2 май
көнө
(2 мая битенән йүнәлтелде)
2 май — григориан стиле буйынса йылдың 122-се (кәбисә йылында 123-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 243 көн ҡала.
2 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Ҡурылдай астмаһы менән көрәш көнө (майҙың беренсе шишәмбеһе).
- Уйын-көлкө һәм күңел асыу көнө.
- Тунец балығы көнө
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө.
- Бутан Иран: Уҡытыусылар көнө.
- 1910: Рәсәй империяһының лётчик-һынаусыһы Сергей Уточкин Мәскәүҙә аэропланда тәүге күрһәтмә осош яһай.
- 1930: Горький ҡалаһында (хәҙерге Түбәнге Новгород) Горький автомобиль заводының нигеҙ ташы һалына.
тулы исемлек
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәре фашист Германияһының баш ҡалаһы Берлинды ала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Викулин Иван Михайлович (1940), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1977). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1988) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1990) лауреаты. Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Һамар ауылынан.
- Зарипова Маргарита Радик ҡыҙы (1960), журналист. 1993—2016 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының Яңаул телевидениеһы һәм радиоһы» муниципаль автоном учреждение директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районының Ҡорос урмансылығы ҡасабаһынан (1960-сы йылдар аҙағында бөткән).
тулы исемлек
- Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы (1965), иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2016 йылдан Мәсетле район хакимиәте башлығы. Сығышы менән ошо райондың Абдулла ауылынан.
- Рәхимов Илһам Ринат улы (1970), театр артисы. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе актёры, 2016 йылдан башҡорт драма театрының художество етәксеһе, 2018 йылдан театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002), «Театр яҙы» республика фестивале лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Табылды ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Клименок Борис Васильевич (1911—22.12.1986), ғалим-физик-химик. 1951—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1951 йылдан директор урынбаҫары; 1952 йылдан — директор, 1954 йылдан физик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1951). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967), «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
- Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (1936), ғалим-агроном, партия органдары һәм ауыл хужалығы ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы. БАССР Юғары Советының 8-12-се саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1975), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1967) һәм Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры. Салауат (2010) һәм Ҡыйғы (2014) райондарының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Зиннәтуллин Рәсим Ибәтулла улы (1946), ауыл хужалығы ветераны. 1983—2006 йылдарҙа Миәкә районының «Октябрь» хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Кочкуров Сергей Анатольевич (1946), санитар табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1994—2004 йылдарҙа Салауат ҡала хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Яңы Троевка ауылынан.
- Столяров Владимир Владимирович (1946), ғалим-физик-металдар буйынса белгес. 1981—2005 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөлөков Радик Рафиҡ улы (1951), ғалим-инженер-физик. 1985 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы; 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан лаборатория мөдире, 2006 йылдан – директор; бер үк ваҡытта 2012 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетының наноматериалдар физикаһы һәм технологияһы кафедраһы һәм 2015 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының үтә һығылмалылыҡ физикаһы һәм технологияһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), физика—математика фәндәре докторы (1997). СССР№-ҙың уйлап табыусыһы (1978).
- Шакиров Әхмәтнур Сәлих улы (1951), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Ҡарман ГРЭС-ы инженеры, 1993—2003 йылдарҙа Нефтекама яһалма күн берекмәһенең генераль директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ҡадиров Әхтәм Вафа улы (1937—13.02.2017), нефтсе. 1956 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, 1981—1996 йылдарҙа Дүртөйлө һәм Өфө быраулау эштәре идаралыҡтары быраулаусыһы, быраулау мастеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Көҙән ауылынан.
- Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы (1942), мәғариф һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1959 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1975 йылдан район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1980 йылдан Сибай ҡалаһы 24-се һөнәрселек-техник училище секретары һәм уҡытыусыһы; 1995—2012 йылдарҙа Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976). Сығышы менән ошо райондың Хисмәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Баһау Нуриманов (1893—11.08.1918), Башҡортостандағы революция хәрәкәте етәкселәренең береһе, граждандар һуғышынданда ҡатнашыусы.
- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы (1918—25.11.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Айырым элемтә ротаһының телефонсылар отделениеһы командиры, өлкән сержант (1944). Хәрби элемтә училищеһын тамамлағандан һуң - өлкән лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944).
тулы исемлек
- Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улы (1923—15.06.2003), именлек органдары ветераны, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1].
- Хажиәхмәтов Сөнәғәт Мөхәмәт улы (1928—12.03.1997), водитель. 1959—1981 йылдарҙа Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоз шофёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Байым ауылынан.
- Преснякова Мария Яковлевна (1933), эшсе, йәмәғәтсе. 1956—2008 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Содис» тегеү фабрикаһы тегенсеһе. Ҡала советының элекке депутаты. Ленин (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1978).
- Шахова Тамара Александровна (1948), педагог, йәмәғәтсе. 1987—2004 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы «Бәпембә» балалар баҡсаһы методисы, тәрбиәсеһе; 1987—2008 йылдарҙа урындағы профсоюз ойошмаһы рәйесе. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1992), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Яңы Петровский ауылынан.
- Әлибаев Әхәт Ғиниәт улы (1948), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1971 йылдан Күгәрсен районы хужалыҡтарының баш агрономы, етәксеһе, шул иҫәптән 1977—1983 һәм 1989—2002 йылдарҙа «Сеятель» хужалығы рәйесе; 2004 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Яҡшембәт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (1924—14.08.2012), педагог, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор (2000), уҡсылар полкының взвод командиры. 1945—1950 йылдарҙа һәм 1954 йылдан Борай районы Оло Баҙраҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1960—1984 йылдарҙа — директоры; 1950 йылдан район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1952—1954 йылдарҙа КПСС район комитетының 2-се секретары. Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ғималетдинов Хаязетдин Низам улы (1939—2019), ветеринария табибы. 1994—2001 йылдарҙа Балаҡатай районы ветеринария станцияһы начальнигы — райондың баш дәүләт ветеринар инспекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Билән ауылынан.
- Фадеева Анна Алексеевна (1969—19.12.2019), спортсы, педагог-тренер. Спорт ориентирлашыуы буйынса 1991 йылдан СССР, 1992—2009 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2006—2012 йылдарҙа Олимпия резервының Өфөләге махсуслашҡан 7-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). СССР (1990) һәм Рәсәй (2005—2007) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1660: Алессандро Скарлатти, барокко дәүере Италия композиторы, неаполитан опера мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
- 1695: Джованни Никколо Сервандони, Италия архитекторы, театр рәссамы.
тулы исемлек
- 1729: Екатерина II, 1762—1796 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1860: Уильям Мэддок Бейлисс, Британия физиологы.
- 1860: Теодор Герцль, Австрияның йәһүд журналисы, сәйәсмән, сәйәси сионизмға нигеҙ һалыусы.
- 1895: Анатолий Железняков, Рәсәй империяһы матросы, анархист, Рәсәйҙәге 1917 йылғы революцияла һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- 1912: Күләш Байсәитова, опера йырсыһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
- 1935: Валентин Лавров, СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм журналист, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы.
- 1960: Георге Иванов, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, 2009—2019 йылдарҙа Македония президенты.
- 1985: Лили Аллен, Британия йырсыһы, актриса, телетапшырыуҙар алып барыусы, йырҙар авторы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Не стало легенды: в Уфе ушел из жизни 100-летний ветеран Великой Отечественной Кашшаф Самигуллин. ИА «Башинформ», 15 июня 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2023)