Ғарипов Марсель Исмәғил улы

ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы

Ғарипов Марсель Исмәғил улы (13 апрель 1942 йыл27 сентябрь 2021 йыл) — ғалим-педагог, комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп эшмәкәре һәм сәйәсмән. 1981 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1988 йылдан — проректоры, 1989 йылдан — ректоры. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылға тиклем — өҫтәмә белем биреү буйынса проректор. Педагогия фәндәре докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф (2002) отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Ғарипов Марсель Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 апрель 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Үрге Тәтешле
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, проректор, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Марсель Исмәғил улы Ғарипов 1942 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Түбәнге Тәтешле[1] ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында пионер отряды командиры, мәктәп пионер дружинаһы советы ағзаһы, артабан мәктәптең комсомол комитеты һәм ВЛКСМ-дың район комитеты ағзаһы була.

Үрге Тәтешле урта дөйөм белем биреү политехник училищеһын тамамлағандан һуң, Бөрө дәүләт педагогия институтының[2] химия, биология һәм ауыл хужалығы производствоһы нигеҙҙәре факультетына уҡырға инә һәм уны 1965 йылда тамамлай.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғалим, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре 2021 йылдың 27 сентябрендә[4] Бөрө ҡалаһында вафат булды[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми тикшеренеүҙәре уҡыусыларҙың хеҙмәт политехник әҙерлегенә, инновациялы педагогик технологияларға, хәҙерге заман мәғарифы философияһына. арналған. 220-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Общественнополезный, производительный труд сельских школьников. Уфа, 1990; Иноязычные профессиональные и социально-культурные коммуникации: теория и практика. Уфа, 2004.  (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә