Бунин Иван Алексеевич
Бунин Иван Алексеевич (10 [22] октябрь 1870, Воронеж — 8 ноябрь 1953 йыл, Париж) — урыҫ яҙыусыһы һәм шағиры, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
Бунин Иван Алексеевич | |
рус. Иван Алексеевич Бунин | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Франция[3] |
Патронимы йәки матронимы | Алексеевич[d] |
Тыуған көнө | 22 октябрь 1870[4][5] |
Тыуған урыны | Воронеж, Рәсәй империяһы[4][2][6] |
Вафат булған көнө | 8 ноябрь 1953[4][2][6][…] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | XVI округ Парижа[d], Париж[4][2][6] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Ерләнгән урыны | кладбище Сент-Женевьев-де-Буа[d] |
Бер туғандары | Бунин, Юлий Алексеевич[d] |
Хәләл ефете | Анна Николаевна Цакни[d] һәм Вера Николаевна Муромцева-Бунина[d] |
Нәҫеле | Бунины[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, тәржемәсе, шағир, прозаик, драматург, нобелиат |
Эшмәкәрлек төрө | роман, хикәйә, шиғриәт һәм Көндәлек |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1953 |
Ойошма ағзаһы | Академия Российская[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | data.bibliotheken.nl/id/…[7] |
Бунин Иван Алексеевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБөлгөнлөккә төшкән дворян ғаиләһенән булыу сәбәпле, Бунин үҙ аллы тормошто иртә башлай. Йәшләй генә гәзиттәрҙә, канцелярияларҙа эшләй, сәйәхәттәрҙә йөрөй.
Тәүге шиғыры — «С. Я. Надсон ҡәбере өҫтөндә» (1887); беренсе йыйынтығы 1891 йылда Орёл ҡалаһында баҫылып сыға. 1903 йылда «Япраҡтар ҡойолоу (Листопад)» китабы һәм «Ғәйәүәт тураһында риүәйәт (Песнь о Гайавате)» әҫәрен тәржемә иткән өсөн Пушкин премияһы бирәләр; 1909 йылда Әҫәрҙәр йыйынтығының 3-сө һәм 4-се томдары өсөн шул уҡ премияға лайыҡ була. 1909 йылда Петербург Фәндәр Академияһының Почётлы академигы дәрәжәһе бирәләр.
1920 йылдан Францияла йәшәй. «Арсеньевтың тормошо» романы, һәм бик күп повестар авторы. 1933 году Иван Бунинға әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты исеме бирәләр.
1953 йылда вафат булған һәм Сент-Женевьев-де-Буа зыяратына ҡуйылған. Бунин әҫәрҙәре буйынса күп тапҡырҙар фильмдар төшөрөлгән. Яҙыусы образы Алексей Учителдең «Ҡатынының көндәлеге (Дневник его жены)» фильмында күрһәтелгән.
Сығышы, ғаиләһе
үҙгәртергәИван Алексеевич Бунин — тамырҙары XV быуатҡа киткән һәм үҙ гербы булған дворян тамырлы шәхес. Уның туғандары араһында шағирә Анна Бунина, әҙәбиәтсе Василий Жуковский һәм башҡа мәҙәниәт, фән эшмәкәрҙәре. Ҡанбабалары дәрәжәле урындарҙа эшләгән. Яҙыусының атаһы — помещик Алексей Николаевич Бунин (1827—1906) — уҡыуын беренсе кластан һуң ташлаған. Ун алты йәшенән губерна канцелярияһына эшкә урынлашҡан. Ҡырым һуғышында ҡатнашҡан. Белеме булмаһа ла, уҡырға бик яратҡан[8].
1856 йылда һуғыштан ҡайтҡас, Алексей Николаевич ике туған ҡәрҙәшенең ҡыҙы Людмила Александровна Чубароваға өйләнгән (1835(?) — 1910)[8].
Иван Алексеевич 1870 йылдың 10 октябрендә Воронежда тыуған. Ҡалаға Буниндар улдарына белем биреү ниәте менән 1867 йылда күсенеп, фатирға ингән. Иван дүрт йәшлек сағында Буниндар Елецк өйәҙендәге Бутырки тигән ғаилә поместьеһына күсенәләр. Гувернёры — Мәскәү университеты студенты Николай Осипович Ромашков малайҙы иртә уҡырға өйрәтә, әҙәбиәткә һәүәҫләндерә.
Әҙәби мөхиткә инеүе. Тәүге никахы
үҙгәртергә1895 йылдың ғинуарында Иван Алексеевич, Полтавалағы хәрби хеҙмәтен ҡалдырып, тәүге тапҡыр Петербург ҡалаһына килә. Баш ҡалала ике аҙнаға яҡын булыу осоронда ул тәнҡитсе Николай Константинович Михайловский, публицист Сергей Кривенко, шағир Бальмонт Константин Дмитриевич менән таныша, «Новое слово» (1893—1897) журналы редакцияһына барып өлгөрә, китап магазинында яҙыусы Дмитрий Васильевич Григоровичты осрата, Алексей Михайлович Жемчужниковта ҡунаҡта була[9].
Мәскәүҙә һ. б. ҡалаларҙа ла күп кенә осрашыуҙар була. Хәҙер Л. Н. Толстойҙың мемориаль музейы урынлашҡан Хамовникиҙа йәш әҙәбиәтсе Лев Николаевич менән уның «Хозяин и работник» әҫәре буйынса фекер алыша[10]. Һуңыраҡ ул Антон Павлович Чехов менән таныша, һәм бөйөк яҙыусы уны яғымлығы һәм ябайлығы менән әсир итә[11]. Первый разговор с Валерий Яковлевич Брюсов менән тәүге һөйләшеүе шағир-символистың сәнғәт тураһында революцион сентенциялары менән хәтерендә ҡала: «Да здравствует только новое и долой все старое!»[12]. Бунин Александр Иванович Куприн менән дә тиҙ дуҫлашып китә — улар тиҫтер була һәм әҙәбиәткә лә бер осорҙа килә[13].
1898 йылда Бунин «Южное обозрение» баҫмаһының редакторы — одессит Николаем Цакни менән таныша. Уның 19 йәшлек ҡыҙы Анна Иван Алексеевичтың тәүге рәсми ҡатыны була. Бунин дуҫына буласаҡ кәләшенең — «һылыу, әммә саф һәм ябай ҡыҙ» булыуы тураһында һоҡланып яҙа[14]. Шул йылдың сентябрендә йәштәр туйҙарынан һуң пароходта сәйәхәткә сыға[15].
Икенсе никахы
үҙгәртергә1906 йылдың октябрендә Бунин тағы ла Мәскәүгә килә, Анатолий Оттович Гунст ҡунаҡханаһында туҡтай. Яҙыусы Борис Зайцев фатирында әҙәби кисә була. Был кисәлә 25 йәшлек Вера Николаевна Муромцева-Бунина ла була. Шулай итеп, Иван Алексеевич буласаҡ ҡатыны менән таныша.[16]
Вера Муромцева (1881—1961) Мәскәү ҡала управаһы ағзаһы Николай Муромцевтың ҡыҙы һәм Рәсәй империяһының I саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты Сергей Андреевич Муромцевтың туғанының ҡыҙы була[16]. Вера Николаевна — Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары сығарылышы уҡысыһы була — химия менән шөғөлләнә, бер нисә европа телен белә һәм Бунин менән танышҡанға тиклем әҙәби тормоштан алыҫ торған була[16][17]. Замандаштары уны «ҙур, асыҡ һәм гәлсәр кеүек үтә күренмәле күҙле бик сибәр ҡыҙ» тип тасуирлай[18].
