Күсәрбай
Күсәрбай (рус. Кучербаево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[1]. Почта индексы — 453162, ОКАТО коды — 80249880003.
Ауыл | |
Күсәрбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәКүсәрбай ауылы Тәлтем-Юрматы улусының Аҡсулпан түбәһенә ҡарай. Ауылға нигеҙ һалғандарҙың береһенең вариҫы Юлай Аҡсулпанов һөйләүенсә, XVIII быуатта был ауыл Аҡсулпан тип аталған була. Аҡсулпандың ейәне Күсәрбай Өмөтбай улы батша армияһында капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1793 йылда башҡорттарҙан беренсе булып дворянлыҡ титулына лайыҡ була[2].
Билдәле булыуынса, 1798 йылда башҡорт еренә кантон идаралығы индерелә, һәм Күсәрбай Аҡсулпанов VII башҡорт кантонының башлығы итеп ҡуйыла. Ауыл уның исеме менән атала башлай. Күсәрбайҙың беренсе ҡатыны Айытбикә Юлдашеванан (1760 йылғы) Аралбай, икенсе ҡатыны Ҡотлобикә Хәләтованан (1769) Тайып тыуа. 1801 йылда Күсәрбай 2 350 дисәтинә ер һатып ала, ләкин 43 йылдан һуң уның улдары һәм ейәндәре был ерҙәрҙе крәҫтиәндәргә һата. Ҡарайған, Ишәй һәм Күсәрбай ауылдары Аҡсулпан түбәһен хасил итә һәм Яланғас-Тәлтем түбәһе тип атала[2].
Күсәрбайҙың улы Аралбайҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша һәм, Колбин ҡалаһы янында барған һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, IV дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә. V рәүиз материалдарында Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылындағы 21 ихатала 124 кеше йәшәүе теркәлә. Ә X Бөтә Рәсәй халыҡ иҫбен алыу мәлендә ауылдағы 36 ихатала 224 кеше йәшәгән була. Өҫтәүенә 82 керҙәш-ерһеҙ башҡорттар булыуы ла теркәлә[2].
1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ауыл Аккүҙ тип теркәлә, һәм 105 ихатала 510 кеше йәшәгән була. 1786 йылда Өфө наместниклығы картаһында ла ауыл шул атама менән инеп ҡалған була[2].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
278 | 341 | +63 | +22,66 |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 19 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Рязановка): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 19 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы (1783—1835) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 2-се Башҡорт атлы полкының ғәскәр старшинаһы, подпоручик (1812).
- Аҡсулпанов Күсәрбай Өмөтбай улы (1760—?) — хәрби эшмәкәр. 1788–1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып нәҫелдән күсеп килгән дворянлыҡ титулына лайыҡ була.
- Аҡсулпанов Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы (1868—?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан офицерҙарҙың береһе, башҡорт дворяндары Аҡсулпановтар нәҫеленән, батша армияһының подполковнигы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2022)
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Күсәрбай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |