Ибрай (Ейәнсура районы)

Башҡортостандың Ейәнсура районы тораҡ пункты

Ибрай (рус. Ибраево) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Байдәүләт ауыл Советына ҡарай. Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807003.

Ауыл
Ибрай
рус. Ибраево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Сельсовет

Байдәүләт

Координаталар

52°15′26″ с. ш. 56°57′37″ в. д.HGЯO

Халҡы

479[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453387

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 807 003

ОКТМО коды

80 626 407 111

Ибрай (Рәсәй)
Ибрай
Ибрай
Ибрай (Ейәнсура районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ибрай

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Урмансы исеме менән нигеҙ һала, 1765 йылдан алып билдәле. Шулай уҡ Үткәнсе, Алабайтал булараҡ теркәлгән. 1795 йылда 23 йортта 293 кеше йәшәгән, 1866 йылда 95 йортта 545 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек, арба‑сана яһау, күмер яндырыу, киндер эшкәртеү, септә һуғыу менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 быуаттың 20‑се йылдарынан алып хәҙерге исемен йөрөтә[2].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Малсылыҡ, ҡырсылыҡ, ҡортсолоҡ — төп шөғөлө. Төп урта мәктәбе, «Ынйыҡай» балалар баҡсаһы, башҡорт милли ризығы етештереүсе «Шифа» ООО-һы, «Зенит» малсылыҡ хужалығы уңышылы эшләй. «Рәйсә» мәсете, мәҙәниәт йорто, халыҡ фольклор ансамбле «Һүрәм» бар.

Урамдары

үҙгәртергә
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
  • Урмансы урамы (рус. улица Урмансы)[3]

1900 йылда — 772 кеше, 1920 йылда — 647, 2002 йылда — 524 кеше иҫәпләнгән. 1925 йылда (аслыҡ йылдарынан һуң) 130 кеше генә теркәлгән[4].

Йыл Халыҡ һаны
1939 524 [5][6]
1959 531 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1970 627 [7]
1979 576 [8]
Йыл Халыҡ һаны
1989 493 [8]
2002 524 [9]
Йыл Халыҡ һаны
2009 540 [9]
2010 479 [6]

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте баһаһы буйынса, 2022 йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Ибрай ауылында халыҡ һаны 245 кеше(дөрөҫ булмаған мәғлүмәт!) тәшкил итә. 2022 йылдың 1 мартына ҡарата Башҡортостан Республикаһының Ибрай ауылында 109 ир-егет (44.66%) һәм 136 ҡатын-ҡыҙ (55.34%)[10].

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[11].

Географик урыны

үҙгәртергә

Ибрай ауылы район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан Оло Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 42 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сиреғол): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һарыҡташ): 96 км[12]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.03.1943) — башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002). Зәйнәб Биишева (2002) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013)
  • Мырҙабаев Хәсән Хәмзә улы (8.12.1951) — гистолог. Медицина фәндәре докторы (2002).
  • Исхаҡов Гәрәй (Миңлегәрәй) Усман улы (25.11.1931—24.06.1997) — драматург. Журналистар союзы (1972), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы[13].
  • Иҫәнсурин Заһир Билал улы (9.06.1987) — йырсы, эстрада төркөмөнөң художество етәксеһе. «Гәлсәр һандуғас - 2008» телевизион фестивале лауреаты.

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә

Тау-һырттар

  • Кәкереһеңер тауы
  • Сураҡай тауы
  • Ҡабра тауы
  • Күнәртаҡан һырты
  • Ибрай һырты

Башҡа урындар

  • Абыҙ үлеге
  • Шауҙым яланы
  • Алат ятыуы
  • Ҙур Терһәк мороно[14]

Йылғалар

  • Ҡарайғыр йылғаһы
  • Көмөрө йылғаһы
  • Ҡоро йылға[15]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

үҙгәртергә
  • Өй һылағанда әйтелгән таҡмаҡтар (Юлдашбаева Мәрфуға Баймырҙа ҡыҙынан яҙып алынған, 1942 йылғы)[16]
  • Көпәш. 1963 йылда Башҡортостандың Ейәнсура районы Ибрай ауылы Баймырҙа Ҡыҙрасовтан (1888 йылғы) И. Абизов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады — БЛ, № 38; БХИ, РЛ, № 202; БПЛ, № 148; БИТ, ПЛ, № 221; Вар.: Б Л, 170-се б[17].

Ауыл лаҡаптары

үҙгәртергә
  • «Шпион тотоп ҡына аҡса эшләп булмай ул»[18]
  • «Эстән гимнастерка, тыштан аҡ күлдәк, уф тирләтә»[18]
  • «Эшең күп булһа, мандолина уйна ла бейе»[18]
  • «Һүҙеңде һүҙ иткең килһә, ат булып кешнә»[18] — Һуғыш йылында тыуған лаҡап. Иҫәнғолға сәсеү орлоғо алырға барған ас ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын райкомға индермәгәс, урамда теҙелешеп тороп ат булып кешнәгәндәр һәм һүҙҙәрен һүҙ итеп ҡайтҡандар.

Ревизия материалдарында

үҙгәртергә

1816 йылда[19] Ибрай ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Ибрай, Ейәнсура районындағы ауыл
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  4. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  9. 9,0 9,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ ИБРАЕВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
  11. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  12. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  13. Ибрай (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  14. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  15. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  16. Современное состояние фольклора в Зианчуринском районе Республики Башкортостан
  17. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 Мәрйәм Бураҡаева. Арғымаҡ.
  19. ревизия материалдары(недоступная ссылка)