («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость» Ибраһим Абдуллин), Ябағаев («Айгөл иле»), Хөснулла («Аҫылйәр» — «Возлюбленная» М. Фәйзи), Бәҙретдин («Көнләш, Америка, көнләш!» — «Завидуй, Америка, завидуй!», С. Я. Латыпов һәм Х. Г. Фәтихова), Терешко («Трибунал», Андрей Егорович Макаёнок]).
Кинофильмдә башҡарған роле
үҙгәртергәМамед «Сарсау» (1960 йыл, Одесса киностудияһы)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәАҙнабаева З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. — Өфө, 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2022)
- Башкирская Энциклопедия: Сөйәрғолов Муллайән (Мулаян) Зыяитдин улы 2016 йыл 7 апрель архивланған. (рус.)