Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы
Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (18 июнь 1955 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).
Яхъя Зәйнулла улы Ҡәйепов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Йомаш ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы |
Ил | |
Ғилми дәрәжәһе |
ауыл хужалығы фәндәре докторы |
Биографияһы
үҙгәртергәЯхъя Зәйнулла улы Ҡәйепов тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай. 1977 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡып сыҡҡас, 1977—1979, 1981—1985 йылдарҙа «Йылайыр» совхоз-техникумында (Баймаҡ районы Яковлевка ауылы) уҡытыусы була. Төрлө йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге колхозда баш агроном (1979), Башҡортостан Республикаһының үҫемлектәрҙе ҡурсалау станцияһының Баймаҡ диагностика һәм прогноз пункты етәксеһе (1979), ә 1980—1981 йылдарҙа Йомаш урта мәктәбендә инструктор булып эшләй.
1989—1992 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында, 1994—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалында уҡыта.
1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре: 1995—1997 йылдарҙа Сибай лабораторияһында, 2006 йылдан әйҙәүсе фәнни хеҙмәткәр, 2009 йылдан лаборатория етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2012—2015 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалында уҡытыусы була.
Фән йүнәлеше — 06.01.03 — агропочвоведение, агрофизика. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың уңдырышлығын һаҡлаған ер эшкәртеү алымдары, һуғарылған һәм тәбиғи туғайлыҡтарҙа мал аҙығы етештереү темаларына арналған.(Докторлыҡ диссертацияһының авторефераты исеме : «Сохранение и воспроизводство плодородия черноземов в ресурсосберегающих технологиях полевого кормопроизводства на южном Урале»)[1]
Яхья Ҡәйепов Башҡортостандың дала зонаһында туғайлы көтөүлектәрҙә һәм ферма яны баҫыуҙарында мал аҙығы сәсеүҙең баҫыу әйләнештәре (севообороты) схемаларын төҙөгән ғалим. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Сибай ҡалаһында йәшәй.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Продуктивность лугопастбищных и прифермских севооборотов в Зауралье Башкортостана//Материалы научно-практ.конф.«Теоретические и прикладные вопросы травосеяния в криолитозоне». — Якутск, 2001. — с.4-9.
- Энергетическая оценка кормовых севооборотов//Кормопроизводство. — 2001. — № 8. — с.10-12.
- Каипов Я. З., Зарипова Г. К., Сафин Х. М. Программирование урожаев в кормовом севообороте//Земледелие. — 2006. — № 1. — с.30-31.
- Сафин Х. М., Каипов Я. З., Япаров Г. Х. Плодородие почв в кормовых севооборотах Зауралья//Плодородие. — 2007. — Приложение к № 2. — с.64-66.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Миңлеәхмәтов И. С. Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.