10 ноябрь
дата, ай көнө
(10 ноября битенән йүнәлтелде)
10 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 314-се көнө (кәбисә йылында 315-се). Йыл аҙағына тиклем 51 көн ҡала.
10 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Тыныслыҡ һәм үҫеш өсөн фән көнө.
- Сифат көнө (ноябрҙең икенсе кесаҙнаһы).
- Ер: Йәштәр көнө.
- Киберпсихология көнө.
- Тауыҡтар көнө (ноябрҙең икенсе кесаҙнаһы).
- Юзабилити көнө.
- Аргентина: Йолалар көнө.
- Бразилия: Бойҙай көнө.
- Индонезия: Геройҙар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Йәштәр көнө.
- Эстония: Атайҙар көнө.
- Ер: Бухгалтерия көнө.
- Куба: Полиция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Тажикстан: Милиция көнө.
- 1917: Совет Рәсәйендә «Эшсе милицияһы» ойошторола.
- 1922: Хәҙерге Хөкөм башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы (Башҡорт АССР-ы Эске эштәр халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Иректән мәхрүм итеү урындары буйынса баш идаралыҡ) ойошторола.
- 1933: Иван Алексеевич Бунин Нобель премияһына лайыҡ була.
- 1961: Сталинград ҡалаһының исеме Волгоградҡа алмаштырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тәкәев Данис Солтан улы (1940—9.09.2008), тел белгесе, педагог. 1976—1977 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты деканы урынбаҫары, 1983 йылдан әҙерлек бүлеге мөдире, 1987 йылдан — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәсән Мохтар (Мохтаров Хәсән Баһауетдин улы; 1901—13.10.1963), журналист, нәшриәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм тәржемәсе. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1940—1953 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире.
- Барановский Степан Григорьевич (1916—12.08.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби осоусы, эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант. Ленин (1942), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943) һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, үлгәндән һуң) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Йәркәй ауылынан.
- Злотский Семён Соломонович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-химик-технолог. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—1987 йылдарҙа лаборатория мөдире, 2010 йылдан — дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2009), химия фәндәре докторы (1977), профессор (1982). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2019), Башҡортостан Фәндәр академияһының Д. Ф. Варфоломеев исемендәге премияһы (2012) лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мирзанов Бәхтейәр Ғүмәр улы (1892—17.07.1941), уҡытыусы, дәүләт органдары хеҙмәткәре, шағир һәм журналист. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Йөрәктау ауылынан.
- Ханнанов Мөфтәх Заһит улы (1922—1984), совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—1975 йылдарҙа Шаран ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Наратаҫты ауылынан.
- Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (1927—7.08.2009), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Маркин Пётр Яковлевич (1927—19.09.2001), табип, уролог, хирург. 1953 йылдан Силәбе өлкәһе «Магнитострой» тресының медик-санитар часы хирургы, 1958 йылдан — хирург-уролог, 1966 йылдан — урология бүлеге мөдире, 1994 йылдан — Г. И. Дробышев исемендәге 1-се ҡала дауаханаһының табип-консультанты. Бер үк ваҡытта 1966—1994 йылдарҙа — Магнитогорск ҡалаһының штаттан тыш урологы; урология хеҙмәтенә нигеҙ һалыусы һәм уны ойоштороусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Гусев ауылынан.
- Янбаева Хәҙисә Әхмәт ҡыҙы (1927, ғалим-микробиолог. 1951 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты (1955). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылынан.
- Ишемйәров Айрат Шәрифҡол улы (1937), ғалим-тупраҡ белгесе. 1966—2002 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан ғилми-тикшеренеү лабораторияһы мөдире, 1984—1989 йылдарҙа игенселек һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире. Биология фәндәре кандидаты (1966), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Абҙан ауылынан.
- Тимербулатов Мират Нәби улы (1937—2012), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1957—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы механизаторы. Бер нисә саҡырылыш район һәм ауыл советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Яппаров Винир Камалетдин улы (1942), нефтехимик. 1965—1993 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы, смена начальнигы. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XХVII съезы делегаты (1986). Ленин (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Яҡуп ауылынан.
- Хәнәфиев Рәйеф Ибраһим улы (1952—18.07.2004), механизатор. 1988—2004 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Игенсе» колхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), 1-се (1997) һәм 2-се (1986) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Әтәс ауылынан.
- Шәрифйәнов Мөҙәрис Шәриф улы (1952), нефтсе. 1988—2012 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы электромонтёры, мастеры һәм өлкән мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2012). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Аҡназарова Эльвира Вәкил ҡыҙы (1972), бейеүсе. 1995 йылдан Сибай дәүләт филармонияһының «Сибай» бейеү ансамбле солисы. 2009 йылдан ҡаланың халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Ынйыҡай» бейеү ансамленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Савина Клавдия Федоровна (1918—1995), СССР-ҙың комсомол, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембай ҡала комсомол ойошмаһы секретары, һуңынан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының кадрҙар бүлеге етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғәлиәкбәров Зөфәр Дилмөхәмәт улы (1923—2012), педагог, Кушнаренко ауылы 1-се мәктәбенең элекке военругы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Гололобов Николай Михайлович (1928—27 май 2016), табип-хирург, медицина өлкәһе эщмәкәре. 1959—1989 йылдарҙа Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Павловка ауылынан.
- Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылынан.
- Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (1943), ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Алеев Виталий Шамшеевич (1948), СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, генерал-майор, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһының элекке кафедра начальнигы урынбаҫары, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ (1986) һәм III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Ҡалтасы ауылынан.
- Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (1948—25.11.2012), ғалим-микробиолог, биотехнолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фенина Эвелина Павловна (1929—28.06.2014), сәнғәт ғилеме белгесе. 1976—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
- Әүәлбаев Мэльс Ситдиҡ улы (1939—23.10.2019), ғалим-инженер-механик, 1966–1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлекселекте механизациялау бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1998). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
- Гәрәев Алексей Ғабдулла улы (1954), ғалим-физик. 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1993 йылдарҙа лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1999). Сахалин утрауы өсөн үткәргес торба проектлауҙа ҡатнашыусы.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1888: Андрей Туполев, СССР авиаконструкторы.
- 1895: Терентий Семёнович Мальцев, ғалим-игенсе, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1919: Калашников Михаил Тимофеевич, СССР-ҙың ҡорал яһау оҫтаһы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958, 1976), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2009).
- 1975: Тина Канделаки, Рәсәй журналисы.
- 1865: Ғатаулла Алтынғужин, башҡорт дин әһеле, Каруанһарай мәсете имам-хатибы (1846—1865).
- 1938: Мостафа Кәмал Ататөрк, Төрөк Республикаһының беренсе президенты.
- 1943: Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1943: Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1982: Леонид Ильич Брежнев, КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары.
- 2017: Михаил Задорнов, СССР яҙыусыһы, сатирик.