Ҡадирова Нәзифә Жәүәт ҡыҙы

(Нәзифә Ҡадирова битенән йүнәлтелде)

Нәзифә Ҡадирова (13 апрель 1954 йыл) — эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987), Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2022).

Нәзифә Ҡадырова
Тыуған ваҡыты:

13 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Учалы районы, Ахун ауылы

Һөнәре:

йырсы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы
Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2022)

Биографияһы

үҙгәртергә

Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова (ҡыҙ фамилияһы Әмирова) 1954 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының (1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Ахун ауылында тыуған.

Мәктәптә уҡығанда уҡ йырлай башлай. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, уны Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөнә эшкә алалар.

Нәзифә Ҡадированың ире — билдәле спортсы, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Ғабдрахман Ҡадиров 1993 йылда вафат булды.

Сәхнә эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Башҡорт сәхнәһендә беренсе аҙымынан уҡ үҙ тамашасыһын таба. Бәхти Ғайсин, Ридик Фәсхетдинов, Азат Айытҡоловтар менән эшләй. Репертуарында лирик һәм эстрада, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары.

Нәзифә Ҡадироваға Рим Хәсәновтың «Мандолина» йырынан һүң киң танылыу килә. Был йыр менән ул 1979 йылда «Ғүмергә йыр менән» (русса «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай. Йәш йырсы тыңлаусыларҙы үҙенең моңло һәм бай тембрлы тауышы, сағыу гүзәл ҡиәфәте менән арбай.

Алдағы йылда ул «Совет йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Союз конкурсы» «Сочи-80»-дә тағы ла уңыш яулай, бәйге дипломына лайыҡ була.

Артабан ил буйынса популярлыҡ ҡаҙана барған йырсы Советтар Союзының танылған сәхнә оҫталары Людмила Гурченко, Иосиф Кобзон, Валерий Леонтьев, Лев Лещенко, Мөслим Мағамаев, Роза Рымбаева, Ренат Ибраһимов, Надежда Чепрага, Леонид Серебрянников, Ксения Георгиади һәм башҡалар менән бергә илдең баш ҡалаһындағы «Рәсәй» кино-концерт залында, Мәскәү филармонияһының П. И. Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһай. Үҙ репертуарына билдәле композиторҙар Владимир Шаинский, Ян Френкель, Микаэл Таривердиев, Сергей Саульский, Давид Тухманов, Евгений Мартыновтың киң таралған йырҙарын индерә.

1982 йылда «Мелодия» фирмаһы Нәзифә Ҡадырова башҡарыуында йырҙар тупланған диск сығара.

Нәзифә Ҡадирова Польша, Монголия, Германия, Дания, Һиндостан, Шри-Ланка, Италия, Швеция, Австрия һәм башҡа сит илдәр тамашасыһының алҡыштарына лайыҡ була. Ә Төркиәлә 1993 йылда үткән фестивалдә «Алтын банан» премияһын яулай.

Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Нәзифә Ҡадироваға 1987 йылда «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» тигән юғары исем бирелә, 1994 йылда ул Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Нәзифә Ҡадирова билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың рус телендә ижад иткән «Половинки» («Яртылар») мюзиклында йырлай, 2001 йылда шул авторҙың «Звезда любви» («Мөхәббәт йондоҙо») рок-операһында (шулай уҡ рус телендә) төп партияны башҡара.

2005 йылда йырсыға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул шулай уҡ Татарстан Республикаһының да атҡаҙанған артисы (1996).

2014 йылда сәхнә оҫтаһы Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[1].

2022 йылдың 29 июнендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды[2].

Дискографияһы

үҙгәртергә

Альбомдары

үҙгәртергә

Мини-альбомдары

үҙгәртергә

Ҡатнашлығы

үҙгәртергә

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  • Таныш түгел таныштар (1998)

Йырсы хаҡында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1982)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2014)
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2022)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә