Калтасинская заря (гәзит)
«Калтасинская заря» — Ҡалтасы районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм "«Заря» редакция-нәшриәт комплексы" дәүләт-унитар предприятиеһы. Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылында аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм мари («Калтаса ужара») телдәрендә сыға. 1932 йылдың мартынан «Ленинский путь» исеме менән мари телендә; 1958 йылдан «Колхозный путь» («Колхоз юлы») гәзите (1945 йылдан алып урыҫ телендә сыға) менән ҡушылғандан һуң «Ленинский путь» («Ленин юлы») исеме аҫтында урыҫ һәм мари телдәрендә, 1965 йылдан башлап «Заря». 2007 йылдан алып хәҙерге исеме менән нәшер ителә. 1962—1965 йылдарҙа гәзит нәшер ителмәй.
«Калтасинская заря» | |
Тип |
Ҡалтасы районының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы |
---|---|
Веб-сайты | |
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Башҡортостандың ете баҫмаһы, шул иҫәптән «Калтасинская заря» гәзите лә, социаль әһәмиәтле киң мәғлүмәт сараһы исемлегенә инде — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 23 октябрь[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Калтасинская заря (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2021)
- Гәзиттең рәсми сайты 2015 йыл 16 ноябрь архивланған.