Сэмюэл Беккет
Сэмюэл Беккет (ингл. Samuel Beckett) (13 апрель 1906 йыл — 22 декабрь 1989 йыл) — ирланд яҙыусыһы, шағир һәм драматург. Инглиз һәм француз телендә яҙған. Әҙәби тәржемәсе булараҡ та танылған. Эжен Ионеско менән бергә «Абсурд театры»на нигеҙ һалған. 1969 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
Сэмюэл Беккет | |
Samuel Barclay Beckett | |
Сэмюэл Беккет в 1977 году | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
22 декабрь 1989 (83 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, драматург |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: |
модернизм, театр абсурда |
Дебют: |
«Больше лает, чем кусает» |
Премиялары: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Сэмюэл Беккет Ирландияның баш ҡалаһы Дублинда 1906 йылда тыуған. 1937 йылда Парижға күсә; Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Францияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡатнаша. Ҡатыны Сюзанна менән һуңғы көндәренә хәтлем Парижда тора.
Иң билдәле пьесаhы «Годоны көткәндә» (франц. En attendant Godot) тип атала; ул күп тапҡыр сәхнәлә ҡуйылған һәм телевидениела күрһәтелгән. Сэмюэл Беккеттың әҫәрәренә яңы заманса әҙәби алымдар, фәлсәфәүи ҡараш, минимализм һәм пессимизм хас.
1958 йылда «Крепптың һуңғы яҙған таҫмаһы» (ингл. Krapp’s Last Tape) тигән пьесаһы донъя күрә. Был пьесала Бэккетт яңғыҙлыҡ, ҡартайыу һәм үлем темаларын тасуирлай.
Сэмюэл Беккет 1989 йылдың 22 декабрендә үлә. Бөгөн ул донъяның киң танылған драматургтарының береhе булып hанала.
{{|es}} {{|tr}}