Ғатаулла Алтынғужин

Ғатаулла Алтынғужин (?—1865) — башҡорт дин әһеле. Каруанһарай мәсете имам-хатибы (1846—1865).

Ғатаулла Алтынғужин
Дин:

ислам

Титул:

имам-хатип, мөғәллим

Тыуыу выҡыты:

билдәһеҙ

Тыуған урыны:

билдәһеҙ

Үлеү ваҡыты:

10 ноябрь 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Вафат булған урыны:

Ырымбур, Ырымбур губернаһы

Ил:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Бүләктәре:

Станислав таҫмаһында «Тырышлығы өсөн» көмөш миҙалы (1866)

Биографияһы

үҙгәртергә

1831 йылдың авгусында Ырымбур губернаһы идаралығы указына ярашлы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Аллағыуат ауылы[1] йәмиғ мәсетендә имам-хатип һәм мөҙәрис итеп раҫлана[2].

1846 йылдың йәйендә Ырымбурҙағы яңы төҙөлгән Каруанһарай мәсетендә мулла вазифаһын башҡарырға рөхсәт ала. 1847 йылдың 4 ноябрендәге указға ярашлы яңы мәхәлләгә рәсми рәүештә күсерелгән[2].

1850 йылдың 4 мартыдағы Ырымбур губернаһы идаралағы указына ярашлы Башҡорт-мишәр ғәскәренең өлкән ахуны дәрәжәһендә раҫлана. Төп бурыстарынан башҡа, Ғатаулла Алтынғужин хәрби ведомствоһы мәктәбендә, 1-се һәм 2-се өйәҙ мәхәлләһе училищеларында, Каруанһарай мәктәбендә башҡорт балаларына төрки теле һәм ислам тәғлимәте буйынса дәрестәр бирә. Шулай уҡ Ырымбур мосолман диниә назараты йомоштары буйынса тәфтишселек эштәрен алып бара, Ырымбур ҡала төрмәһенә тотҡондарға дини йолаларҙы үтәр өсөн барып йөрөй[2].

Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Ғәбделвәхит Сөләймәнов вафат булғандан һуң, 1862—1864 йылдарҙа был юғары шәйех-әл-ислам вазифаһына кандидат булараҡ ҡарала[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Үрге Аллағыуат йәки Түбәнге Аллағыуат
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Денисов Д. Н. Бикматов Мухаммед Мухаммедзарифович. // Ислам на Урале. Энциклопедический словарь / Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: «Медина», 2009. — С. 33—34. — 404 с. — ISBN 978-5-9756-0054-7.
  • Денисов Д. Н. Мусульманская община Караван-Сарайской мечети // Этническая история и духовная культура башкир Оренбуржья (к 160-летию основания Караван-Сарая). / Под общ. ред. В. В. Амелина. — Оренбург, 2007, с. 7—13. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә