Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы
Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (18 июнь 1951 йыл, Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, БАССР) — дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ, юғары мәктәптәр уҡытыусыһы, отставкалағы судья.
Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы | ||
| ||
---|---|---|
2000 — 2009 | ||
Дауамсы: | Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы | |
Тыуған: | 18 июнь 1951 (73 йәш) Абзай ауылы, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы | |
Белеме: | Башҡорт дәүләт университеты | |
Ғилми дәрәжәһе: | Философия фәндәре кандидаты (1982) | |
Профессияһы: | юрист |
2000 йылдан 2009 йылдың 28 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе була. 1996—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Вәкилдәр Палатаһында республика Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле.
Философия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың икенсе саҡырылышы депутаты.
Етмештән ашыу социология, хоҡуҡ, сәйәсәт буйынса хеҙмәттәр авторы.
Белеме
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының Өфө районы Михайловка ауылында урта мәктәпте тамамлай[1].
- 1972—1977 — Башҡорт дәүләт университетында уҡый.
- 1979—1982 аспирантура, Өфө авиация институты
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1969—1970 — электромонтёр, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеүе,
- 1977 — БДПИ, ғилми хеҙмәткәр,
- 1982—1994 — уҡытыусы, БДПИ-ла кафедра мөдире,
- 1994 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Администрацияһында дәүләт-хоҡуҡ етәкселеге начальнигы,
- 1998—2000 — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт сәркәтибе,
- 2000—2009 — Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ими гордится школа 2016 йыл 30 август архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
- Адигамов Ильдус Анасович ks-rb.ru сайтында 2017 йыл 18 март архивланған.