Газпром Нефтехим Салауат

Башҡортостандың иң ҙур нефтехимия компанияларының береһе
(«Салауатнефтеоргсинтез» битенән йүнәлтелде)


«Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (2011 йылға тиклем — «Салауатнефтеоргсинтез», «СНОС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) — Рәсәйҙең иң ҙур нефтехимия компанияларының береһе, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте составына инә.

«Газпром Нефтехим Салауат»
Тип

Асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1948

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Республикаһы,
Салауат ҡалаһы,
Йәш гвардеецтар урамы

Төп фигуралар

Важенин Юрий Иванович, генераль директор

Тармаҡ

Нефть эшкәртеү, нефтехимия

Продукция

бензин, дизель яғыулығы, керосин, полиэтилен, бутил спирттары, көкөрт, аммиак, карбамид, пластмассанан көнкүреш әйберҙәре

Әйләнеш

121,9 млрд һум. (2010 йыл)

Килем

3,4 млрд һум (2010 йыл)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

12,15 мең кеше (2009 йыл)

Сайт

www.gpns.ru

Йәмғиәттең административ бинаһы

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Газпром нефтехим Салауат» бензин, дизель яғыу, керосин, полиэтилен, бутил спирттары, дваэтилгексанол, пластификатор ДОФ, толуол, сольвент, ҡыҫылған газдар, бензол, стирол, этилбензол, фталь ангидрид, пластификаторҙар, полистиролдар, силикагелдәр, цеолит катализаторҙар, коррозия ингибиторҙар, көкөрт, аммиак, карбамид, гликолдәр, аминдар, пластмассанан көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа продукция етештерә[1].

«Газпром нефтехим Салауат» составында нефть эшкәртеү, ремонт-механика, химия, газохимия, «Мономер» заводтары һәм Мәләүездәге минераль ашламалар заводы. Шулай уҡ берекмәгә Яңы-Салауат ТЭЦ-ы ла ҡарай. 2013 йылдан ойошмала Ренейссанс Констракшн менән Акрилат комплексы төҙөлә[2].

Йәмғиәттә 1956 йылдан алып «Салаватский нефтехимик» гәзите сығарыла[3] (2011 йылдан аҙнаға бер).

 
Салауаттағы вентилятор градирняһы
  1. Важенин Юрий Иванович (Идаралыҡ рәйесе, «Газпром переработка» йәмғиәтенең генераль директоры)
  2. Каримов Айрат Азатович (Идаралыҡ рәйесе урынбаҫары, «Газпром переработка» йәмғиәтенең генераль директоры)
  3. Алюшкин Павел Викторович
  4. Афанасьев Игорь Павлович
  5. Караяков Рустам Абдулкадирович
  6. Паршиков Геннадий Петрович
  7. Тригубенко Елена Валерьевна
  8. Файрузов Данис Хасанович

Етәкселәре

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Абдужамалов Абдужамал Абдурашидович (10.12.1933—18.11.1996), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1980—1996 йылдарҙа берекмәнең минераль ашламалар заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1967), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1987). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Сөләймән Стальский районының үҙәге Касумкент ауылынан[7].


Бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Сисин. Линия судьбы» Раиса Зыкина, Юрий Чистяков, изд. Скиф, 2011 г.
  • «Комбинат» Потеряхин В. А., Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. ООО «Агентство „Река“», изд. «Автор», 1998 г. ISBN 5-93102-001-2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә