Усманов Ғәлимйән Усман улы

педагог, мәғариф эшмәкәре. Рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ленин ордены кавалеры

Усманов Ғәлимйән Усман улы — (18.06.1880—10.05.1974), педагог, мәғариф эшмәкәре. 1904—1905 йылғы рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Һынны ауылынан.

Усманов Ғәлимйән Усман улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 18 июнь 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Благовар районы
Вафат булған көнө 10 май 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (93 йәш)
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Ғәлимйән Усман улы Усманов 1880 йылдың 18 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Һынны Илсембәт (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны) ауылында тыуған.

1904—1905 йылғы рус-япон һуғышында ҡатнаша.

1910 йылда «Ғосмания» мәҙрәсәһендә белем алған.

Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнаша.

1917 йылда Өфө ҡалаһында педагогик курстар тамамлай.

1939—1940 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында уҡый.

Хеҙмәт юлыҮҙгәртергә

1910—1914 йылдарҙа Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ишембәт ауылында (хәҙер — БР-ҙың Ғафури районы Толпар ауылы) үҙе асҡан яңы методлы мәктәбендә мөғәллим булып эшләй. Дини мәҙрәсәләрҙә белем юлын башлаған уҡыусылар бындай мәктәптәрҙә донъяуи ғилем (тәбиғи-төгәл фәндәрҙе өйрәнә) менән таныша.

1917 йылдан һуң мәғариф системаһы үҙгәрә. Уҡыу йорттары халыҡ милке тип иғлан ителгән һәм Мәғариф халыҡ комиссариаты (Наркомпрос) ҡарамағына бирелә.

1920-се йылдарҙа Бәләбәй кантонының Бүздәк улусында мәктәптәр ойоштороусы, уҡытыусы һәм директор. Эшенә мөкиббән бирелгән, эҙләнеүсән педагогтың хеҙмәтен мәғариф етәкселеге, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, шулай уҡ белемгә ынтылыусы халыҡ ҡатламы ыңғай баһалай.

Грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү буйынса Бөтөн башҡорт ғәҙәттән тыш комиссияһы 1921 йылда «Бөтә грамоталы халыҡты грамотаһыҙҙарҙы уҡытыуға мәжбүри йәлеп итеү тураһында» ҡарар ҡабул иткән. Башҡорт ауылдарында ла ликбез пункттары асыла, һәм Усманов Ғәлимйән Усман улы ла был изге һәм мөһим эштән ситтә ҡалмаған.

1932—1952 йылдарҙа БАССР-ҙың Благовар районы Күсәрбай урта мәктәбенең тәүге директоры.

Оҫта етәксе, мәғариф өлкәһендә барлыҡҡа килгән бөтә яңылыҡ менән ихлас ҡыҙыҡһынған һәм тәжрибәлә һынап ҡараған остаз коллегаларын уҡыусыларға төплө белем биреүгә әйҙәп торған.

Күсәрбай урта мәктәбен тамамлаусылар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре (Нәбиуллин Вәли Нәби улы - 1955-1963 йй. БАССР Министрҙар Советы рәйесе, унан алда - ауыл хужалығы министры, ВЛКСМ өлкә комитеты секретары), фән докторҙары, техник юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, өс яҙыусы - Ғабдрахманов Рәйес, Ғайсин Әхмәт, Шаһбазов Зөлфәт, атҡаҙанған агроном исемен йөрөтөүселәр, хеҙмәт батырҙары бар.

Ул йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары Күсәрбай мәктәбен ҙур ғорурлыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре менән хәтерләй.

Ғәлимйән Усман улы Усманов 1974 йылдың 10 майында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • Ленин ордены кавалеры (1949)
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949)

СығанаҡтарҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Развитие школьного образования Республики Башкортостан в XX веке. Уфа, 2001;
  • Алмаев Р. З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә