Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы
Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7 октябрь 1973 йыл) — уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1973[1] (51 йәш) |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, журналист |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Әүҙемлек урыны | Йәшлек |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБаныу Латиф ҡыҙы Ҡаһарманова 1973 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Оҙонгүл ауылында тыуған.
1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1994 йылдан алып «Аманат» журналы мөхәррире.
1998 йылдан — Озёрный урта мәктәбенең директор урынбаҫары.
1999 йылдан башлап «Яйыҡ» гәзите хеҙмәткәре: 2000 йылдан — хәбәрсе, 2002 йылдың авгусынан — яуаплы сәркәтип.
2002 йылдың декабренән алып «Серп и Молот», 2006 йылдан алып «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе.
Социаль темаларға мәҡәләләр авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2023)