Анна Цакни Буниндан айырылмағанлыҡтан, яҙыусы Муромцева менән рәсми рәүештә ҡауыша алмай (улар Рәсәйҙән киткәс кенә, 1922 йылда никахлаша[19][20]. Бергә тормош ҡороуҙарын улар сит илдәргә сәйәхәттән башлайҙар: 1907 йылдың апрель-майында Бунин һәм Вера Николаевна Көнсығыш илдәренә сәфәргә сыға[21].
Минең тормошом ҡояшы төшлөктә торған ошо бәхетле көндәремдә, көс һәм өмөт әйҙәгәндә, аллаһы тәғәлә ғүмерем аҙағына тиклем яҙмышыма юлдаш тип яҙған һөйөклөм менән үҙемдең тәүге алыҫ сәйәхәтемә, никах сәйәхәтемә, шул уҡ ваҡытта изге ергә ғибәҙәт ҡылырға юлға сыҡтым[22].— И. А. Бунин
Нобель премияһы
үҙгәртергәИ. А. Бунин революция алдынан Рәсәйҙә лә ике тапҡыр Пушкин премияһына лайыҡ булып өлгөрә. Бунинды Францияға килеү менән әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһына тәҡдим итәләр. Нобель «рус проекты» башланғысында, 1922 йылғы анкетаһында эмигранттар араһында иң абруйлы фигуралар — ул Бунин, Куприн һәм Мережковский тип яҙыусы прозаик Марк Александрович Алданов тора; наградаға күрһәтелгән кандидатура «ҡыуылған рус әҙәбиәтенең» престижын күтәрер ине тип өмөт итә улар.
Швед академияһының рәсми тексында: «Әҙәбиәт өлкәһендә Нобель премияһы… Иван Бунинға рус классик прозаһының традицияларын үҫтергән талапсан оҫталығы өсөн» тигән һүҙҙәр бар[25]. Ижадсылар араһында премияға реакция төрлөсә була. Композитор Сергей Васильевич Рахманинов беренселәрҙән Нью-Йорктан ҡотлау телеграммаһы һуға[26], шағирә Марина Ивановна Цветаева Горький йә Мережковский был бүләккә күп дәрәжәлә лайыҡ: «Горький — эпоха, ә Бунин — эпоханың ахыры» ти[27].
1933 йылдың 10 декабрендә Стокгольм концерт залында премия тантаналы рәүештә тапшырыла. Бунин беренсе тапҡыр премия ҡыуылған шағирғә тапшырыла тип билдәләй. Нобель миҙалын һәм лауреат дипломын уға Швеция короле Густав V тапшыра[28]. Яҙыусы 170 331 швед кронаһына (715 000 франк) чек ала[29]. Иван Алексеевич премияһының бер өлөшөн мохтаждарға йүнәлтә. Уның һүҙҙәре буйынса, академияның ҡарары билдәле булған тәүге көндәрҙән бирле ауыр финанс ситуацияһына эләккән 2 меңгә яҡын кешенән хат килеүен белдерә «120 меңгә яҡын франкты таратып бирергә тура килде» ти ул[25].
Ижадының үҙенсәлеге. Новаторлығы
үҙгәртергәXIX һәм XX быуаттар сигендә ижады формалашҡани Бунин шул осорҙа барлыҡҡа килгән ағымдарҙан алыҫ торған һәм үҙен ниндәйҙер әҙәби мәктәпттәр йоғонтоһонан ирекле тип һанаған[30]. Тикшеренеүеләр уны «иң ауыр аңлашылған художниктарҙың берһе» тип атаған[31], уның ижад алымын билдәләргә маташҡанда төрлө варианттар, шул иҫәптән «реалистик символизм», «башҡаларҙыҡы һымаҡ түгел реализм», «йәшерен модернизм» тип билдәләгәндәр[32]. Бунин тураһында монография авторы Юрий Мальцев Иван Алексеевич — өйрәнелгән культурологик йәүнәлештәрҙән башҡа торған прозаик тип атай, һәм был филолог Тамара Никоноваға Иван Алексеевич мираҫында «бер генә, барыһын да аңлатҡан, барыһын да берләштергән, схема йә система юҡ» тип яҙыу мөмкинлеген бирҙе[31].
Эш системаһы
үҙгәртергәБуниндың ҡулъяҙмаларын өйрәнгән текстологтар, яҙыусы сираттағы әҫәре өҫтөндә эште алдан әҙерләнгән план менән башламаған. Яҙыусы персонаждарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре буйынса схемалар һыҙмаған, бүлектәрҙе эҙмә-эҙлекле уйламаған — ул шунда уҡ әҙер тархты булдырған[33], һәм артабан шуны, аныҡ интонациялы һәм юғары тәьҫирлелеккә еткереп, шымартҡан, камиллаштырған. Ҡайһы саҡта уның хикәйәләре шундуҡ яҙылған («Лёгкое дыхание» әҫәрен Бунин «иҫ китмәле шәп яҙған»); ҡайһы берҙә кәрәкле һүҙ табырға сәғәттәр, хатта көндәр киткән: «Яҙа башлайым да бик ябай бер фраза һайлайым, һәм кинәт шуға оҡшаған һүҙҙе Михаил Юрьевич Лермонтовмы, әллә Тургенев ҡулланған һымаҡ тойола. Фразаны башҡасараҡ үҙгәртеп ҡарайым, түбәнлеккә төшөү һымаҡ»[34]. Был ҡатмарлы эш, авторҙың аңында тарих тупланып өлгөргәс, хикәйәнең йә повестың өнө, ритмы, көйө биҙәлгәндән һуң, ижад башланғас та дауам итә[35].
Ижади эволюцияы
үҙгәртергәТиҫтә йылдар ағымында Буниндың ижади почергы үҙгәргән. Уның иртә хикәйәләре лирик характерлы һәм бөтөнләй тигеләй ваҡиғаһыҙ ине. «Антоновские яблоки», «Золотое дно», «Новая дорога» кеүек әҫәрәре элегиялы, нескә һәм музыкаль, ә һөйләүсе — шиғри әҫәрҙәге лирик герой кеүек ҡарап күҙәтеп тороусы[36][37]. 1910-сы йылдарҙың беренсе яртыһында, яҙыусы тышҡы йәлеп итеү һәм мауыҡтырыуға ынтылмаһа ла, бунин әҫәрҙәренең сюжет нигеҙе бер ни тиклем ҡатмарлаша, — беренсе планға кеше, уның яҙмышы һәм осоро фонындағы уның донъяны ҡабул итеүе асыла, һәм конкрет тарих булдырыу өсөн яҙыусыға ҡайһы саҡта көн һайын була торған эпизод та етә[38].
Беренсе донъя һуғышы йылдарында Бунин әҫәрҙәре тематикаһы киңәйә — уның ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә башҡа илдәр, мәҙәниәттәр һәм цивилизациялар инә. Уның геройҙары араһында — кәләшен юғалтыу ҡайғыһы баҫҡан цейлон рикшаһы («Братья»), Капри ҡунаҡханаһында вафат булыусы америка миллионеры («Господин из Сан-Франциско»), фән тарихына үҙенең тсемен яҙып ҡалдырырға ынтылыусы йәш немец ғалимы («Отто Штейн»). Был осорҙа Бунин әҫәрҙәрендә социаль пафос барлыҡҡа килә[39]. Эмиграцияла Бунин ижадында социаль мотивтар тулыһынса юҡҡа сыға, яҙыусы яңынан айырым кешенең эске донъяһын асырға, әммә төшөнкөлөк һәм ауыр кисерешле конкрет тарихи осор менән бәйләп түгел, ә башҡа ракурста, асырға тотона: «Мөхәббәт, ғазап, идеалды һағыныу ҡалды»[37][40]. Әҙәбиәт белгесе Ольга Сливицкая фекеренсә, айырым бер мәлдә Бунин прозаһының йөкмәткеһе, теге йәки был заман геройҙарын «Ғаләмдең бер өлөшө булыусы кеше» алмаштырҙы һәм ул «Йыһан һәм кеше йәне» моделенә һыйып бөтә башланы[41].
Буниндың һүҙҙәре киң билдәле: «Беҙҙән айырым йәшәүсе бер ниндәй ҙә тәбиғәт юҡ, <…> һауаның һәр хәрәкәте үҙебеҙҙең тормошобоҙ хәрәкәте»… Был һүҙҙәрҙә иң мөһим фекер төйнәлгән: кешенең урыны йыһанда. Ҡояш системаһының иҫ китмәле өлөшө булараҡ, атом уның бөтә структураһын үҙендә ҡабатлаған кеүек, кеше лә шулай — Ғаләмгә ҡаршы ла тора, һәм уны үҙенә лә һыйҙыра[42].
Новаторлыҡ элементтары
үҙгәртергәЯҙыусы Иван Фёдорович Наживин «Неглубокоуважаемые!» роман-памфлетында (Харбин, 1935) Бунинға, Нобель премияһы лауреаты булараҡ, Наташа Ростова, Лиза Калитина, Евгений Онегин, Тарас Бульба, Родион Раскольников, Хлестаков, Обломов һ.б. кеүек, рус әҙәбиәте тарихына инеп ҡалырлыҡ бер ниндәй тип йә образ тыуҙырманы тип дәғүәләрен (Бунин геройҙары — ул «буръяҡ табы, өрәк, һүҙҙәр» һанап киткәс[43], әҙәбиәт белгесе Татьяна Марченко былай тип яуап бирҙе: Наживин һанап киткән типтар һәм архетиптар билдәле бер замандың йә ижтимағи даирә вәкилдәре ине. Бунин — үҙе лә аңлап еткермәйенсә — уларҙың «файҙалынылмаған мөмкинлектәрен» иҫәпкә алып, был характерҙарҙы үҫтергәндер: «Онегин менән айырылған Татьяна түгел, ә Буянов йә Иван Петушков менән береккән Татьяналыр һәм бындай миҫалдарҙы художество кәүҙәләндереүҙе сикһеҙ күп һанап китергә булыр ине»[44].
«Митина любовь» геройының кисерештәре Иоһанн Гётеның «Страдания юного Вертера» геройы һымаҡ шәхси драмаға йәки «донъя ҡайғыһына» сыҙай алмай үҙен атып үлтереүенән айырмалы, Бунин геройы — «донъяуи бәхетенә» сыҙамауынан. Ул, ерҙә йәшәүенең артыҡ ғазаплы һынауҙарын ташлап, яҡты донъянан «шат һулыш» менән китә. Вафаты алдынан Митя Шарль Франсуа Гуноның «Фауст» операһынан музыка ишетә, үҙенең донъя өҫтөндә елпенеп осҡанын күрә — һәм шул мәлдә ғазаптарынан арыныу һәм иркенлек тоя. Герой әйткән — «Ах, ҡасан бының ахыры булыр икән!» тигән фраза — «Туҡта, мәл: һин бик гүзәл!» тигән Фауст һүҙҙәренә ҡарата антитеза булып яңғырай. Бынан тыш Иван Алексеевич шулай уҡ «мәлде туҡтатыу» һәләтенә эйә була — быны «Солнечный удар» һәм «Ида» раҫлай. Юрий Мальцев әйткәнсә, «„мәл“ — рус прозаһына Бунин индергән яңы ваҡыт берәмеге»[45].
Бунин прозаһына тағы бер яңылыҡ, миниатюраға оҡшаған ҡыҫҡа яҙмалар зарисовки индерә, һәм уларҙы әһәби тәнҡитсеһе Иван Ильин «хыялланыуҙар», ә Юрий Мальцев — «фрагменттар» тип атаны. Уларҙың күпселеге (шул иҫәптән «Телячья головка», «Журавли», «Роман горбуна», «Первый класс») «Современные записки» (Париж, 1931) китабында баҫылды, һәм улар ҙур, сыбар, күп тауышлы әҫәрҙең эпизодтары булып күренәләр. Ҡайһы берҙә улар ҡыҫҡа көнкүреш көләмәстәренә, ҡайсаҡ — юлъяҙмаларға оҡшап китәләр, әммә һәр бер осраҡта ла «фрагменттар» тамамланған әҫәр һымаҡ ҡабул ителә[46].
Буниндың 1906 йылда яҙылған «Джордано Бруно» шиғырында авторҙың донъяны тойомлауын билдәләүсе: «В радости моей — всегда тоска, / В тоске всегда — таинственная сладость!» юлдар бар. Ошондай антиномия яҙыусыға бик күп контраст һүҙбәйләнештәр ижад итеү мөмкинлеген бирҙе (уның эпитеттар һүҙлегендә — 100 меңгә еткән ҡулланыш табырға була[47]), һәм шунан кешелә бер үк ваҡытта ҡапма ҡаршы хис-тойғолар, дәрт һәм кисерештәр: «ҡайғылы-шатлыҡлы йырҙар», «йөрәк ҡырағай-шат типте», «мыҫҡыллы-яманһыу кәкүкләй», «зарлы-шат сарылдау», «серле-яҡты шырлыҡ», «ғазаплы-бәхетле ләззәт», «бойоҡ-байрамса», «томра-һалҡын ел», «ғәйеп бәхете», «бәхете менән бәхетһеҙ», «ҡот осҡос һоҡланыу», «шат асыу», «һоҡланып үкһей ине» һыйышып йәшәүен күрһәтә[48].
Тәжрибәле яҙыусы булып өлгөргән Бунин ижадының тағы бер үҙенсәлеге булып көтөлмәгән финал ойоштороуы тора. Мәҫәлән, исемһеҙ геройҙың иҫтәлектәре һымаҡ төҙөлгән «Руся» (1940) хикәйәһе башында репетитор булараҡ аҡса эшләгәне Подольск станцияһынан йыраҡ түгел ғәҙәти тойола: поезд туҡтауы, пассажирҙың ҡатыны менән ялҡау диалогы, фонарь тотҡан кондуктор. Әммә яйлап йоҡомһоратырлыҡ интонация аша мистика билдәләре тойомлана башлай. Герой уйында үткән ваҡыттарға китә, һәм шул уҡ урын «тылсымлы йәнләнә». Артабан уның аңында, ысын исеме — Маруся булған рәссам ҡыҙ барлыҡҡа килә. Был күренеш тамырҙары менән әллә Рускә, әллә һыуһылыуҙарға күсә, һаҙлыҡта йәшәүсе героиня ла «һынлы сәнғәт һүрәте кеүек, икона һүрәте кеүек». Поезд туҡтауы арҡаһында драматик айырылыу менән тамамланған онотолғаан мөхәббәт тарихы ҡатып ҡалған «гүзәл мәлгә» әйләнә[49].
Прозаһының һынлы һүрәт сәнғәтенә яҡынлығы
үҙгәртергәӘҙәбиәт белгестәре Бунин прозаһының һынлы һүрәт сәнғәтенә яҡынлығын билдәләй. Олег Михайлов Михаил Васильевич Нестеров 1910-сы йылдарҙа яҙылған ҡайһы бер Бунин хикәйәләре өсөн иң яҡшы иллюстратор булыр ине тип яҙҙы. Яҙыусы тыуҙырған ыҙа сигеүселәр һәм тоғролоҡло диндарҙар галереяһы («Худая трава»нан батрак Аверкий, «Весёлый двор»ҙан һыңар күҙле хәйерсе Анисья, «Святые» әҫәренән сентименталь хеҙмәтсе Арсений, бер үк исемле әҫәрҙән килбәтле буй-һынлы сибәр Аглая) Нестеровтың «На Руси. Душа народа» картинаһында йыйылған кеүек күренә [50].
Татьяна Марченко фекеренсә, Бунин пейзаждары һәм яҙыусының яҡшы танышы булған Виктор Михайлович Васнецов картиналарының яҡынлығы бар. Әммә донъяны эске тойоу буйынса Иван Алексеевич прозаһы Михаил Александрович Врубель картиналарына яҡыныраҡ. Мәҫәлән, Васнецов «Алёнушка»һы менән сағыштырғанда, рәссам Врубелдың «Пан» («Богатырь», «Сирень», «Царица Волхова» картиналары кеүек) «Руся» хикәйәһендә мәжүси стихияны юғары дәрәжәлә сағылдыра ти Марченко. Ярында күрән үҫкән күл янында ултырыусы ҡыҙ төшөрөлгән Васнецов картинаһы «Ру́ся» хикәйәһенең эстәлегенә яҡшы тап килһә, Врубелдың «Пан» картинаһы позволяет «әйберҙең серле асылына ҡараш ташлау мөмкилеге бирә»[51].
Бунин һәм Ислам
үҙгәртергәИван Бунин Ислам тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе К. Николаев тәржемәһендәге (1864) Ҡөрьәндән алған. Был баҫма башҡаларына ҡарағанда төп нөсхәгә яҡыныраҡ булған.
Ислам тураһында уҡыған китаптарынан тыш ул мосолман илдәрендә күп сәйхәт итеп мәғлүмәт йыйған, фекер туплаған. Төркиәнән йөрөп ҡайтҡас, В. Н. Муромцева- Бунина әйтеүенсә, «Ислам уның күңеленә тәрән үтеп ингән»[52].
1902—1909 йылдарҙа «Белем» нәшриәтендә Буниндың «Шиғырҙар 1903—1906» беренсе әҫәрҙәр йыйынтығы сыға (Спб, 1906). Унда айырым бүлек Ҡөрьән, ғәрәп Шәреғенә бәйле легендаларҙан, шиғырҙарҙан тора. Ул бүлек «Ислам» тип аталған һәм 19 шиғырҙан торған: «Юл күрһәткес тамғалар» (1903—1906), «Көтөүселәр» (1905), «Мираж» (1903), «Ҡәғбәнең Ҡара ташы» (1903—1905), «Зирәк аҡыллыларға» (1903—1906), «Йәшел әләм» (1903—1906), «Изге ҡәбер» (1903—1906), «Хыянат өсөн» (1903—1905), «Авраам» (1903—1906), «Ҡәҙер кисәһе» (1903), «Иблис — Аллаһҡа» (1903—1906), « Ендәр» (1903—1906), «Зәйнәб» (1903—1906), «Тау итәктәре» (1903—1904), «Аҡ ҡанаттар» (1903—1906), «Суфия кәшәнәһе» (1903—1905), «Тәмджид» (1905), «Ҡош» (1903—1906), «Сер» (1905).
«Ислам» бүлегендәге ун туғыҙ шиғыр 1912 йылда «Шиғырҙар 1903—1906» яңынан баҫыла, әммә дөйөм баш менән тупланмай. Өсөнсө тапҡыр шәлкем 1915 йылда, шағирҙың әҫәрҙәренең тулы йыйынтығында сыға[53][54].
Әл-Ҡәҙер кисәһе
үҙгәртергәИ. А. Бунин Ҡөрьәндең урыҫ теленә тәржемәһен даими үҙе менән йөрөткән, уҡыған. Шиғырҙар яҙған. Бына шуларҙың береһе:
|
|
Сығанаҡтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118638084 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Михайлов О. Н. Краткая литературная энциклопедия (урыҫ) — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1.
- ↑ БУНИН Иван Алексеевич // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 307—311. — ISBN 5-94848-245-6
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Михайлов О. Н. Бунин Иван Алексеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://data.bibliotheken.nl/id/thes/p068627548 (нидерл.)
- ↑ 8,0 8,1 Морозов, 2011, с. 11
- ↑ Морозов, 2011, с. 187—188
- ↑ Морозов, 2011, с. 193—194
- ↑ Морозов, 2011, с. 209
- ↑ Морозов, 2011, с. 212
- ↑ Бабореко, 1967, с. 63
- ↑ Морозов, 2011, с. 279
- ↑ Морозов, 2011, с. 286—287
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Бабореко, 1967, с. 104
- ↑ Зайцев, 1999, с. 374
- ↑ Зайцев, 1999, с. 373
- ↑ Бабореко, 1967, с. 106
- ↑ Аверин, 2001, с. 88—89
- ↑ Бабореко, 1967, с. 107
- ↑ Бабореко, 1967, с. 111
- ↑ Муромцева, 1989, с. 385
- ↑ Аверин, 2001, с. 152—153
- ↑ 25,0 25,1 Бабореко, 1967, с. 218
- ↑ Бабореко, 1967, с. 294
- ↑ Партис З. Приглашение к Бунину // Слово\Word. — 2006. — № 52. Архивировано из первоисточника 8 февраль 2017.
- ↑ Аверин, 2001, с. 153—154
- ↑ Бурлак В. Н. Русский Париж. — М.: Вече, 2008. — С. 325. — 416 с. — ISBN 978-5-9533-3022-0.
- ↑ Аверин, 2001, с. 465
- ↑ 31,0 31,1 Аверин, 2001, с. 599
- ↑ Марченко, 2015, с. 38
- ↑ Крутикова, 1973, с. 97
- ↑ Крутикова, 1973, с. 90
- ↑ Крутикова, 1973, с. 91
- ↑ Михайлов, 1973, с. 9
- ↑ 37,0 37,1 Марченко, 2015, с. 64
- ↑ Аверин, 2001, с. 488
- ↑ Аверин, 2001, с. 489
- ↑ Аверин, 2001, с. 491
- ↑ Марченко, 2015, с. 52
- ↑ Сливицкая О. В. Космическое мироощущение И. А. Бунина // Труды Объединенного научного центра проблем космического мышления. — 2009. — Т. 2. — С. 217.
- ↑ Марченко, 2015, с. 91
- ↑ Марченко, 2015, с. 92
- ↑ Марченко, 2015, с. 46—47
- ↑ Марченко, 2015, с. 49—50
- ↑ Краснянский В. В. Предисловие // Словарь эпитетов Ив. Бунина: Около 100 000 словоупотреблений. — М.: Азбуковник, 2008. — С. 3—12. — 776 с. — ISBN 978-5-911-72-013-1.
- ↑ Мальцев Ю. В. Бунин. — Посев, 1994. — С. 79. — 432 с. — ISBN 5-85824-007-0.
- ↑ Марченко, 2015, с. 166—176
- ↑ Михайлов, 1973, с. 26
- ↑ Марченко, 2015, с. 182—182
- ↑ Муромцева-Бунина В. Н. Жизнь Бунина, 1870—1906. Беседы с памятью / Сост., предисл. И примеч. А. К. Бабореко. М.: Советский писатель. 1989 — 46 с.
- ↑ Бунин И. А. Полное собрание: В 6 т. Петроград: товарищество А. Ф. Маркс, — 1915 — т. 3, с. 57—66.
- ↑ Шагаева З. А. Итерпретация символов и терминов восточной тематики в поэтическом цикле «Ислам» И. А. Бунина // Научное сообщество студентов XXI столетия. ГУМАНИТАРНЫЕ НАУКИ: сб. ст. по мат. XXXI междунар. студ. науч.-практ. конф. № 4(31). (дата обращения: 05.06.2018)