Викулин Иван Михайлович
Викулин Иван Михайлович (2 май 1940 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1977 ). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1988) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1990) лауреаты. Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992).
Викулин Иван Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 май 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Һамар, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | физика һәм математика |
Эш урыны | Одесский национальный университет имени И. И. Мечникова[d] |
Уҡыу йорто | Томск дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Михайлович Викулин 1940 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Һамар ауылында тыуған. 1957 йылда урта мәктәпте тамамлай. Орск-Хәлил металлургия комбинатында электрик булып эшләй (1957—1959).
1964 йылда Томск дәүләт университетының радиофизика факультетын тамамлай, ярымүткәргесле приборҙар ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире итеп тәғәйенләнә.
1969 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1969 йылдан И. И. Мечников исемендәге Одесса дәүләт университетының (хәҙер — И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты) физик электроника кафедраһында өлкән уҡытыусы, доцент (1970) булып эшләй.
1975 йылда «Физические основы полупроводникових сенсоров» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Одесса дәүләт университетының физик электроника кафедраһында профессор булып эшләй (1975—1986).
1986 йылдан — А. С. Попов исемендәге Украина дәүләт элемтә академияһының физика кафедраһы мөдире.
1992 йылдан — Украина элемтә Академияһы вице-президенты, Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
1994 йыл — БМО-ның ассоциацияланған ағзаһы — Халыҡ-ара информатизация академияһы академигы.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЯрымүткәргесле датчиктар фәнни мәктәбен ойоштора. Ярымүткәргесле синтетик алмаз нигеҙендә яңы типтағы приборҙар, фото-һиҙгер һәм магнит-һиҙгер транзисторҙар, оптик нурланыш модуляторҙары эшләй.
Ярымүткәргесле магнитокеруемый приборҙарҙың физик нигеҙҙәрен эшләгәне өсөн СССР дәүләт премияһы бирелә (1988).
Ярымүткәргесле варикаптар (үҙгәреүсән һыйҙырышлы диод) булдырғаны өсөн СССР Министрҙар Советы премияһы бирелә (1990).
10 китап, 145 мәҡәлә, 120 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Физика полупроводниковых приборов / И. М. Викулин. — М. : Радио и связь, 1980.
- К вопросу об изменении проводимости полупроводников при эксклюзии / И. М. Викулин, В. И. Ирха // Информатика и связь : сб. научных трудов. — Одесса, 1997. — С. 117—122.
- Электролюминесценция в ассимметричных р-n структурах / И. М. Викулин, В. Э. Горбачев // Наукові праці УДАЗ ім. О. С. Попова. — 2000. — № 1. — C. 8.
- Розвиток фізико-технологічних основ, розробка і організація серійного виробництва елементів і систем оптоелектроніки : монографія / В. Г. Вербицький, І. М. Вікулін, П. П. Воробієнко [та ін.] ; наук. ред. Г. О. Сукач ; М-во транспорту та зв'язку України. – Київ : Логос, 2009. — 239 с.
- Влияние радиации на термочувствительность биополярных транзисторов / И. М. Викулин, В. Э. Горбачев, Ш. Д. Курмашев // Наукові праці ОНАЗ ім. О. С. Попова. — 2015. — № 2. — С. 12-19.
- Варисторы из монодисперсных керамических порошков, полученные с помощью лазерного излучения / И. М. Викулин, В. Э. Горбачев, Ш. Д. Курмашев // Наукові праці ОНАЗ ім. О. С. Попова. — 2016. — С. 29-34.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- СССР-ҙың Дәүләт премияһы,
- СССР Министрҙар Советы премияһы,
- Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Професори Одеського (Новоросійського) університету : біогр. слов. / ОНУ ім. І. І. Мечникова, Наук. б-ка. — 2-ге вид., доп. — Одеса : Астропринт, 2005. — Т. 2. — С. 65-68. 2017 йыл 23 февраль архивланған.
- Викулин Иван Михайлович // Видные ученые Одессы: Доктора наук и профессора. — Одесса, 2005. — С. 43-44.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- України Енциклопедія Сучасної
- Одеського імені національний університет І. 2018 йыл 21 октябрь архивланған. І. 2018 йыл 21 октябрь архивланған. Мечников 2018 йыл 21 октябрь архивланған.