Төп менюны асырға

Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы (франц. Fédération Internationale de Basketball, сокр. FIBA, урыҫ телендә транслитерация аша яҙылышы ФИБА) — барлыҡ милли баскетбол федерацияларын берләштереүсе һәм был уйын төрөнөң донъя кимәлендә үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе ойошма. ФИБА баскетбол буйынса донъя чемпионатын һәм башҡа халыҡ-ара ярыштар үткәрә. Федерацияның штаб-квартираһы Швейцарияның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Женева ҡалаһында эшләй.

Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 18 июнь 1932
Административ-территориаль берәмек Mies[d]
Спорт төрө Баскетбол
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Швейцария, Mies[d]
Рәсми сайт fiba.basketball
Commons-logo.svg Халыҡ-ара баскетбол федерацияһы Викимилектә

Тәүҙә ойошма атамаһының аббревиатураһы Халыҡ-ара һәүәҫкәрҙәр баскетболы федерацияһы (урыҫса Международная федерация любительского баскетбола (Fédération Internationale de Basketball Amateur) тигән һүҙбәйләнеште аңлатҡан. Халыҡ-ара ярыштарҙа профессиональ баскетболсыларға ла рәсми ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәндән һуң, 1989 йылда Amateur һүҙе алып ташлана, ә дөйөм атаманы ҡыҫҡартып тормайҙар.

ТарихыҮҙгәртергә

Ойошма 1932 йылдың 18 июнендә милли баскетбол ассоциаларының Швейцарияның Женева ҡалаһында үткән беренсе халыҡ-ара конференцияһында төҙөлә. Милли баскетбол комитеттары вәкилдәре кәңәшмәһе баскетбол ассоциаларының Халыҡ-ара федерацияһын (FIBA—ФИБА) ойоштороуҙы хәл итә. ФИБА-ны булдырыу тәҡдиме менән һигеҙ ил: Аргентина, Чехословакия, Греция, Италия, Латвия, Португалия, Румыния и Швейцария вәкилдәре сығыш яһай. 1989 йылда ФИБА-ның Германияның Мюнхен ҡалаһында үткән конгресында профессиональ баскетболсыларҙың барлыҡ ярыштарҙа ла, шул иҫәптән Олимпия уйындарында ла ФИБА эгидаһы аҫтында сығыш яһауҙары хаҡында тарихи ҡарар ҡабул ителә.

ФИБА ойоштороп үткәргән ярыштарҮҙгәртергә

1950 йыл ир-егеттәр араһында баскетбол буйынса донъя чемпионаты үтә башлай, ә 1953 йылдан халыҡ-ара ярыштың был төрө ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ойошторола. Хәҙерге ваҡытта был ике турнир бер-береһенән айырым, дүрт йылға бер тапҡыр, Олимпия уйындары менән сиратлап, ике йыл һайын үткәрелә. Бынан тыш ФИБА 19 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр (юниорҙар) һәм 21 йәшкә тиклемгеләр араһында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары өсөн донъя беренселеге ойоштора. ФИБА тағы ла биш континенттың барыһында ла үткән баскетбол ярыштарын, 18 йәшкә тиклемгеләр (юниорҙар) һәм 20 йәшкә тиклемгеләрҙең (йәштәр) бары тик Африка, Америка һәм Европа ҡитғаларында барған беренселектәрен дә күҙәтеп үткәрә.

1936 йылдан баскетбол турниры Йәйге Олимпия уйындары программаһының үҙгәрешһеҙ өлөшө булып килә, был ярышты үткәреү менән Олимпия уйындарын ойоштороусы ил, Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм ФИБА бер үк кимәлдә шөғөлләнә.

1972 йылда 2002 йылғаса ФИБА ҡарамағында үткәрелгән «Ронкетти кубогы» ярышы 2003 йылдан Ҡатын-ҡыҙҙарҙың Еврокубогы (FIBA EuroCup Women) тип үҙгәртелде.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә